Аскалон янындағы алыш
Аскалон янындағы алыш (хәҙер — Ашкелон) (1099 йылдың 12 авгусы) — бер яҡтан, Ҡаһирә хәлифе ебәргән берләшкән Мысыр армияһы һәм Сүриәнән мосолман отрядтары һәм Готфрид Бульонский, Раймунд IV Тулузский, Танкред Тарентский, Роберт Куртгёз Нормандский һ.б. етәкселегендәге 1-се тәре походы (1096-1099) сиктәрендәге алыш.
Аскалон янындағы алыш | |||
Төп конфликт: Беренсе тәре походы | |||
| |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Тәре йөрөтөүселәрҙең сая еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Аскалон янындағы алыш Викимилектә | |||
Тарих башы
үҙгәртергәТәре йөрөтөүселәр Иерусалимға йүнәлтелгән бөтә походы дауамында фатимиҙар менән һөйләшеүҙәр алып бара, ләкин теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай: фатимиҙар Сүриәнән баш тартырға әҙер була, ләкин Фәләстиндән түгел. Шулай итеп, тәре йөрөтөүселәр Иерусалимға һәм Раббы ҡәберенә йүнәлгән. 1099 йылдың 15 июлендә Иерусалим ҡалаһы еңелгән. Күп тә үтмәҫтән, тәре йөрөтөүселәр фатимиҙар армияһының уларға табан килә башлауын белә[5].
Тәре йөрөтөүселәр шәп хәрәкәт иткән. Готфрид Бульонский 22 июлдә Аллаһы ҡәбере һаҡсыһы тип аталған, 1 августа Иерусалим патриархы исемен алған Арнульф де Роол, 5 августа Йәшәтеүсе Тәренең (Животворящий Крест) бер өлөшөн таба. Фатимиҙар илселәре ҡаланы ҡалдырыу үтенесе менән килһә лә, тәре йөрөтөүселәр талаптарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырған. 10 августа Готфрид Бульонский ҡалала тороп ҡалған тәре йөрөтөүселәрҙе Аскалон йүнәлешендә, шул ваҡытта рим-католик һәм грек-православ сиркәүе вәкиле Пётр Пустынник доғалар менән Раббы Ҡәберенә Гробы һәм Ҡорам тауындағы Изге ҡорамға алып барған[6].
Фландрия графы Роберт II һәм Арнульф де Роол Готфридты оҙатып йөрөй, шул уҡ ваҡытта Раймунд IV Тулузский һәм Роберт Куртгёз ҡалған: моғайын, Готфрид менән бәхәс арҡаһында йәки мысыр ғәскәренең хәрәкәте тураһында хәбәр килтерергә тейешле үҙҙәренең разведчиктарын көтөргә теләп тороп ҡала. Мысыр армияһының алға хәрәкәте раҫланыу менән, улар икенсе көндө үк юлға сыға. Улар Рамлдан йыраҡ түгел Такред Тарентскийҙы һәм быға тиклем бер ай алдан Наблусты яулар өсөн юлға сыҡҡан Готфридтың ағаһы Евстахий III-нө осрата. Ғәскәр башында торған Арнульф Йәшәтеүсе Тәренең өлөштәрен тотоп, уның артынан хронист Раймунд Ажильский бер йыл элек Антиохияла табылған изге Маврикийҙың Вена һөңгөһөнөң ҡалдыҡтарын тотоп килгән[6].
Аскалон янындағы алыш
үҙгәртергәФатимиҙар ғәскәре башында вәзир (шаһиншаһ) Мәлиҡ әл-Афдал торған, уның 20 мең самаһы кешеһе булған. (башҡа сығанаҡтар буйынса: 30 мең, «Франктар ғәмәлдәре»ндә (Gesta Francorum) - 100 мең, ә Ауранан Эккехард хатта 500 мең тигән һан килтерә.) Уның армияһы сәлжүк, ғәрәп, фарсы, әрмән, курд һәм эфиоптарҙан торған. Ҡамау орудиелары булмаһа ла, тәре йөрөтөүселәрҙе Иерусалимда ҡамарға теләгән; уның флоты Аскалон портында торған. Тәре йөрөтөүселәрҙең ысынбарлыҡтағы һаны билдәһеҙ, Тулузский Раймунды капелланы Раймунд Ажильский 1200 рыцарь һәм 9 мең йәйәүле һалдат һанын хәбәр иткән. Иң тупаҫ иҫәпләүҙәр 20 мең кеше тип атала, әммә замандаштарының баһаһы буйынса был һан тәре походтары осоро өсөн реаль түгел.
Әл-Афдал ғәскәр менән Аскалон янындағы Әл-Майдал үҙәнендә урынлашҡан. Ул оҙаҡ тотҡарланырға уйламаған, ә шунда уҡ Иерусалимға сығып, тәре йөрөтөүселәр уның килеүенә әҙер булыуын иҫәпкә алмайса, ҡаланы ҡамау менән алырға теләгән. 11 августа тәре йөрөтөүселәр ҡаланан ситтә фатимиҙарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итерлек үгеҙ, һарыҡ, дөйә һәм кәзәләрҙән торған мал-тыуар лагерын тапҡан. Тәре йөрөтөүселәр бөтә хайуандарҙы, һан яғынан күберәк күренһен өсөн, ғәскәре менән бергә алып киткән.
12 август иртәһенә мәсихселәр фатимиҙар армияһының ҡайҙа урынлашыуы тураһында мәғлүмәт алған. Тәре йөрөтөүселәр ғәскәрен туғыҙ өлөшкә бүлгән. Готфрид Бульонский уң флангыны, Раймунд Тулузский — уңын, Танкред Тарентский, Евстахий, Роберт Куртгёз һәм Гастон IV де Беарн үҙәк менән етәкселек иткән. Бынан тыш, һәр өлөштө тағы ла ике өлөшкә бүлгәндәр, һәм пехота алға хәрәкәт итә.
Мәсихтәрҙең, мосолмандар сығанаҡтарының да күбеһе, фатимиҙарға көтмәгәндә һөжүм яһаған, һәм һуғыш ҡыҫҡа булған, тип хәбәр итә. Ләкин Альберт Аахенский билдәләүенсә, мосолмандар яҡшы әҙерләнгән булған, һәм яу оҙаҡҡа һуҙулған. Дошмандың ике төп өлөшө бер-береһенә бик оҙаҡ, һөңгөләр менән алышырлыҡ араға яҡынайғансы, уҡ яуҙырҙылар. Эфиоптар тәре йөрөтөүселәр үҙәгенә һөжүм иткән, фатимиҙар авангарды тәре йөрөтөүселәрҙең арьергардына бәрелгән, ләкин Готфрид Бульонский килеп сыҡҡандан һуң сигенергә мәжбүр булған.
Әл-Афдал армияһының һан яғынан өҫтөнлөк итеүенә ҡарамаҫтан, элегерәк тә тәре йөрөтөүселәр менән алышҡа ингән фатимиҙар төрөк-сәлжүктәр менән тиңләшә алмаған. Фатимиҙарҙың ауыр кавалерияһы килеп ҡыҫылмаҫ элек, алыш тамамланған. Әл-Афдал һәм уның яугирҙәре нығытылған Аскалон янына ҡасҡан. Раймунд һәм уның кешеләре фатимиҙарҙы диңгеҙгә сигендергән, уларҙың ҡайһы берҙәре ағасҡа үрмәләгән һәм уҡтарҙан, икенселәре ҡалаға сигенгән ваҡытта һәләк булған. Әл-Афдал лагерын ташлап киткән, һәм Роберт Куртгёз менән Танкред уның байлығын үҙ-ара бүлешкән. Тәре йөрөтөүселәрҙең юғалтыуҙары билдәһеҙ булып ҡала; төрлө сығанаҡтар буйынса, мысырҙарҙың юғалтыуҙары 10 меңдән 12 мең кешегә тиклем тип иҫәпләнә.
Эҙемтәләре
үҙгәртергәТәре йөрөтөүселәр, ташланған лагерҙа яңы һөжүмде көтөп, төн үткәргән, ләкин иртәгеһенә фатимиҙарҙың ҡалған ғәскәренең Мысыр яғына сигенеүен күргән. Әл-Афдал диңгеҙ буйлап ҡасҡан. Тәре йөрөтөүселәр, күтәрә алғандың барыһын да алған, ҡалғанын яндырған. 13 августа улар Иерусалимға кире ҡайтҡан. Унда оҙаҡ байрам иткәндән һуң, Готфрид менән Раймунд Аскалон буйынса бәхәс башлай. Аскалон халҡы, Готфрид Бульонский Иерусалимды яулағанда ниндәй һуйыш ойошторғанын хәтерләп, ҡаланы тик Раймунд Тулузалыға ғына тапшырырға әҙер булған. Ҡәлғә өҫтөндәге Тулуза байрағын күреп, Иерусалимға бәйле ҡала булараҡ, Аскалондың уға күсеүен талап иткән. Поход етәкселәре Фландрия графы Роберт II һәм Нормандия герцогы менән бергә Раймунд ҡамауҙы туҡтатҡан, ғәскәрҙәрен сығарған. Готфрид та ҡамауҙы дауам итә алмаған.
Үҙҙәренең анты үтәлгән тип иҫәпләгәнлектән, күп кенә тәре йөрөтөүселәр һуғыштан һуң ҡабат Европаға ҡайтҡан. Йыл аҙағына Изге ерҙә ни бары бер нисә йөҙ рыцарь ҡалған, әммә Беренсе тәре походы уңыштары менән илһамланған яңы Европа тәрелеләре тиҙҙән уларҙың сафын тулыландырған.
Аскалон фатимиҙар йоғонтоһонда ҡалған һәм мосолмандарға Иерусалим короллегенә яу асыу нигеҙе булып торған. Ҡамау аҫтында оҙаҡ торғандан һуң, 1153 йылда, ҡала тәре йөрөтөүселәр тарафынан баҫып алынған[7]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Eggenberger, David (1967). An encyclopedia of battles. New York.
- ↑ Hildinger, Erik (2001). Warriors of the Steppe: a military history of Central Asia, 500 B.C. to 1700 A.D.. Cambridge.
- ↑ 3,0 3,1 Vgl. Stevenson, S. 35
- ↑ Vgl. Raimund von Aguiles, Kap. 42, S. 663
- ↑ France, 1997, p. 358
- ↑ 6,0 6,1 France, 1997, p. 361
- ↑ Ibn al-Qalānisī, A. Yaʻlá Ḥamzah ibn Asad., Gibb, H. A. R. (Hamilton Alexander Rosskeen). (1932). The Damascus chronicle of the Crusades. London: Luzac.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Беренсел сығанаҡтар
- Альберт Аахенский, «История Иерусалима»
- Эккехард из Ауры, «Иерусалим»
- Фульхерий Шартрский, «Иерусалимская история»
- неизвестный автор, «Деяния Франков» (Gesta Francorum)
- Раймунд Ажильский, «История франков, которые захватили Иерусалим»
Тикшеренеүҙәр;
- Jonathan Riley-Smith, The First Crusade and the Idea of Crusading. Philadelphia, 1999.
- Hans E. Mayer: The Crusades. Oxford 1965.
- Steven Runciman: The First Crusaders, 1095—1131. Cambridge University Press, 1951.
- Kenneth Setton (Hrsg.): A History of the Crusades. Madison, 1969—1989 (online).
- William Barron Stevenson: The crusaders in the East. A brief history of the wars of Islam with the Latins in Syria during the twelfth and thirteenth centuries. Cambridge University Press, Cambridge 1907.