Арғы Тағанай

Көньяҡ Урал тауҙары системаһына ингән Оло Тағанай һыртының иң киң түбәһе һәм иң төньяҡ нөктәһе

Арғы ТағанайКөньяҡ Урал тауҙары системаһына ингән Оло Тағанай һыртының иң киң түбәһе һәм иң төньяҡ нөктәһе.

Дальний Таганай
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1112 м
Урынлашыуы
55°21′57″ с. ш. 59°53′42″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Тау һырты йәки массивОло Тағанай 
Рәсәй
Красная точка
Дальний Таганай

Бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 1112[1] метр. Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһынан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1932 -2005 йылдар арауығында тау түбәһендә «Тағанай-тау» метеостанцияһы эшләп килә.Хәҙерге ваҡытта уның бинаһында туристик приют урынлашҡан .

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә

Арғы Тағанай атамаһының икенсе өлөшө тауҙың «Тағанай» милли паркының биләмәһендә урынлашыуына һәм Оло Тағанай һырты атамаһына бәйле.

Тағанай топонимынының килеп сығышы башҡорт телендә булған таған — «аҫлыҡ, треножник» һәм ай — «луна») һүҙҙәренә бәйле тип фараз итәләр. Йәғни,«Ай өсөн аҫлыҡ» мәғәнәһен бирә

Топонимист Г..Е. Корнилов «Тағанай» атамаһы башҡортса тыуған ай тауы («йәш ай тауы») һүҙҙәре менән бәйле тип һанай.

Крайҙы өйрәнеүсе В.В. Поздеев тағанай — һинд-европа һүҙе тип раҫлай (һүҙҙе өлөштәргә бүлә: тамыры таг — «сығынты, ос, тау түбәһе», боронғо эйәлекте, урынды белдереүсе суффикс -ан һәм сифат суффиксы -ай[2] )

Геологик төҙөлөшө

үҙгәртергә

Арғы Тағанай түбәһе өс ҡыраздан тора.

Көнбайыш ҡыразы кристалл һәүерташтар тоҡомонан һалынған. Төньяҡтан ҡыразды һирәкләп ҡая суҡаҡтары булған ҡайынлы шыршы урмандары уратып алған. Көньяҡтан урман әкренләп тау тундраһына күсә бара.

Үҙәк һырты тулыһынса кварциттан тора. Көнсығыш һырты һәүерташтарҙан өйөлгән конус формаһындағы ҡалдыҡ тауҙарҙан ғибәрәт.

Төньяҡ-көнсығыш яғынан Арғы Тағанай яйлап ҡына Йөрмә һыртына барып ҡушыла.

Арғы Таганыйҙың төп үҙенсәлектәрҙең береһе — бик көслө елдәре.

Түбәһендә йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге 10,3 м/с-ҡа етә, ә теркәлгән иң юғары тиҙлеге — 50 м/с-тан ашыу

Был төбәктә аяҙ көндәр һирәк була. Йыл эсендә уртаса 132 көн буран батшалыҡ итә, 240 көн томанлы була.

«Тағанай-тау» метеостанцияһы

үҙгәртергә
 
Метеостанция һыу һуҡмаҡ «Тағанай-тауҙарҙа»

1932 йылдың 20 авгусында Арғы Тағанайҙың түбәһендә 1108 м бейеклектә метеорология станцияһы төҙөлә. Был Уралда иң бейек метеостанция була.

1932 йылдың декабрендә станцияға Икенсе Халыҡ-ара поляр йылы (ингл. International Polar Year — IPY, йәки русса Международный полярный год —МПГ) атамаһы бирелә.

Халыҡ-ара поляр йылы — Антарктида һәм Арктикала поляр төбәктәрҙе тикшеренеүҙә халыҡ-ара тырышлыҡтарын берләштереүгә йүнәлтелгән программа булып тора.

Метеостанция хеҙмәткәрҙәре һауа температураһын, яуым-төшөм күләмен, елдең тиҙлеген, болоттарҙы, атмосфера баҫымын тикшереү өсөн күҙәтеү алып бара. Бөтә мәғлүмәттәр радио тапшырыуҙары аша Свердловскиға, Урал гидрометеохеҙмәт идаралығына тапшырылып бара.

Етмеш йыл эсендә алып барылған эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә «Тағанай-тау» метеостанцияһы тарафынан һауа торошо рекордтары теркәлгән. Шул иҫәптән төбәктәге максималь (+38) һәм минималь (-50) температура асыҡланған.

  1. Достопримечательности: Дальний Таганай. Дата обращения: 14 июль 2014. Архивировано 15 июль 2014 года. 2014 йыл 15 июль архивланған.
  2. В.В.Поздеев. Топонимика Южного Урала. — Челябинск, 2013.