Арыҫлан һәм Ҡояш (хикәйә)
Арыҫлан һәм Ҡояш — хикәйә. Антон Павлович Чехов уны 1887 йылда яҙған, шул уҡ 1887 йылдың 5 декабрендә «Осколки» журналының 49-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Арыҫлан һәм Ҡояш | |
Атамаһы | Лев и Солнце |
---|---|
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 5 (17) декабрь 1887 |
Баҫылған | Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Арыҫлан һәм Ҡояш» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, шул уҡ 1887 йылдың 5 декабрендә «Осколки» журналының 49-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Был Чеховтың «Осколки» журналы өсөн яҙған һуңғы хикәйәһе. Хикәйә А. П. Чеховтың А. Ф. Маркс тарафынан баҫылған әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелгән. Уның өсөн Чехов хикәйәнең аҙағын үҙгәртә һәм «Осколки» журналында баҫылған редакцияһында "ҡала идараһы башлығы Куцын үҙе алырға хялланған «Арыҫлан һәм Ҡояш» орденды ала алмай, "- тип әйтеп үтә.
Чехов тере саҡта был хикәйә болгар,немец, серб-хорват, чех телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
үҙгәртергәТәнҡитселәрҙең хикәйә тураһындағы фекерҙәре төрлөсә була: яҙыусы В. Г. Богораз хикәйәлә килтерелгән шиғырҙар оҡшаш ситуацияла «дан яратыусы Таганрог башлығына бик ныҡ тура килер ине» тип яҙа[1].
С. Званцев (уның атаһы, И. Я. Шамкович, Таганрогта Чехов менән бергә уҡыған) "атайым һөйләгәндәр буйынса, «Арыҫлан һәм Ҡояш» хикәйәһендәге ваҡиға ысынлап та "Таганрог ҡала башлығы Фоти менән булған,"- тип яҙа[2].
Тарихсы П. П. Филевский хикәйәлә яҙылған орден менән булған хәл ҡала башлығы менән булмай, ә Курск-Харьков-Азов тимер юлын төҙөүсе Я. С. Поляков менән бәйле, тап ул Персияла тимер юлдар төҙөгәндәге ҡаҙаныштары өсөн ул илдең шахынан орден менән бүләкләнгән,[3] тип билдәләй [4].
А. Басаргин хикәйәлә автор тарафынан шул тиклем формалистика һәм субординацияны шул тиклем көлкөлө дәрәжәлә һаҡларға тырышҡан чиновниктар донъяһы күрһәтелеүен» әйтеп үтә[5].
Сюжет
үҙгәртергәСтепан Иванович Куцын, ҡала башлығы, үҙ ҡалаһына Персия иленең юғары дәрәжәле түрәһе Рәхәт-Хеламдың киләсәге һәм уның «Япония» ҡунаҡханаһында туҡтаясағы тураһында белеп ҡала.
Персияның Арыҫлан һәм Ҡояш орденын алыу тураһында хыялланған хикәйә геройы, был түрәне яҡшы итеп ҡаршылауҙы үҙенең орден алыу маҡсатына ирешеү өсөн ярашлы хәл тип таба. Ул сәйәхәтсегә ҡаланы күрһәтә һәм иң шәп ресторандарҙа һыйлай. Һөйләшеп аңлашыу ауыр булһа ла, ҡала башлығы ҡунаҡҡа ҡаланың барлыҡ иҫтәлекле урындарын, баҙарҙы, ҡалансаны күрһәтә, ҡалалағы «Лондон» ресторанында һыйлай. Ҡала башлығының хеҙмәткәрҙре унан көлөп, «фарсыларҙа ҡунаҡты үҙ ҡулың менән салған һарыҡ ите менән һыйлай торған йола бар» тип әйтә, ә береһе уға орден алыр өсөн тырышып йөрөүсе ҡала башлығына төшөрөлгән карикатура һалынған, аҫтына шиғыр яҙылған төргәк ебәрә.
Бер йыл дүрт ай үткәндән һуң Степан Иванович, барыһы ла уның Арыҫлан һәм Ҡояш орденын күрһен өсөн, ҡыш көнө лә тунының төймәләрен элмәй, түшен асып күрһәтеп йөрөй. Тик хәҙер инде уны был ғына ҡәнәғәтләндермәй, уның сербтарҙың Таковский крест орденын алғыһы ла килә башлай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Лев и Солнце // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 161, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Lion et le Soleil, traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1970, ISBN 2 07 010550 4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Лев и Солнце 2017 йыл 8 май архивланған.. Оригинальный русский текст
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Чеховский юбилейный сборник». М., 1910, стр. 486—487
- ↑ С. Званцев. Были давние и недавние. М., «Сов. писатель», 1974, стр. 9—10
- ↑ Л. П. Громов. Этюды о Чехове. Ростов н/Д., 1951, стр. 31
- ↑ В. Седегов. Чехов и Таганрог. — Книга: Великий художник. Сб. статей. Ростов н/Д., 1959, стр. 362—363
- ↑ «Московские ведомости», 1900, № 36, 5 февраля