Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы

(Арыҫланов Ғәди Мөхәмәт улы битенән йүнәлтелде)

Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (29 март 1925 йыл21 август 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй журналисы, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире (1966—1990). Экология мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр авторы.

Һаҙый Мөхәмәҙи улы Арыҫланов
Тыуған көнө

29 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Үрге Этҡол ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы)

Вафат булған көнө

21 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (73 йәш)

Вафат булған урыны

Стәрлетамаҡ, Башҡортостан

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

журналист

Наградалары һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

СССР Журналистар союзы ағзаһы (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). РСФСР-ҙың (1979), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).

Биографияһы

үҙгәртергә

Һаҙый Мөхәмәҙи улы (Ғәди Мөхәмәт улы) Арыҫланов Стәрлетамаҡ медучилищеһын тамамлай[1]

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985). Фронт тураһында иҫтәлектәр баҫтыра, улар хаҡында яҙыусы Виктор Астафьев хатлашҡан саҡта былай ти: «Күңелдәргә үтеп инерлек, дөрөҫ, ялтырауыҡһыҙ әҫәрҙәрегеҙ талантығыҙҙан ғына түгел, ә һыҙландырып, һуғыш тураһында бөтәһен дә әйтеү теләген ҡуҙғытып, Һеҙгә ҡаҙалып торған шул шырауҙан да ул… Һеҙ — халыҡтың выжданы, ә ул бик тә кәрәк, айырыуса хәҙер».

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Этҡол ауылы (хәҙер Ишембай районы) участка дауаханаһының етәксеһе була, ауырыуҙарға медицина хеҙмәте күрһәтеүгә, туҡландырыуға һәм уларҙың хәл-торошона бик иғтибарлы була[1].

1951 йылдан КПСС ағзаһы[2]. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлай (Мәскәү, 1966).

1955—1966 йылдарҙа — «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, 1966—1990 йй. — был гәзиттең баш мөхәррире.

1998 йылда Башҡортостанда Һаҙый Арыҫланов иҫтәлегенә «Башҡортостан экологияһы» тигән йыл да тапшырылыусы журналистик премия булдырыла, ул тирә-яҡ мөхит темаһына яҙылған публикациялар өсөн бирелә[3].

2005 йылда Стәрлетамаҡтағы бер урамға Арыҫланов исеме биреләа[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә