Артикуляция (фонетика)
Артикуля́ция (лат. articulo — «бүлгеләйем») — фонетикала телмәр өндәре яһалғанда айырым телмәр ағзаларының эш итеү һөҙөмтәһе. Ағзаларҙың теге йәки был өндө хасил итеү өсөн кәрәк булған торошо өндөң артикуляцияһын, өндәрҙең айырым-асыҡлығын тәьмин итә. Телмәр өндәре телмәр ағзалары эшмәкәрлеге, асыҡлабыраҡ әйткәндә, тауыш ярыларын үпкәнән сыҡҡан һауа ағымы тирбәлтеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һауа ағымының ҡыҫылыуы һәм тулҡын кеүек таралыуы билдәле бер юғарылыҡҡа, көскә, тембрға, оҙонлоҡҡа эйә булған өн хасил итә [1].
Артикуляция | |
Эшмәкәрлек төрө | фонетика |
---|---|
Артикуляция Викимилектә |
Стриктура — өн яһалыу ысулдарының береһе. Унан башҡараҡ параметрҙар ҙа өн яһалыуҙа, мәҫәлән, бер һәм күп баҫымлы һуҙынҡылар хасил булыуҙа, шулай уҡ шышылдаулы фрикативтарҙа ҡатнаша. Танау һәм тел эргәһе тартынҡыларының әйтелеше лә тартынҡылар яһалыу ысулы тип һанала.
Өн артикуляцияһы 3 этаптан тора:
- Экскурсия — телмәр аппаратын өндө әйтеүгә әҙерләү, йәғни артикуляцияның башланыуы;
- Тотороҡлашыу — өндө әйтеү өсөн кәрәк булған тороштоң һаҡланыуы һәм өндө әйтеү;
- Рекурсия — артикуляцияның тамамланыуы, өндөң әйтелеп бөтөүенән һәм телмәр ағзаларының киләһе өндө әйтергә әҙерләнеүенән йә тыныс хәлгә ҡайтыуынан тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Өндәрҙе әйтеү
- Артикуляция аппараты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Б28 Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Артикуляция // Большая российская энциклопедия. Том 2. — М., 2005. — С. 284.