Аркадий Гайдар һәйкәле

Аркадий Гайдар һәйкәле — совет балалар яҙыусыһы Аркадий Гайдар һәйкәле. 1974 йылда Мәскәүҙә ҡуйыла.

Аркадий Гайдар һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1974
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d], Шпиатр[d] һәм Бетон
Карта

Торған урынының адресы: Мәскәү ҡалаһы, Шкулев урамы, 2-се йорт, Пионерҙар һарайы территорияһы, хәҙерге А. П. Гайдар исемендәге балалар һәм йәштәр ижады һарайы.

Аркадий Петрович Гайдар (1904-1941) — совет яҙыусыһы, журналист, киносценарист, хәрби корреспондент. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 14 йәшенән Ҡыҙыл Армияла тора. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрәкәт итеүсе армияла «Комсомольская правда» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. 1941 йылда һуғышта һәләк була. Украинаның Канев ҡалаһында ерләнгән.

А. П. Гайдарға һәйкәл 1974 йылда Мәскәүҙә А. П. Гайдар исемендәге балалар һәм йәштәр ижады һарайы янында ҡуйылған. Һәйкәлдең авторҙары: архитектор Ю. А. Мовчан, скульптор А. П. Шлыков. Һәйкәл шпиатрҙан эшләнгән скульптура композицияһынан ғибәрәт. Скульптуралар керамик плитәләр менән көпләнгән постаментҡа ҡуйылған. Скульптура һоро төҫтә. Композицияның уртаһында яҙыусы баҫып тора, уның ике ҡабырғаһында малай һәм ҡыҙ. Яҙыусы һәм малайҙар араһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Гайдар малайға ҡарай. Матроска кейгән ҡыҙыҡай әңгәмәне тыңлай. Гайдар хәрби кейем кейгән, һул ҡулында аҫҡа табан төшкән плащ. Яҙыусы бер ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан, икенсе ҡулының баш бармағы салбар ҡайышы аҫтына тығылған. Аркадий Петрович башына папаха кейгән. Малайҙың башында кәпәс-буденовка.

Техник мәғлүмәт

үҙгәртергә

Аркадий Гайдарҙың һәйкәле шпиатрҙан эшләнгән, һәйкәл көпләнгән бетон постаментҡа ҡуйылған. Һәйкәл эргәһендәге территория бәхтәләнгән.

  • Памятники монументального искусства Москвы: справ. изд. / Департамент культурного наследия г. Москвы. — М.: ООО «Милк Эдженси», 2016. — 404 с.: с. 227. ISBN 978-5-9907078-1-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә