Аргиллит (от бор. грек. ἄργιλλος — «балсыҡ» и λίθος — «таш») — тығыҙлану, һыуһыҙлану һәм цементлану нәтижәһендә балсыҡтан хасил булған ултырма тау тоҡомо. Кварц, ҡыр шпаты һәм карбонаттар катнашындағы балсыҡлы минералҙардан ғибәрәт, 40-60 % өлөшө 0,01 мметрҙан кәмерәк үлсәмле киҫәксектәрҙән тора. Балсыҡтарҙан айырыуса ҡатылығы һәм һыуҙа ебемәүсәнлеге менән айырыла.

Цемент, керамзит һәм һирәк осраҡтарҙа төҙөлөш керамикаһы әҙерләү өсөн сеймал. Гиббсит ҡатнаш каолин аргиллиттарын утҡа сыҙам материал (флинтклей) итеп файҙаланырға мөмкин.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә