Ҡыр шпа́ты (ҡыр шпаттары)— киң таралған төркөм, мәҫәлән, тау тоҡомон булдырыусы силикаттар класына ҡараған минералдар. Ҡыр шпаттарының күбеһе — К[AlSi3O8] — Na[AlSi3O8] — Са[Al2Si2O8] изоморф рәтенең өсләтә системаһының ҡаты иретмәләре вәкилдәре,уларҙың һуңғы вәкилдәре — ортоклаз (Or), альбит (Ab), анортит (An).

Ҡыр шпаты
Рәсем
Минерал онтағы төҫө Аҡ
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ 6
Commons-logo.svg Ҡыр шпаты Викимилектә
FeldsparsGranite.JPG

Ике изоморф рәтте айыралар: альбит (Ab) — ортоклаз (Or) һәм альбит (Ab) — анортит (An). Тәүгеләренең минералдарында An10 % артмай , ә икенселәрендә —Or 10 % артмай. Тик натрийлы Ab-ҡа яҡын ҡыр шпаттарында , Or менән An иреүсәнлеге арта. Беренсе рәт ағзалары һелтеле (К-Na ҡыр шпаттары), икенсенеке — плагиоклаздар (Са-Na ҡыр шпаттары). Ab-Or рәтенең өҙлөкһөҙлөгө тик юғары температураларҙа ғына күренә, түбән температураларҙа улар пертиттарға айырыла.

Юғары температуралы санидин менән бер рәттән түбән температуралы калийлы ҡыр шпаттары микроклин һәм ортоклазға тарҡала.

Ҡыр шпаттары— иң ныҡ таралған тау тоҡомдары, улар Ер өҫтө массаһының 50 % тәшкил итә. Тарҡалғанда балсыҡ һәм башҡа ултырма тоҡомдарға әүерелә.

Тарих һәм этимологияҮҙгәртергә

Тәүге тапҡыр «ҡыр шпаты» (нем. Feldtspat) терминын Даниэль Тилас 1740 йылда ҡуллана[1].

Немец телендә нем. spath — «брусок», киҫәк һәм швед. feldt — «пашня», «поле», һөрөлгән ер, сөнки таҡта "киҫәге"нә оҡшаш был минералды һөрөлгән ерҙәрҙә йыш тапҡандар .

Уртаҡ сифаттарыҮҙгәртергә

Ҡыр шпаттары кристалл төҙөлөшлө каркас төрөндәге силикаттарға ҡарай, кремний һәм кислород тетраэдрҙарынан төҙөлгән селтәр ҡоролмалар, уларҙа кремний урынында ҡайһы бер саҡ алюминий осрай. Улар кристалдарҙан бер иш бер өсмөйөшлө йәки өс өсмөйөшлө сингониялар, ара-тирә ромблы призмалар һәм пинакоидтар булдыра. Ябай йәки бигерәк тә полисинтетик игеҙәктәр осрай. Ике яҡҡа ҡаратып йәбешкәнлек хас, (001) и (010). Ҡатнаш булмаған аҡ йәки төҫһөҙ кристалдар, үтә күренмәленән алып яртылаш үтә күренмәлеләр була. Ләкин йышыраҡ уларҙа төрлө төҫ бирә торған ҡатнашмалар һәм сит өлөшсәләр осрай. Тығыҙлыҡтары 2,54—2,75 г/см³. Ҡатылыҡ 6 (Моос шкалаһы буйынса эталон булып торған минерал]). Бөтә ҡыр шпаттарын да HF менән эшкәртеп була (травление), плагиоклазаларҙы HCl тарҡата.

ТөркөмсәләрҮҙгәртергә

ПлагиоклаздарҮҙгәртергә

Плагиоклаздарҙың дөйөм формулаһы (Ca, Na)(Al, Si) AlSi2O8:

Килеп сығышыҮҙгәртергә

Башлыса салик плагиоклаздар — төп тау тоҡомон булдырыусы магма һәм метаморфик тоҡомло минералдар . Магма тоҡомонда башта An-молекулаға бай плагиоклаз кристалға әйләнә, шунан һуң әсерәге айырылып сыға ( кремнийҙың кислород менән ҡатышмаһы-кремнезём). Был осраҡта зона кристалдары үҫешеүе мөмкин. Ҡайһы бер магма тау тоҡомдары тулыһынса тиерлек плагиоклазотарҙан (анортозит, плагиоклазиттар һәм башҡаларҙан) тора. Легматит юлаҡтарында (жилы) башҡа плагиоклаздар иҫәбенә , бигерәк тә натрийлы калий ҡыр шпаты иҫәбенә формалаша торған альбит осрай. Гидротермаль шарттарҙа ел тәьҫирендә плагиоклаздар каолинит минералдарға һәм серицит слюдаһына әйләнә. Анортитҡа бай плагиоклаздар әсерәктәренә ҡарағанда тиҙерәк тарҡала; альбит тотороҡлораҡ.

Калий ҡыр шпаттарыҮҙгәртергә

Калий ҡыр шпаттары (КПШ) :

Был дүрт минералдың да химик формулаһы бер, улар бер-береһенән тик кристаллик рәшәткәләренең тәртипкә килтерелгәнлек дәрәжәһе менән генә айырыла.

Төҙөлөштәрендәге айырымлыҡтар һәм номенклатураҮҙгәртергә

Микроклин —өс өсмөйөшлө сингониялы (псевдомоноклинный), бер-береһенә йәбешеү мөйөшө тура мөйөштән 20' әҙерәк. Адуляр — тәртипкә һалынған төҙөлөшлө һәм шундай уҡ формулалы, тик бер-береһенә йәбешеү тура мөйөштән 30° әҙерәк. Санидин — бер өсмөйөшлө , төҙөлөшө тәртипкә һалынмаған (К(AlSi)4O8), 500 °C юғарыраҡ температураға бирешмәй, ә ортоклаздың, ул да бер өсмөйөшлө, төҙөлөшө өлөшөләтә тәртипкә һалынған К(А1,Si)Si2O8 һәм 500° менән 300 °C араһында бирешмәй. Был температуранан түбәнерәк булғанда даими форма- микроөсмөйөш (микроклин) .Ортоклаздар составында һәр саҡ тиерлек бер аҙ Na2О була, ортоклаз менән альбит араһындағы ағзалар анортоклаз тип аталалар.Ортоклаздар рәтенән альбит юғары температураларҙа тотороҡло, температура түбәнәйгәндә ортоклазда альбит (пертит) йәки альбитта ортоклаз (антипертит) бүленеп сыға. Сандин менән ҡаты ҡатнашма бер аҙ калий ҡушылған моноөсмөйөш модификацияһы Na[AlSi308] һәм ул барбьерит булараҡ билдәле; шул уҡ составлы модификацияһы, тик өс өсмөйөшлө ,юғары температуралы альбитлы ҡаты ҡатнашмаға әйләнә.Төрҙәре: адуляр (Швейцарияла Альптағы Адула тауы исеменән), бик аҙ ғына күренеп торған ҡырлы түбән температуралы ортоклаз (010) йәки ҡырһыҙ, ҡайһы бер ваҡыт опалесценциялай (ҡырҙары күҙҙе ҡамаштыра) һәм ярым ҡиммәтле таш булараҡ ҡулланыла (лунный камень). Амазонит —асыҡ йәшел микроөсмөйөш . Ялған моноөсмөйөшлө өс өсмөйөшлөләрҙең вәкилдәренең кристаллографик формалары псевдомоноклинных триклинных представителей (микроөсмөйөш һәм ғайһы бер адулярҙар) ортоклаз формаларына оҡшаш.

Ортоклаз яҫылыҡтарҙың бер-береһенә тура мөйөш яһап йәбешеүе менән айырылып тора.

Плагиоклаздарҙы калийлы ҡыр шпаттарынан айырыр өсөн буяп ҡарау ысулы ҡулланыла . Бының өсөн тау тоҡомоноң өҫтө йәки минерал пластинкаһы плавиковая кислота менән эшкәртелә, һуңынан калий родизонаты (К-родизоната) ҡатнашмаһына төшөрөлә; — плагиоклаздар, альбиттан башҡалары, ҡыҙғыл төҫкә инә.

СығышыҮҙгәртергә

Калий ҡыр шпаттары— әсе магма тоҡомон һәм шулай уҡ метаморф тоҡомдарҙы (гнейс) булдырыусы минералдар (гранит, сиенит, гранодиориттар һ.б.) Метаморф тоҡомдарҙа түбән температуралы микроклин күберәк, ә Плутон тибындағы магматик тоҡомда ортоклаз, вулкан тоҡомонда — санидин осрай. Анортоклаз — ғәҙәти нартийға бай магматик тоҡомдарға ҡарай.

Ортоклаз менән микроклин кварц һәм мусковит менән бергә — пегматиттарҙың төп минералдары. Әгәр ҙә уларҙа берилл булһа, микроклин бериллий менән байытыла, ул алюминий, кремний атомы урынан ала ала. Пегматиттарға ортоклаздың (микроклиндың) кварц менән үҫеүе хас, улар «письменный гранит» тип йөрөтөлә һәм эвтектик магматик иретмәнең аморф хәлдән кристалл хәленә күсеү процесы һөҙөмтәһе. Адуляр — альп тибында гидротермаль юлағындаосрай торған (жила) ғәҙәти шпат.

Плагиоклаздар менән сағыштырғанда, калийлы ҡыр шпаттары бик тарҡалып бармай, ләкин улар альбит менән алмашына һәм пертит тигән минералға башланғыс бирә ала. Гидротермаль шарттарҙа һәм ел тәьҫире аҫтында улар каолинит төркөмө минералдарына әйләнә. Норвегия, Швецияла, Мадагаскарҙа, Ильмен дәүләт ҡурсаулығында, Көньяҡ Урал пегматиттар осраған ерҙә ,АҠШ-та Мэн штатында һ.б.ерҙәрҙә калий ҡыр шпаты ятҡылыҡтары бар.

Калий һәм барийлы ҡыр шпаттары (Гиалофандар)Үҙгәртергә

Һирәк осрай торған минерал. Аҡһыл-һары төҫтәге кристалдарҙы коллекционерҙар ғына йыя.

ҠулланышыҮҙгәртергә

Ялан шпаттарын ҡулланыу өлкәләре:

  • керамика эшләү сәнәғәтендә[2]
  • металлургияла металдар иреткәндә өҫтәлә торған матдә (флюс, плавень)
  • быяла эшләүҙә (алюмлы сеймал)
  • берәй нимә эшләгәндә өҫтәлә торған матдә, йомшаҡ абразив (мәҫәлән, теш пастаһын эшләгәндә)
  • рубидий һәм башҡа ҡайһы бер уларҙа булған химик ҡатнашмаларҙы алыу өсөн

Ювелир (зәркән) эшендә төрлө әйберҙәр эшләү өсөн ҡайһы бер плагиоклаздар ҡулланыла(күҙҙе ҡамаштыра торғаны, йәки зәңгәрһыу-көмөш, йәки алтын кеүегерәк иризациялылары).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Цензен Н. О первом упоминании термина «полевой шпат» Даниэлем Тиласом в 1740 году. Перевод с английского Ю. Л. Войтеховского // Российское минералогическое общество глазами современников. Сб. статей по истории геол. знаний. СПб.: ЛЕМА, 2019. С. 192—205.
  2. Курбатов С. М. Полевые шпаты месторождений СССР и возможность использования их в керамической промышленности // Труды Гос. керамического института. Вып. 11. М.: Изд. НТУ ВСНХ, 1928. С. 3-40.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Гинзбург И., Порватов Б., Курбатов С. М. и др. Итоги совещания по полевому шпату. Л.: Изд-во АН СССР, 1927. 63 с. (Материалы КЕПС; № 63)
  • Борисов П. А., Гаевский П. М., Гинзбург А. Н., Курбатов С. М. и др. Материалы второго совещания по полевому шпату: [декабрь, 1927]. Л.: Изд-во АН СССР, 1928. 115 с. (Материалы КЕПС; № 71)
  • Курбатов С. М., Солодовникова Л. Л. К вопросу об установлении простых приемов определения полевых шпатов // Труды Гос. керамического института. Вып. 11. М.: Изд. НТУ ВСНХ, 1928. С. 41-56.

ҠарағыҙҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ҡалып:Самоцветы