Аргентина рогы
Аргентина рогы (исп. Rock de Argentina) — үҙ эсенә төрлө жанрҙарҙы — рок-н-ролл, блюз-рок, джаз-рок, поп-рок, панк-рок, гараж рогы, психоделик рок, хард-рок, хеви-метал һәм башҡа музыка стилдәрен алған Аргентина рок-музыкаһының йыйылма билдәләмәһе. Төп башҡарыу теле — испанса.
Аргентина рогы | |
Аргентина рогы Викимилектә |
Барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәАҠШ-тан Аргентинаға Элвис Пресли һәм Билл Хейли (1958 йылда был илдә уның концерттары үтә) яҙмалары менән килгән рок-н-ролл урындағы музыканттарҙа уларҙы башҡарыу иеләген уята. Илдә тыуып ҡына килгән, үҙенә мерси-поп һәм Аргентина романтик поп-музыкаһын берләштергән санни-поп стилендә башҡарыусы Палито Ортега, Виолетта Ривас, Чико Наварро һәм башҡа башҡарыусылар ҡатнашҡан «Ritmo y Juventud» һәм «El Club del Clan» телевизион шоуҙары күрһәтелә. Урындағы беренсе бит-рок төркөмө рок-н-ролл менән бергә тиерлек барлыҡҡа килә. Улар араһында иң билдәлеһе «Sandro y Los de Fuegos» була, улар ул ваҡыттағы рок-н-ролл хиттарының испан телендәге версияларынан тотош серия яҙҙыра һәм коммерция популярлығына өлгәшә. Төркөмө солисы Сандро тиҙҙән үҙе поп-хиттар яҙа башлай һәм халыҡ-ара масштабта популярлыҡ яулай.
Рок тарихын өйрәнеүселәр Аргентинала һәм АҠШ-та рок үҫеше араһында параллелдәр таба. Ике ил дә миллионлаған европалылар өсөн иммиграция урыны була, ә уларҙың музыкаль мираҫы — классика ла, фолк та дөйөм Европаның көслө йоғонтоһо аҫтында була. Был музыкаль йоғонтоһо оҡшаш һөҙөмтә бирә: АҠШ-та блюграсс һәм кантри, Аргентинала гаучо һәм пампас үҫешә. Бында фольклор (nueva canción) 1950 йылдар аҙағында бик йыш популяр музыкаль тенденциялар менән ҡушыла.
1965 йылға илдә рок-музыка тиҙ үҫешә. Донъяның күпселек илдәрендә милли рок Америка поп-музыкаһы «британия ҡыҫылыуы» аҫтында булһа, Аргентинала ул һаҡланып ҡына ҡалмай, ә Британия-Америка йоғонтоһонан бойондороҡһоҙ рәүештә үҫешә. 60-сы йылдар уртаһынан Аргентина рогы испан телле донъяның рок-хәрәкәтендә локомотив булып тора. Андеграунд сәхнәлә иртә Аргентина рогын билдәле фигуралары барлыҡҡа килә башлай. «La Cueva» һәм «La Perla del Once» джаз-барҙаранды идеялар менән алмашыу өсөн урындағы богема йыйыла. Улар араһында Морис, Pajarito Zaguri, Miguel Abuelo, Tanguito һәм Хавьер Мартинес — шул уҡ ваҡытта Аргентинаиң билдәле «Manal» блюз-төркөмөнөң ударнигы һәм вокалисы була. Морис һәм Мартинес ағза булған «Los Beatnicks» төркөмө Аргентина рогын үҙ ижадтарына оҡшағаныраҡ булһын өсөн эшмәкәрлек башлай . Шулай барлыҡҡа килгән Villa Gesell төркөмө 1966 йылда беренсе испан телле"Rebelde" Аргентина синглын яҙҙыра. Төркөмдә ҡатнашыусылар Буэнос-Айрес урамдары буйлап йөрөгән видеояҙма Аргентина тарихында беренсе видеоклип була.
1960 йылдар: бит-төркөмдәр
үҙгәртергә«Los Gatos» төркөмө испан телле, материал буйынса үҙенсәлекле рок буйынса һынылыш яһай. 1967 йылда музыканттары даими рәүештә сәйсәи мотивтар буйынса ҡулға алынып торған «La Cueva» бер нисә ай эсендә ике сингл сығара. Tanguito ижад иткән, ниндәйҙер кимәлдә «The Doors» ижадын хәтерләткән «La Balsa» йырының 200,000 күсермәһе һатыла. Киләһе йылына Аргентинала тәүге «Pinap» рок-журналы сыға башлай һәм беренсе «Mandioca» милли рок-лейблы барлыҡҡа килә. 1969 йылда дүрт ҙур концерт үтә: «June Sunday concerts», «Festival Nacional de Música Beat», «Festival Pinap» һәм «Festival de Música Joven». «Los Gatos» артынан, уға эйәреп, бер нисә төркөм барлыҡҡа килә, улар араһында 60-сы йылдар һуңында «Almendra» рок-бандаһы һәм «Manal» беренсе уңышлы блюз төркөмө иң йоғонтолоһо була. Был төркөмдәр, береһенең дә тарихы оҙайлы булмаһа ла, Аргентина рок-хәрәкәтенә нигеҙ һалыусылар триумвиратын барлыҡҡа килтерә. Иртә рок-сцена төркөмдәр составының йыш үҙгәреүе менән ҡылыҡһырлана — ҡатнашыусылар коллективтар араһында күсеп йөрөй йәки төрлө музыканттар осрашып, яңы төркөм төҙөй. Тәбиғи, бындай хәрәкәт тәжрибәгә киң иркенлек бирә. Шулай итеп «Almendra» коллективы тарҡалғандан һуң яңы өс "Pescado Rabioso ", «Color Humano» һәм «Aquelarre» төркөмө барлыҡҡа килә. 1970 йылда «Vox Dei» үҙенсәлекле хард-рок һәм пастораль көйҙәр ҡатнашмаһы менән хәрәкәткә яңы һулыш индерә. Уларҙың 70-се йылдар башындағы «La Biblia» альбомы нигеҙ эше тип баһалана, хатта католик сиркәү хуплауына лайыҡ була.
1970 йылдар: акустик һәм ауыр рок
үҙгәртергәОшо уҡ 1970 йылда тәүге тапҡыр «Rock B. A festival» үткәрелә, ул 1970 йылдарҙың тәүге яртыһында Аргентина рогында өҫтөнлөк аласаҡ яңы йүнәлештәр өсөн майҙансыҡ булып тора. Тиҫтә йылдар алмашынғанда Аргентина рогы диверсификациялана, донъя хард-рок дәүеренә инә һәм төркөмдөң бер өлөшө ауырырыҡ музыка уйнай башлай. Был ваҡыттың иң йоғонтоло хард һәм блюз төркөмө булып, хатта АҠШ-та билдәлелек алған «Pappo’s Blues» тора. Паппо Аргентина харды һәм блюзына нигеҙ һалып ҡына ҡалмай, ә 1980 йылда илдә «Riff» метал-төркөмөн ойоштороп, урындағы хеви-метал «атаһы» була. Ошо ваҡыттың икенсе мөһим, әммә баһаланып еткерелмәгән рок-акты — «El Reloj».
Әммә беренсе «B.A Rock festival» акустик рок төркөмдәренең күплеген күрһәтә: «Arco Iris», «Sui Generis», Рауль Порчетто һәм «Pedro y Pablo». Был музыканттар Аргентина фолкынан илһам ғына алып ҡалмай, барлыҡ Көньяҡ Америка стилдәре менән тәжрибә башлайҙар, ә текстары шиғриәткә яҡынлаша, йыр темалары кешенең характеры һәм уның хәле тураһында була бара[1]. Был төркөмдәрҙең таралыуы һәм 70-се йылдарҙа популярлығы үҫеүе Аргентинала хиппи хәрәкәтенең юғарылығына етә һәм уның иң бейек нөктәһе 1972 йылдағы «Acusticazo» фестивале була. Уларҙан һуң бер нисә акустик рок-төркөм, шул иҫәптән «Vivencia», «Pastoral» һәм «Alma y Vida» бигерәк тә популярлыҡ яулай. Ошо һәм ҡайһы бер башҡа төркөмдәр 70-се йылдарҙың беренсе яртыһында өҫтөнлөк итә. Шул ваҡытта Аргентина рогы үҙ тарихында беренсе тапҡыр сит илдәрҙә популярлыҡ яулай. «Sui Generis» һәм «Pastoral» Латин Америкаһында, хатта унан ситтә лә, атап әйткәндә, Японияла, хиппиҙарҙың яратҡан төркөмөнә әүерелә.
"Sui Generis " классик аккустик роктан электро тауышҡа күсә башлай. Бынан тыш, башҡа тауышлы өр-яңы төркөмдәр барлыҡҡа килә. андеграунд. Улар акустик тәжрибә эштәренә, танго, Британияның прогрессив рогына, джазға мөрәжәғәт итә. Был йңүнәлештә «Arco Iris» арт-рок, джаз-фьюжн һәм world music ҡушылған беренсе «Sudamerica o El Regreso al Aurora» (1972) һәм «Agitor Lucens V» (1974) феноменаль эпик күсермәһе менән юғары нөктәгә күтәрә.
90-сы йылдар
үҙгәртергә1990 йылдарҙа Аргентина сәхнәһендә Babasónicos, Iguana Lovers, A.N.I.M.A.L. кеүек төркөмдәр барлыҡҡа килә.
XXI быуат
үҙгәртергә2005 йылдың 25 февралендә Роберто «Паппо» Наполитано Баррио Сан-Антониолағы йәйгелеккә алып торған йортонан бер нисә миль алыҫлыҡта 5-се трассаның 71-се километрындағы лухан тигән урында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк була. Полиция сығанаҡтарға ярашлы, гитарасы, ресторанда ашап-эскәндән һуң, үҙенең Harley Davidson мотоциклында улы Лучано һәм ҡыҙы ултырған мотоцикл артынан бара. Estancia La Blanqueada тигән урында мотоциклдар бер-береһенә бәрелә, Pappo контроль юғалтып, тротуар яғына оса. Ул тере була, әммә ҡаршы ҡаршы яҡтан килгән автомобилгә берелә. автомобиле менән уны үлтерә.
Блюзмен менән хушлашыу икенсе көндө, Chacarita зыяратында музыканттарҙың SADAIC музыканттар (Capital Federal, Аргентина) пантеонында яҡын дуҫтары һәм уның ижадын үҙ итеәселәр ҡатнашлығында үтә. Матәм церемонияһында уның йырҙары башҡарыла. Буэнос-Айрес ҡалаһының Roque Sáenz Peña майҙанында уның хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған (авторҙары Juan B. Justo, Boyacá, Remedios de Escalada de San Martín y Andrés Lamas)).
Яңы мең йыллыҡта Аргентинаның рок тормошондатарҡалғандан һәм эмиграциялағандан һуң өс тиҫтә йыл үткәс Contraluz прога-рокерҙарҙың тергеҙелеүе тора. El Pasaje (2000), RamosGenerales (2003) һәм Novus Orbis (2011) тип аталған, интеллектуаль арт-прогҡа Латин Америкаһы фолкы элементтарын да индереп өс альбрм сығарып, Contralus Аргентина Республикаһының рок-музыкаһы үҫешенең үҙенсәлеген тағы бер тапҡыр күрһәтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ rincondelvago.com. Encuentra aquí información de Rock argentino para tu escuela ¡Entra ya! | Rincón del Vago (исп.). html.rincondelvago.com. Дата обращения: 18 ноябрь 2017.