Аргамаков Алексей Михайлович
Аргамоков Алексей Михайлович (1771 йыл—7 ғинуар 1757 йыл) — граф А.Матвеевтың үгәй улы, Мәскәү университетының беренсе директоры, Мәскәү масонлығын башлаусыларҙың береһе.
Аргамаков Алексей Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1711 |
Тыуған урыны | билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | ғинуар 1757 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Лазаревское кладбище Александро-Невской лавры[d] |
Эш урыны | Мәскәү император университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | ректор Московского университета[d] |
Ойошма ағзаһы | масонство[d] |
Гражданский чин | коллежский советник[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлексей Михайлович Аргамаков стольник Михаил Михайлович Аргамаков улы. Михаил Аргамаков Пётр I хәрби походтарында ҡатнаша (1714 йыл тирәһе вафат була). Уның әсәһе Анастасия Ермиловна (1756 йылда вафат була; ҡыҙ фамилияһы билдәһеҙ[1]), 1720 йылда ул ҙур дипломат граф А. А. Матвеевтың өсөнсө ҡатыны була. Үҫмер үгәй атаһы йортонда тәрбиәләнгән, һуңынан уны лейб-гвардия Преображенск полкына бирәләр. Ул 20 йәшкә тиклем, гвардия капитаны чинына еткәнсе хеҙмәт итә[2].
1731 йылда Аргамаков белем алыу өсөн сит илгә китә. Ул Женева академияһында уҡый. Математика, юриспруденция, анатомия, хирургия буйынса лекциялар тыңлай, француз телен өйрәнә. Уҡыуҙан һуң Европа буйлап сәйәхәт итә. Ул Германия, Англия, Италия, Голландияла һәм Францияла була. 1735 йылда Рәсәйгә ҡайтҡас, императрица Анна Иоанновнан хеҙмәт итергә һорап мөрәжәғәт итә, әммә 1741 йылға тиклем һаулығы насарлыҡтан бер ҡайҙа ла хеҙмәт итмәй.
1741 йылда президент Коммерц-коллегия бароны К.Менгден Аргамаковты Путилов буҫтау фабрикаһына билдәләй. Власҡа императорица Елизавета Петровна килгәндән һуң, Менгден ҡулға алына, Аргамаков хеҙмәтһеҙ ҡала. Ул сит ил эштәре Коллегияһына хеҙмәт итергә һорап мөрәжәғәт итә, ләкин уны алмайҙар. Аргамаков алты йыл буйына « эштә түгел». Был ваҡытта өйләнә, ғаиләһе менән үҙ йортонда йәшәй[2].
1748 йылдың 2 авгусында Мануфактур-коллегия дәүләт хеҙмәтенә инә һәм коллежский советник чины ала. Уның бурысына фабрикаларҙың һәм мануфактураларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу ингән. 1754 йылда был вазифаһын һаҡлап, шулай уҡ закондарҙы ҡайтанан ҡарау буйынса Комиссия составына ингән.
XVIII быуаттың 50-се йылдар уртаһында император Елизавета Петровна Рәсәй империяһының барлыҡ учреждениеларының эшмәкәрлеген ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу буйынса үҙенсәлекле ревизия ойошторорға хәл итә. Алексей Аргамаковҡа Мәскәү Кремль Оҫтахана һәм Ҡорал палатаһы эшен тикшереү йөкмәтелә. Аргамаков ентекле тикшереү үткәргәс, Сенатҡа ашығыс рәүештә Палатаның яңы описын төҙөргә һәм уны даими тәртипкә килтереп торорға кәрәклекте белдерә. Ҡорал палатаһын « урыҫ данына лайыҡ боронғо ҡиммәтле һәм куриоз әйберҙәр һаҡлағысына» әйләндереү өсөн, үҙенең «Алты пунктта» яңы бина төҙөргә тәҡдим итә[2]. Тарихсы С. М. Соловьев иҫкәрмәһе буйынса, Аргамаков төҙөгән проект «уның исеменә дан килтерә һәм ни өсөн Мәскәү университеты директоры итеп тәғәйенләнен аңлата».
1755 йылдың 12 ғинуарында императрица Елизавета Петровна тарафынан Аргамаков Мәскәү университетының директор вазифаһына раҫлана, шул уҡ ваҡытта И. И. Шувалов фекеренсә, Мәскәү университеты учреждениеһы проектын раҫлауға ҡултамға ҡуйыла. Аргамаков Алексей Михайлович Мәскәү университеты беренсе директоры була. Университеттың килеме һәм «именлеге» менән идара итә. 1755 йылдың яҙында Аргамаков университет гимназияһын аса, Мәскәү университетына беренсе студенттарҙы саҡыра (Мәскәү Академияһынан күсерелә).
- 1756 йылда университет типографияһы асыла, г «Московские ведомости» гәзите баҫыла башлай;
- университеттың китапханаһы һалына башлай, Аргамаков Фәндәр академияһына китапхана фондтын комплектлау буйынса мөрәжәғәт итә;
- тау сәнәғәтсеһе Н. А. Демидовтан минералдар коллекцияһы алына, университеттың минералогия кабинетына нигеҙ булһа, бөтә Рәсәй фәненә һәм университет файҙаһына хәйриә традицияларына нигеҙ һала;
- физика кабинетына ҡорамалдар булдырыла;
- Сенат указы менән Моховая урамындағы П. И. Репиндың йорто университетҡа бирелә, Мәскәү университетының территориаль экспансияһының башланғысына нигеҙ һалына, Мәскәү ҡалаһының формалашыуына, Рәсәйҙең беренсе университет ҡалаһы булараҡ, мөһим йоғонто яһай[3].
Алексей Аргамаков Петербургҡа университет эштәре буйынса бер сәфәрендә ауырып китә. 1757 йылдың 25 ғинуарында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 7 ғинуар) вафат була. Алекандро-Невский лавраһының Лазарев зыяратына ерләнә.
Артабан Аргамаковтың ҡәбере юғала, ләкин 2005 йылда , Мәскәү университетының 250-йыллыҡ юбилейына, зыярат кәртәһе стенаһына мәрмәр мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Д. Н. Костышин, Алексей Михайлович Аргамаков: материалы для биографии // Россия в XVII столетии. Вып. II. М., 2004. С. 53
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Летопись Московского университета/ Аргамаков Алексей Михайлович
- ↑ Летопись Московского университета 2
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ректоры Московского университета: Биографический словарь / Сост. В. М. Ремарчук. — М., 1996. — С. 7-9.
- Костышин Д. Н. А. М. Аргамаков. Материалы для биографии // Россия в XVIII веке. Вып. 2. — М., 2004. — С. 51-176.
- Ремарчук В. В. АРГАМАКОВ Алексей Михайлович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 33. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Соловьев К. А. Первый директор Московского университета Алексей Михайлович Аргамаков (1711—1757) // Судьбы творцов российской науки и культуры. Т. 4. М.: Полиграф сервис. С. 12-40
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Летопись Московского университета / Аргамаков Алексей Михайлович
- Изге Некрополь-Троицк Александро-невский лавраһына. Аргамак, Алексей Михайлович
- Аргамаков Алексей Михайлович . Дата обращения: 19 февраль 2017.
- Ректор — глава университета и блюститель благоустройства . Дата обращения: 10 апрель 2017.