Аратов Самат Шөғәйеп улы
Аратов Самат Шөғәйеп улы (24 ноябрь 1936 йыл) — уҡытыусы, урындағы совет органдары хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының профессиональ-техник белем биреү отличнигы (1993).
Аратов Самат Шөғәйеп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1936 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Исламбай, Аҫҡар ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, етәксе |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСамат Шөғәйеп улы Аратов 1936 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Исламбай ауылында тыуған.
1—2-се кластарҙы үҙ ауылы мәктәбендә уҡый. Атаһы Белорет металлургия комбинатында хеҙмәт армияһында булғанда, Белорет ҡалаһында уҡыуын дауам итә. 1950 йылда кире Исламбайға күсеп ҡайтҡас, 5-се класты Берәтәк 7 йыллыҡ мәктәбендә, 7-сене Аҫҡар мәктәбендә, ә 8—10-сы кластарҙы Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый.
Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, Фрунзе исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. 1959 йылда Аҫҡар ауыл советы секретары итеп тәғәйенләнә. 1961 йылдан Исламбай башланғыс мәктәбенә уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта мәктәп мөдире. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Университетты 1968 йылда тамамлай, 1968—1975 йылдарҙа Аҫҡар мәктәбендә уҡыта.
1975 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1979—1984 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе.
1984—1997 йылдарҙа Бөрйәндәге 132-се һөнәрселек училищеһы директоры.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСамат Шөғәйеп улы 1969 йылда Бөрйән ҡурайсылары (етәксеһе Мөхәмәт Ҡәҙерғолов) менән Башҡортостандың 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Мәскәү һәм Ленинград ҡалаларында сығыш яһай.
2006—2009 йылдарҙа райондың ветерандар советын етәкләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт ветераны[1] (1984)
- Рәсәй Федерацияһының профессиональ-техник белем биреү отличнигы (1993)
- «Партия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
- «Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы» (КПРФ Үҙәк Комитетының) миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Дөйөм эш стажы — 53 йыл!
- Газиз Манапов
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.