Арапов Александр Васильевич

эрзә яҙыусыһы һәм шағиры, журналист, тәржемәсе, бард

Арапов Александр Васильевич (1 ноябрь 1959 йыл — 14 июнь 2011 йыл) — эрзә яҙыусыһы һәм шағиры, журналист, тәржемәсе, бард. 1994 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Арапов Александр Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ноябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Чиндяново[d], Дубёнский район[d], Мордовская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 июнь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Саранск
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле һәм Эрзя теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты
 Арапов Александр Васильевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Васильевич Арапов 1959 йылдың 1 ноябрендә Мордва АССР-ының Дубёнский районы Чиндяново ауылында тыуған[1] 1964 йылда ғаилә Кабаевоға (эрзя Кобале веле) — әсәһенең тыуған ауылына күсеп килә. Бында шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары үтә. 14 йәшендә Александрҙың беренсе шиғыры Дубенский районының «Яңы тормош» гәзитендә баҫыла. Яңы яҙа башлаған шағир үҙ көсөнә ышана һәм Мәскәүгә шиғырҙарын ебәрә. Тиҙҙән улар «Пионер» журналында баҫыла, Бөтә союз радиоһында — «Ровесники» тапшырыуында һәм «Юность» радиостанцияһы программаларында яңғырай.

1977 йылда Арапов Кабаев урта мәктәбен отличие менән тамамлай һәм Мордовия дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 3-сө курстан һуң М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына күсә һәм уны 1983 йылда тамамлай[2]. Шағир бер мөһим әҙәби ваҡиғаны ла үткәрмәҫкә тырыша: Мәскәү университетында эшләгән «Луч» әҙәби берекмәһе ағзаһы була, «Юность» журналы редакцияһындағы әҙәби студияға йөрөй. Шағир, билдәле ғалим, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры Эдуард Григорьевич Бабаев менән таныш булған.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, А. В. Арапов «Мордовский университет» гәзитенең (Саранск ҡалаһы) хәбәрсеһе, 1985 йылдан 1989 йылға саҡлы — әҙәби хеҙмәткәр, 1989 йылдан алып 2000 йылға тиклем — «Сятко» журналының шиғриәт бүлеге мөхәррире, 2002 йылдан журналдың баш мөхәррире булып эшләй[3].

А. В. Арапов етәкләгән «Сятко» журналы эрзә әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен пропагандалау үҙәгенә әйләнә. Уның биттәрендә эрзә һәм дөйөм рәсәй әҙәбиәтенең ҡаҙанышына әйләнгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре баҫылған.

Александр Арапов эрзә һәм рус телдәрендә яҙа. 1994 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөтә Рәсәй «Од вий» милли йыр фестивалендә даими жюри ағзаһы була.

Александр Васильевич Арапов 2011 йылдың 14 июнендә вафат була. Саранск ҡалаһында ерләнгән.

Арапов лирикаһында оптимистик тормош шиғриәте, үҙ һүҙе өсөн яуаплылыҡ беренсе планға ҡуйыла. Шағир үҙенең ижадында мөһим әхлаҡи-этик проблемаларҙы хәл иткән, тәбиғәт, тыуған яғына мөхәббәт, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге тураһында яҙған.

Арапов тәржемәсе булараҡ та билдәле. Эрзә телендә Дмитрий Морскойҙың «Ульяна Сосновская» (эрз. «Тиринь ёнкс» — 9 класс уҡыусылары өсөн хрестоматия, Мордва китап нәшриәте, 1997) поэмаһының, Алексей Громыхиндың шиғри әкиәтенең тәржемәләре (эрзя «Инегуесь ды ГАИ-сь» (Мордва китап нәшриәте, 1996).1997 йылда шағир М. А. Кастрен йәмғиәте эргәһендәге фин-уғыр әҙәбиәттәре халыҡ-ара ассоциацияһы стипендиаты (тәржемә эшмәкәрлеге өсөн) булған.

Александр Арапов шулай уҡ автор йырҙарын башҡарыусы булараҡ билдәле . Моғайын, ул эрзә шиғриәтен ҡала романсы менән бәйләүсе тәүге шағир булған.

Александр Араповтың исеме "Мордва яҙыусыларының 100 китабы"на[4] (эрзя «Мейле»телендә («Һуңынан» китабы)) индерелгән, был акция Матбуғат һәм мәғлүмәт министрлығы, Милли сәйәсәт министрлығы һәм МР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәрелгән һәм 2015 йылда Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арналған.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Шиғыр китаптары

  1. «Вайгель» («Тауыш»). — Саранск, Морд.кн.изд-во, 1990 йыл.
  2. «Вальма» («Тәҙрә»). — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 1992 йыл.
  3. «Взмах». — Саранск,Мордва китап нәшриәте, 2001 йыл.
  4. «Мейл» («Һуңынан»). — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 2006 йыл.
  5. «Жест» («Ишара»). — Саранск, Мордва китап нәшриәте,


Дәреслек-хрестоматияларҙа

  • «Тиринь литература» («Туған әҙәбиәт»). Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн дәреслек-хрестоматия (11 класс). — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 2002 йыл.
  • «Тиринь литература» («Туған әҙәбиәт»). Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн дәреслек-хрестоматия (8 класс). — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 2008 йыл.


Шиғри антологияларҙа

  • «Иду к живому берегу» фин-уғыр шиғриәте антологияһы. — Будапешт, 1993 йыл.
  • «Мордовская лирика» антологияһы (Раи Бартенстың фин теленә тәржемәһе). — Хельсинки, «Vliopistopaino» нәшриәте, 2004 йыл.
  • «Kuum öö» фин-уғыр шиғриәте антологияһы. — «Soome-luulet ugri tänapäeva rahvaste» («Фин-уғыр халыҡтарының хәҙерге заман шиғырҙары»). — Таллинн, «Kirjastuskeskus» нәшриәте, 2006 йыл.
  • «Черёмуховая речка» фин-уғыр шиғриәте антологияһы. — Сыктывкар, «Кола» китап нәшриәте, 2008 йыл.
  • «Поэзия третьего тысячелетия» антологияһы. {{comment|«Әҙәби Рәсәй»|«Литературная Россия»}} аҙналыҡ китапханаһы. — Мәскәү, «Әҙәби Рәсәй» концерны, 2003 йыл.
  • «Эрямонь вайгель» («Тормош тауышы») эрзә әҙәбиәте антологияһы. — Саранск, типография «Ҡыҙыл Октябрь» типографияһы, 2001 йыл.
  • «Лилии» антологияһы. — Силәбе, «Китап» полиграфия берекмәһе, 2002 йыл.


Коллектив йыйынтыҡтарҙа

  • «Иртә таң» («Ранний рассвет»). — Мәскәү, «Йәш гвардия» нәшриәте, 1979 йыл.
  • «Середина земли родной». — Мәскәү, «Замандаш» нәшриәте, 1987 йыл
  • «Маней васолкст» («Яҡты алыҫлыҡтар»). — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 1987 йыл.
  • «Ҡунаҡсыл ер» («Гостеприимная земля»). — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 1988 йыл.
  • «Калейдоскоп». — Саранск, Мордва китап нәшриәте, 1989 йыл.
  • «Коллегалар». — Мәскәү, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты нәшриәте 1989 йыл.
  • «Йәштәр тулҡыны» («Молодёжная волна»). — Һамар, Һамар китап нәшриәте, 1991 йыл.
  • «Waterfowl way» («Журавлиная дорога» — «Торналар юлы»). — Тарту, 1995 йыл.
  • «От Урала до Невы». «Лилиә» китапханаһы. — Силәбе, «Китап» полиграфия берекмәһе, 2001 йыл.
  • «Пизёлонь каштаз. Berkenvekoszoru» ((«Рябиновый венок» — «Миләш веногы»). — Сомбатхей (Венгрия), 2006 йыл.

Әҙәби-нәфис альманахтарҙа

  • «Литрос» альманахы, № 1/2001. — Мәскәү, «Әҙәби Рәсәй» концерны, 2001 йыл.
  • «Шиғриәт көнө. Санкт-Петербург — Рәсәй — 2007» альманахы. — Санкт-Петербург, «АССПИН» нәшриәт йорто, 2007 йыл.
  • «Тормош өсөн» («Ради жизни») альманахы — Саранск, МР Матбуғат һәм мәғлүмәт министрлығы, МР Яҙыусылар союзы, 2005 йыл.
  • «Май йыры» альманахы. — Рузаевка, МР Матбуғат һәм мәғлүмәт министрлығы, 2005 йыл.
  • «Тамырҙар» («Корни») альманахы. — Саранск, МР Матбуғат һәм мәғлүмәт министрлығы, 2007 йыл.
  • «Тамырҙар» («Корни») альманахы. — Саранск, МР Матбуғат һәм мәғлүмәт министрлығы, 2008 йыл.
Рус телендә
  1. Брыжинский, А. И. Арапов Александр Васильевич (1959) / А. И. Брыжинский, О. В. Пашутина, Е. И. Чернов // Брыжинский, А. И. Писатели Мордовии: библиогр. справ. / А. И. Брыжинский, О. В. Пашутина, Е. И. Чернов.- Саранск, 2001.- С. 72-74.
  2. …Снег в России грустный-грустный…: [интервью с поэтом, лауреатом «Литературной России» за 2000-й год / записала Т. Кириченко] // Изв. Мордовии.-2001.- 17 янв.
  3. Демин, В. Убедительный взмах // Мордовия — 7 дней.- 2002.- 16-22 янв.(№ 3).- С. 10.
  4. Демин, В. И. Взмах поэтических крыльев // Лит. Россия.- 2002.- 1 февр.- С. 6.
  5. Преснякова, Л. «Нам ничего на свете не простится…» // Изв. Мордовии.- 2002.- 24 янв.
  6. Каторова, А. М. Художественное своеобразие лирики Александра Арапова // Филологические исследования. 2002: межвуз. сб. науч. тр. по актуал. проблемам литературоведения и языкознания / МГУ им. Н. П. Огарева; отв. ред. О. Е. Осовский.- Саранск, 2003.- С. 34-38.
  7. Смородин, К. В Мордовии зимы — русские // Лит. Россия.- 2003.- 21 февр.(№ 7).- С. 6.
  8. То же // Странник.-2011.- № 6.- С. 92-97.
  9. Смородин, К. «Со своею душою согласный…» // Мордовия.- 7 дней.- 2003.- 5-11 февр. (№ 6).- С. 13.
  10. Арапов Александр Васильевич (1959) // Писатели Мордовии: биогр. справ. / сост.: Е. М. Голубчик, Т. С. Баргова.- Саранск, 2004.- С. 29-30.
  11. Жиндеева, Е. А. Традиции Ф. И. Тютчева в творчестве современного мордовского поэта А. Арапова // Актуальные проблемы межкультурных и межязыковых контактов: материалы науч.- практ. конф., посвящ. 90-летию со дня рождения проф. Н. Т. Пенгитова (Йошкар — Ола) / МГПИ им. Н. К. Крупской; сост. и отв. ред. А. Н. Куклин. — Йошкар — Ола, 2004.-С.115-117.
  12. Нам не простят наивной простоты: [беседа с поэтом / записал В. В. Огрызко] // Лит. Россия.- 2005.- 23 сент.(№ 38).- С.16.
  13. Доронин, А. Два поэта — два восприятия?: [об А. Арапове и В. Федосееве] / А. Доронин, Я. Лаутеншлегер // Отчий дом: лит.- худож. алм. / ред.- сост. В. А. Федосеев.- Саранск, 2006.- С. 224—235.
  14. Каторова, А. М. Строфический репертуар лирики А. Арапова: некоторые наблюдения // Бочкаревские чтения : материалы XXX зон. конф. молодых литературоведов Поволжья (6-8 апр. 2006 г.).- Самара, 2006.- Т. 1.- С. 273—283.
  15. Дёмкина, Э. Традиции Сергея Есенина в творчестве Александра Арапова // Корни: лит.- худож. альм.- Саранск, 2007.- С. 287—292.
  16. Баргова, Т. С. Литература на разных языках и авторы // Баргова Т. С. Книжный мир Мордовии.- Саранск, 2008.- С. 152—169.С. 164—169: о творчестве А. Арапова.
  17. Бородачев, И. «Пенистые облака» Александра Арапова // Изв. Мордовии.- 2009.- 3 нояб.
  18. Пиняева, С. Памяти Александра Арапова // Изв. Мордовии.- 2011.- 1 нояб.
Муҡшы телендә
  1. Зиновьев, Н. В. Арапов Александр Васильевич // Мордовиясь: энциклопедия: кафта томса.- Саранск, 2007.- 1-це томсь.- С. 104.
  2. Лемозт морайхть нармоттне // Мокша.- 2009.- № 11.- С. 91.
Эрзя телендә
  1. Каторова, А. Поэзиясь [А. Араповонь, В. Федосеевонь, В. Юдинать, Ф. Костяйкинонь, Л. Дергачевать поэзияснон колга] // Мокша. — 2002. — № 2/3. — С. 117—125.
  2. Дёмин, В. «Мон моран морот сорныця вайгельсэ…» // Сятко.- 2003.- № 4.- С. 92-120.
  3. Зиновьев, Н. В. Арапов Александр Васильевич // Мордовия: энциклопедия: в 2 т.- Саранск, 2003.- Т. 1.- С. 125.
  4. Зиновьев, Н. В. Арапов Александр Васильевич // Мордовиясь: энциклопедия: кавто томсо.- Саранск, 2007.- 1-це томось.- С. 104.
  5. Зиновьев, Н. Поэзиянь валдо вальма…: очерк // Эрзянь правда.-2003.- 20 февр.
  6. Каторова, А. Коень поладома: Борис Пастернаконь «Гамлет» ды Александр Араповонь «Роль» стихотворениятнень малавиксчист ды явовомаст // Сятко.- 2004.- № 6.- С. 98-103.
  7. Шугуров, Н. Стихензэ гайгить Россиянь поэттнэнь ютксо // Эрзянь правда.- 2004.- 1 апр.
  8. Дёмин, В. И. «Мон моран морот сорныця вайгельсэ…» // Дёмин, В. И. Сюконян тенк…: эрзянь писательде ёвтнемат.- Саранск, 2005.- С. 160—180.
  9. Теке жо // Демин, В. Сёрмадан эйстэнк, тиринь ломанть вечкезь… .- Саранск, 2010.- С. 4-32.
  10. Баргова, Т. Паро, ули истямо поэт… // Арапов, А. Мейле: стихть.- Саранск, 2006.- С. 5-6.
  11. Теке жо // Сятко.- 2007.- № 4.- С. 117—118.
  12. Дёмкина, Э. Коень поладома: С. Есенинэнь ды А. Араповонь лирикаст малавиксчись // Сятко.- 2008.- № 4.- С. 93-105.
  13. Каторова, А. Ладси стихть поэтэсь…: А. Араповонь лирикадонть од вал // Сятко.- 2006.- № 6.- С. 104—109.
  14. Каторова, А. Ладси стихть поэтэсь…: А. Араповонь лирикадонть од вал // Сятко.- 2006.- № 6.- С. 104—109.
  15. Каторова, А. «Ашо» стихсэ мон сёрмадан…: эрзянь поэзиясо верлибрась // Сятко.- 2008.- № 7.- С. 92-95.
  16. Каторова, А. Кавто поэтэнь кавто стихть: мезес тонавты ванкшномаст / А. Каторова, М. Панькина // Сятко.- 2008.- № 2.- С. 91-95.
  17. А. В. Араповонь юбилеентень // Нар. образование Респ. Мордовия.- 2009.- № 5/6.- С. 214—215.
  18. Маторкина, Т. Поэтэсь тешкстызеэсь юбилеензэ // Эрзянь правда.-2009.- 26 нояб.
  19. Маторкина, Т. Эрзянь валдо теште // Эрзянь правда.- 2009.- 5 нояб.
  20. Александр Васильевич Арапов: [некролог] // Эрзянь правда.- 2011.- 16 июня.
  21. Александр Васильевич Арапов // Сятко.- 2011.- № 7.- С. 144.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә