Финикия яҙыуы — кешелек тарихында тәүгеләрҙән булып танылған фонетик яҙыу системаларының береһе. Б. э. т. X быуат тирәһендә барлыҡҡа килә һәм хәҙерге алфавит һәм башҡа ҡайһы бер яҙыу системаларынына башланғыс бирә.

Финикия яҙмаһы

Яҙыу тибы

консонантлы

Телдәр

финикия теле, пуник тел, йәһүд теле , моавит теле, аммонит теле, филистим теле

Тарихы
Осор

беҙҙең эраға тиклем 900—1050 йылдарҙан
б.э.т. 100 йылдарға тиклем, яйлап башҡа яҙыу системаларына әүерелә

Иң боронғо документ

Меша стелаһы

Үҙенсәлектәре
Яҙыу йүнәлеше

уңдан һулға

Билдәләр һаны

22

Юникод диапазоны

U+10900—U+1091F[1]

ISO 15924

Phnx

 Финикия яҙыуы Викимилектә

Был яҙма консонант принциплы, йәғни һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн тартынҡы өндәр генә ҡулланыла. Һуҙынҡыларҙың мәғәнәһен аңлау уҡыусыға ҡалдырылған. Уңдан һулға яҙғандар.

Алфавит яҙмаһын билдәләү

үҙгәртергә

Алфавит яҙмаһында бер тамға бер өндө белдерә. Логографик һәм идеографик яҙмала һәр билдә билдәле бер төшөнсәгә йәки морфемаға тап килә. Ижекле яҙыу ҙа алфавит яҙмаһы тип һаналмай, сөнки силлабарияларҙағы һәр билдә өндәргә түгел, ә айырым ижеккә тап килә[2].

Финикия яҙыуы тарихы

үҙгәртергә

Финикия яҙыуы донъяла тәүге алфавит яҙмаларының береһе булып тора. Тап ул алфавит яҙмаларының бер нисә тармағына башланғыс биргән, һәм бөгөнгө көндә донъяның бөтә алфавит яҙмаларында ла тиерлек (япон канаһынан һәм, бәлки, корея яҙмаһынан тыш[3]) нәҡ финикия яҙыуы тамырҙары бар. Алфавит структураһы булған башҡа яҙмалар — боронғо фарсы шына яҙыуы һәм мероит яҙмаһы — артабан үҫешә алмай[4].

Алфавитлы биш яҙма финикия яҙыуына ҡарағанда күпкә боронғораҡ — Угарит яҙмаһы (яҡынса 400 йылға), боронғо ханаан яҙмаһы (яҡынса 6 000 йылға), протосинай яҙмаһы (яҡынса 800 йылға), Библ яҙмаһы (яҡынса 800 йылға), көньяҡ ғәрәп яҙмаһы (яҡынса бер быуатҡа өлкәнерәк).

Килеп сығышы теориялары

үҙгәртергә

Мысыр теорияһы

үҙгәртергә

Иң киң таралған теорияларҙың береһенә ярашлы, алфавит Мысырҙа барлыҡҡа килә. Был теорияны Франсуа Ленорман тәҡдим итә, һәм 1874 йылда Эммануэль де Руже тарафынан тасуирлана. Ҡағиҙә булараҡ, мысыр теорияһы яҡлылар өс төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм алфавит яҙмаһы Мысыр иероглиф яҙмаһынан килеп сыҡҡан тигән теория яҡлы. Уны Жан-Франсуа Шамполльон, Франсуа Ленорман һәм башҡа ғалимдар хуплай. Ғалимдарҙың икенсе төркөмө алфавит яҙмаһының иератик яҙманан килеп сығышы тураһында фекергә ынтыла, был версия яҡлылар Исаак Тейлор, Пьер Монте һәм башҡалар була. Өсөнсө теория буйынса, алфавит яҙмаһының демотик яҙманан килеп сығыуы тураһында әйтелә, әммә был теория ҡабул итерлек түгел, сөнки алфавит яҙмаһы демотик яҙмаға тиклем барлыҡҡа килә. Был теория яҡлы булып Ганс Бауэр тора.

Әммә мысыр теорияһы тәнҡитләнә, сөнки билдәләрҙең төрлө формалары (700-ҙән ашыу) булғанда фин яҙмаһының айырым билдәләре менән тап килеүе бар. Бынан тыш, Мысыр иероглиф яҙмаһында башта һүҙҙең бер тартынҡылы һәм ике тартынҡылы өлөштәре өсөн махсус билдәләр ҡулланыла. Әммә һуңынан бер тартынҡылы билдәләр идеографик тамғаларға ҡарағанда күпкә һирәгерәк ҡулланыла башлай. Өҫтәүенә, бер тартынҡы билдәләр бер ҡасан да үҙаллы ҡулланылмаған. Шулай уҡ алфавитта бер өндө билдәләү өсөн бер генә тамға ҡулланыла, уның мәғәнәһе үҙгәрмәй, ә мысыр яҙмаһында бер үк өндө төрлө тамғалар менән билдәләп була. Әгәр алфавит Мысырҙа ысынлап та барлыҡҡа килһә, мысырҙар тағы ла бер нисә быуат дауамында ҡатмарлыраҡ иероглифик яҙма ҡулланмаҫ, һәм, алфавит уйлап табылғандан һуң бер нисә быуат үткәс, иероглифик һәм иератик яҙмаларҙы ябайлаштырмаҫ ине[5].

Синай теорияһы

үҙгәртергә
 
«Ба’алат». Протосинай яҙыуы

1916 йылда Алан Гардинер һәм Курт Зете боронғо Синай яҙмаларын өйрәнә. Был яҙмалар 1904—1905 йылдарҙа Флиндерс Питерри тарафынан табыла (бөтәһе 50-гә яҡын яҙма һаҡлана, уларҙың ҡайһы берҙәре 1927 һәм 1935 йылдар араһында табыла). Улар синай яҙыуы мысыр иероглификаһы менән алфавит яҙыуы араһындағы звено булып тора тигән һығымтаға килә. Әммә Синай яҙмаларын асыҡлау барышында бер генә яҙыу — Алиһә Ба’алаттың исеме генә (синайса     ) — уҡылған, тип билдәләргә мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, алфавиттың синай яҙмаһынан килеп сығышы тураһында бер ниндәй ҙә ышаныслы дәлилдәр юҡ, һәм уны алфавит эшләүҙә иң боронғо тәжрибәләрҙең береһе, тип иҫәпләү урынлыраҡ[6].

Гардинер үҙе боронғо синай яҙмаһын дешифровкалауы тураһында былай тип яҙа: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миндә Ба‘алат исеменән башҡа ниндәй ҙә башҡа һүҙҙе уҡыу тураһында мәғлүмәттәрем юҡ; шуға күрә уны гипотеза менән тикшереп булмай»[7].

Артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

Финикия алфавитының артабанғы үҫеше уны яҙыу өлөшөндә бара: хәрефтәре йомшағыраҡ яҙылған тиҙ яҙыу барлыҡҡа килә. Шуның менән бергә, уның таралыу, үҙләштереү һәм яраҡлашыу процестары ике юл менән бара. Семит телендә һөйләшкән халыҡтар араһында ул консонантлығын һаҡлап ҡала һәм бик күп яҙыуҙарға башланғыс биргән арамей теленә үҙләштерелә; гректар һәм этрускылар үҙләштергәс, һуҙынҡылар өҫтәлә.

 
Батша Ашоканың Эдикты грекса (өҫкө) һәм арамейса (аҫта) текстар менән (Табылған урыны — Ҡандағар, Кабул музейы)

Шулай итеп, финикия яҙыуы бер нисә яҙма тармағына башланғыс бирә:

  • Боронғо Ливия яҙмаһы һәм уның вариҫтары:
    • турдетан яҙмаһы (юҡҡа сыҡҡан);
    • бербер яҙмаһы тифинаг;
  • ибер яҙмаһы (юҡҡа сыҡҡан);
  • арамей яҙмаһы, унан килеп сығалар:
 
Пирги табличкалары (скрижалдары) — этрус һәм пуни (карфаген теле) телдәрендә яҙыулы алтын пластиналар, беҙҙең эраға тиклем V быуат башында.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә күп һанлы яҙыу системаларының күпселеге финикия алфавитының туранан-тура вариҫтары булып тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • История письменности, хронология

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Phoenician (ингл.) (PDF). Unicode. Дата обращения: 16 апрель 2019. Архивировано 25 март 2019 года.
  2. Истрин В. А. Развитие письма. — М.: Наука, 1965.
  3. По мнению лингвиста Гэри Ледьярда, одним из источников хангыля было монгольское квадратное письмо, созданное Пагба-ламой, и, таким образом, хангыль также является отдалённым потомком финикийского алфавита. См. Ledyard, Gari K. The Korean Language Reform of 1446. Seoul: Shingu munhwasa, 1998.; Ledyard, Gari. «The International Linguistic Background of the Correct Sounds for the Instruction of the People.» In Young-Key Kim-Renaud, ed. The Korean Alphabet: Its History and Structure. Honolulu: University of Hawai’i Press, 1997.
  4. Дирингер, Дэвид. Алфавит. — М.: Издательство Иностранной Литературы, 1963.
  5. Дирингер, Дэвид. Алфавит. — М.: Издательство Иностранной Литературы, 1963.
  6. Дирингер, Дэвид. Алфавит. — М.: Издательство Иностранной Литературы, 1963.
  7. A. Gardiner. JEA. — январь 1916.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Письменности
  • Финикия
  • Финикийский алфавит