Апрель тезистары
Февраль революцияһынан һуң Рәсәй большевиктарының В. И. Ленин төҙөгән эш программаһы
«Апрель тезистары» — Февраль революцияһынан һуң Рәсәй большевиктарының эш программаһы, 1917 йылдың апрелендә Петроградҡа ҡайтҡандан һуң, В. И. Лениндың власты тартып алыу юлы менән буржуаз-демократик революцияны социалистик революция итеп үҫтереү планы. Тезистар тексы большевистик «Правда» гәзитендә 1917 йылдың 7 (20) апрель 1917 апрелендә баҫылып сыға.
Апрель тезистары | |
Жанр | социокритика[d] |
---|---|
Автор | Ленин Владимир Ильич |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Йөкмәткеһе
үҙгәртергә«Апрель тезистары» 10 положениенан тора:
- Һуғышты ҡаты тәнҡитләү, «революцион оборонасылыҡтан» ҡырҡа баш тартыу;
- Революцияның «буржуаз-либераль» баҫҡысы тамамланды, артабан «социалистик» баҫҡысҡа күсергә кәрәк, уның барышында власть пролетариат һәм үтә фәҡир крәҫтиәндәр ҡулына күсергә тейеш;
- «Ваҡытлы хөкүмәткә бер ниндәй ярҙам күрһәтмәҫкә»;
- Ваҡ буржуаз оппортунистик элементтар блогына ҡаршы тороу менән бергә бөтә дәүләт власының эшсе депутаттары Советтарына күсеүе зарурлығы тураһындағы лозунгты алға һөрөргә;
- Парламент республикаһы түгел, ә бөтә ил буйлап, аҫтан өҫкә тиклем эшсе, батрак һәм крәҫтиән депутаттары Советтары республикаһын урынлаштырырға, полицияны, армияны һәм бюрократик аппаратты бөтөрөргә һәм даими армияны бөтә халыҡтың ҡоралланыуына алмаштырырға;
- Аграр реформа — бөтә алпауыт ерҙәрен конфискацияларға һәм илдәге бөтә ерҙәрҙе национализацияларға;
- Банк реформаһы — илдең бөтә банктарын эшсе депутаттар контроленә буйһонған бер дөйөм милли банкҡа ҡушырға;
- Советтар ижтимағи етештереүгә һәм продуктыларҙы бүлеүгә контролде тормошҡа ашырырға тейеш;
- РСДРП(б)-ның «партия бурыстары» (атаманы Коммунистар партияһына алмаштырыуҙы ла индереп);
- «Интернационалдың яңырыуы».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Апрельские тезисы В. И. Ленина / Гимпельсон Е. Г. // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 2).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «О тезисах Ленина и о том, почему бред бывает подчас интересен» — полемическая статья Г. В. Плеханова