Ансимов Анатолий Дмитриевич

Ансимов Анатолий Дмитриевич (7 ноябрь 1934 — 9 июнь 2002) — журналист, шағир. СССР Журналистар союзы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы.

Анатолий Дмитриевич Ансимов
Файл:Ансимов Анатолий Дмитриевич 2.jpg
Анатолий Дмитриевич Ансимов
Тыуған көнө:

7 ноябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов

Вафат булған көнө:

9 июнь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (67 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1958—1992

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Биография үҙгәртергә

Анатолий Андреевич Ансимов 1934 йылдың 7 ноябрендә Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған. Уның бала сағы Ростов өлкәһе Зимовниковский районының Новолодин утарында үтә. Ауыл 1943 йылда немец-фашист оккупацияһынан азат ителә.

1952 йылда буласаҡ шағир Дондағы Ростов ҡалаһының 78-се мәктәбен, артабан Новочеркасск инженер-мелиорация институтын (хәҙер Новочеркасск дәүләт мелиорация академияһы) тамамлай.

1958 йылда Анатолий Ансимов «Комсомолец» өлкә гәзитенең журналисы булып эш башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары була. Һуңыраҡ «Вечерний Ростов» гәзитендә хеҙмәт итә, «Молот» өлкә гәзитенең хаттар бүлеге мөдире вазифаһын биләй, был баҫманың «Донское слово» әҙәби-нәфис ҡушымтаһын сығарыуҙы башлап ебәрә. Журналист йомоштары менән өлкәнең төрлө райондарын йөрөп сыға. 1992 йылдан «Старый друг» полиграфия фирмаһының директоры була.

Анатолий Ансимов СССР Журналистар һәм Рәсәй Яҙыусылар союздарыы ағзаһы, «Шолоховский круг» әҙәби ширкәтенең совет ағзаһы, Дон ғәскәре өлкәһе казактары союзының идара ағзаһы (1990—1991) була[1].

Ижады үҙгәртергә

Шағирҙың беренсе баҫмаһы ХХ быуаттың 50-се йылдарында өлкә матбуғатында сыға. 19581992 йылдарҙа ул әҫәрҙәрен «Комсомолец», «На стройке», «Молот», «Киске Ростов» гәзиттәрендә, «Молот» гәзитенең «Донское слово» әҙәби-нәфис ҡушымтаһында баҫтыра.

Анатолий Ансимов «Шолоховский круг» әҙәби-тарихи йәмғиәте эшенә ҙур өлөш индерә, Дон ғәскәре өлкәһе Казактар союзын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша.

Матбуғатта әҙәби эш тәжрибәһе алып, шиғри ижад менән шөғөлләнә. А. Ансимов шиғырҙары «Дон», «Смена», «Дружба», «Советский воин» өлкә, үҙәк гәзит-журналдарында баҫыла. Ростов китап нәшриәтендә уның « Полюс тепла» (1979), «День приезда» (1986), «Третий раунд» (1989) шиғырҙар йыйынтыҡтары сыға.

А. Ансимов тыуған яғы тураһында шиғырҙар яҙа. 1992 йылдан алып «Старый друг» полиграфия фирмаһының директоры булып эшләгән сағында ул күп шағирҙарға әҫәрҙәрен сығарырға ярҙам итә.

Ижады үҙгәртергә

А. Д. Ансимов әҫәрҙәре:

  • Ансимов А. Д. День приезда: Стихи / Анатолий Ансимов. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 64 с.
  • Ансимов А. Д. Третий раунд: Стихи / Анатолий Ансимов; Худож. К. И. Стародуб. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1989. — 96 с.
  • Ансимов А. Д. Славянский шлем: Стихи / Анатолий Ансимов. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1990. — 95 с.
  • Ансимов А. Старый друг: Стихи / Анатолий Ансимов; Худож. М. В. Ордынская. — Ростов н/Д: Книга, 1994. — 96 с., ил.
  • Ансимов А. Ах, эта русская душа: Стихи // Дон. — 1994. — № 8-9. — С. 153—157.
  • Ансимов А. «Снова по-над Доном небо хмурится»: Стихи // Наше время. — 1994. — 22 ноября. — С. 2.
  • Ансимов А. Стихи // Донские горизонты: Сборник произведений донских писателей. — Ростов н/Д: ОКОЕМ, 1995. — С. 254—279.
  • Ансимов А. По дороге от Христа до Маркса: Стихи // Дон. — 1998. — № 10. — С. 37-41.
  • Ансимов А. Из книги «Последний журналист» // Южная звезда: Лит.-худож. альманах. — Ростов н/Д: МП Книга, 2001. — С. 83-85.
  • Ансимов А. «В трех шагах от нового дня…»: Стихи // Дон. — 2002. — № 3-4. — С. 69-71.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Астапенко М. П., Астапенко Е. М. Николай Туроверов: казак, воин, поэт. — Ростов н/Д, ООО «Терра», 2014. — 100 с. ISBN 978-5-906446-03-9
  • Таманов Д. Понять людскую боль: [о новой книге стихов А. Ансимова «Ночная кукушка»] // Молот. — 2001. — 29 мая. — С. 3
  • Тартынский Л. « И рвутся на куски сердца»: [о новой книге А. Д. Ансимова «Лебяжий яр»] // Приазовский край. — 1999. — № 34. — 26 августа. — С. 6.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә