Анна Бергер
Анна Бергер (нем. Hanna Berger), йәки Иоганна Бергер (нем. Johanna Berger) (1910 йыл, Вена, Австро-Венгрия — 15 ғинуар 1962 йыл, Берлин, ГДР) — бейеүсе, хореограф, заманса бейеүҙәр мәктәбе вәкиле, антифашист, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Ҡаршылыҡ хәрәкәте ағзаһы, «Ҡыҙыл капелла» ойошмаһы ағзаһы.
Анна Бергер | |
нем. Hanna Berger | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Германия Австрия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Johanna Hochleitner |
Тыуған көнө | 23 август 1910 |
Тыуған урыны | Вена, Австро-Венгрия |
Вафат булған көнө | 15 ғинуар 1962[1] (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Шарите[d], Берлин, Германия Демократик Республикаһы |
Ерләнгән урыны | Meidlinger Friedhof[d] |
Внебрачный партнёр | Кремер, Фриц[d] |
Һөнәр төрө | музыка педагогы, хореограф, боец сопротивления, бейеүсе, мастер танца |
Эш урыны | Венский университет музыки и исполнительского искусства[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Коммунистическая партия Австрии[d] һәм Германия коммунистар партияһы |
Анна Бергер Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәИоганна Бергер 1910 йылда Австро-Венгрия империяһында Венала тыуған. Күп коллегаларынаналда Анна нәфис бейеүҙең яңы этабын үҙләштерә. Ул Мэри Вигман һәм Труди Шоп менән бейей. 1942—1943 йылдар миҙгелендә Анна Берлинда Hebbel һәм Renaissance театрҙарында бейей. 1942 йылдың 24 октябрендә Познань ҡалаһында уны гестапо ҡулға ала һәм 1943 йылдың 20-21 авгусында халыҡ суды алдына ул ғәйепләнеүсе сифатында баҫа.
Уны Берлин-Шарлоттенбургтағы художество мәктәбендә скульптор Курт Шумахер төркөмөнән «Ҡыҙыл капелла» ойошмаһының башҡа ағзалары һәм Фриц Кремер һәм менән бәйләнештә ғәйепләйҙәр, уларҙың ағзаларын инде гестапо ҡулға алған була. 1943 йылда Аннаны төрмәнән тейешле дәлилдәр етмәү сәбәпле сығаралар. Һуғыш аҙағына тиклем рөхсәтһеҙ Штирияла йәшәй. Һуғыштан һуң Анна Вена һәм Берлинда бейеүҙән уҡыта. 1947—1951 йылдарҙа Анна Бергерҙа Миттерхубер Оттилия уҡый.
Анна Бергер 1962 йылда вафат була һәм Австрияның Вена ҡалаһында Майдлингер зыяратының почетлы ҡәберлектәр участкаһында ерләнә.
Уның иҫтәлеге тураһында Андреа Аморт 2000 йылда «Berger Hanna: Retouchings» («Анна Бергер. Штрих») пьесаһын яҙа.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Andrea Amort, Mimi Wunderer-Gosch (Hrsg.): Österreich tanzt. Geschichte und Gegenwart. Böhlau Verlag: Wien/Köln/Weimar 2001. ISBN 3-205-99226-1
- Andrea Amort: Hanna Berger. Spuren einer Tänzerin im Widerstand. («Анна Бергер. След танцовщицы в Сопротивлении») Christian Brandstätter Verlag: Wien 2010. ISBN 978-3-85033-188-3
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фонд Культуры
- Прикосновения. В поисках потерянного времени на сайте Tanz.at
- Германский архив танца в Кёльне
- Портрет танцовщицы Анны Бергер Фрица Кремера
- ↑ Bibliothèque nationale de France Hanna Berger // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.