Анна Анка
Анна Анка (швед. Anna Anka; 28 апрель 1971 йыл) ― швед-америка моделе, актёр һәм яҙыусы. Канада йырсыһы Пол Анканың элекке ҡатыны, Svenska Hollywoodfruar (Швед ҡатындары Голливудта) швед реалити-шоуында ҡатнашыусы.
Анна Анка | |
швед. Anna Anka | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған ваҡыттағы исеме | пол. Danuta Anna Kołodziejska |
Тыуған көнө | 28 апрель 1971[1] (52 йәш) |
Тыуған урыны |
Польша Польша Халыҡ Республикаһы[d] |
Хәләл ефете | билдәһеҙ һәм Пол Анка[d] |
Һөнәр төрө | актёр, журналист, модель, участница конкурса красоты |
Рәсми сайт | annaanka.com |
![]() |
Биографияһы Үҙгәртергә
Данута Анна Колодзейская Польша Халыҡ Республикаһында тыуған[2]. Әсәһе бик иртә вафат булған, өс йәшендә уны Швецияла, Бюв ҡалаһында йәшәгән ирле-ҡатынлы Обергтар бағымға алалар. Күсеп Ҡушма штаттарына 1993 йылда, Мисс Гавайя тропиктары халыҡ-ара конкурсының һигеҙенсе урынға эләккәндән һуң, күсә[3].
Шул уҡ ваҡытта Анка профессиональ модель булырға ҡарар итә, ә алты йыл үткәс, уны музыкант Пол Анка үҙенең шәхси тренеры сифатында эшкә ала. 2005 йылда Пол Анканан ул таба, Итан тип исем ҡушалар. Улар 2008 йылда өйләнәләр. 2010 йылда айырылышалар. Пол Анка улы Итанға хоҡуҡтарын 2017 йылдың 3 июлендә юғалта[4]. Шулай уҡ уның ҡыҙы Элли бар.
Карьераһы Үҙгәртергә
Анна Анка «Аңра, аңранан да аңра» америка фильмында эпизодик роль башҡара, титрҙарҙа Анна Оберг тип күрһәтелә. Шулай уҡ бик мөһим булмаған ролдәрҙе «Белгес» һәм «Төшөрөү зонаһы» фильмдарында уйнай[5].
Анка ауырлы ҡатындар өсөн «The 30-book minute workout pregnancy» исеме аҫтында ҡулланма сығара[6].
Svenska Hollywoodfruar Үҙгәртергә
2009 йылда Анка Svenska Hollywoodfruar реалити-шоуҙа ҡатнашҡандан һуң халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай. Реалити -шоуҙа Голливудта йәшәгән өс ҡатынды күрһәтәләр. TV3 телеканалда күрһәтелгән тапшырыуҙың рейтингы ифрат юғары була[7] һәм тапшырыу әлеге телеканалда яңы тамашасы рекордын ҡуя[8].
Иҫкәрмәләр Үҙгәртергә
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Sanna Torén Björling Anna Anka tacksam över all publicitet (швед.). DN.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 29 сентябрь 2009 года.(швед.). DN.se. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 сентябрь 2009. 2 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ "Vart är du Anna Anka?" (In Swedish) . Дата обращения: 30 сентябрь 2009. Архивировано 1 октябрь 2009 года. 2009 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.foxnews.com/entertainment/2017/07/03/paul-anka-wins-custody-his-11-year-old-son-from-miss-sweden-anna-aberg.html
- ↑ The life of Anna Anka
- ↑ Foto: Samuel Ahlin Anna från Bjuv blev fru Anka - KVP.se - Senaste nytt | Expressen - Nyheter Sport Ekonomi Nöje . KVP.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 26 октябрь 2009 года. 2009 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Anna Anka sprängde miljonvallen - Dagens Media (швед.). Dagensmedia.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. 2009 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.(швед.). Dagensmedia.se. 2 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Tv- och populärkultursbloggen | SvD . Blogg.svd.se. Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано 27 июль 2011 года. 2011 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.