Анна Элин Астрид Анвегорд (швед. Anna Elin Astrid Anvegård) — швед футболсыһы, «Русенгорд» һәм Швеция милли йыйылма командаһы һөжүм итеүсеһе, 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призёры.

Анна Анвегорд
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 10 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (26 йәш)
Тыуған урыны Бредарюд[d], Вернаму[d], Йёнчёпинг[d], Швеция
Һөнәр төрө футболсы
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы женская сборная Швеции по футболу[d]
Спорт төрө Футбол[2]
Ҡатнашыусы Футбол на летних Олимпийских играх 2020 (женщины)[d][3] һәм Чемпионат мира по футболу среди женщин 2019[d]
Бейеклеге/буйы 1,65 ± 0,001 метр[2]
 Анна Анвегорд Викимилектә

Карьераһы үҙгәртергә

«Векшё» үҙгәртергә

Анна Анвегорд өлкәндәр кимәлендә Швецияның ҙурлығы буйынса өсөнсө булған «Векшё» клубында 2015 йылда беренсе тапҡыр сығыш яһай. 17 уйында 27 туп индереп, ул турнир бомбардирҙары исемлеген етәкләй һәм командаға икенсе дивизионға күтәрелергә ярҙам итә. Киләһе ике миҙгелдә футболсы шулай уҡ иң яҡшы һөжүмсе була, ә клуб 2016 йылда өсөнсө, 2017 йылда беренсе урын яулай[4].

Швецияның юғары дивизионында беренсе миҙгелдә Анвегорд дәғүәселәр ҡапҡаһына 14 тапҡыр туп индерә, был күрһәткес буйынса тик Аня Миттагтан ғына ҡалыша, ә клуб етенсе урын ала[5]. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса спортсыға «Прорыв года» призы тапшырыла; ул шулай уҡ «Йылдың иң яҡшы һөжүмсеһе» исеменә лайыҡ була[6].

«Русенгорд» үҙгәртергә

Анвегордтың иҫ киткес һөҙөмтәлелеге Швецияның да, шулай уҡ сит илдәрҙең дә ҙур клубтары өсөн уны трансфер маҡсат итә[7]. 2019 йыл миҙгел уртаһында футболсы «Русенгорд» клубына күсә[8].

2019 йылда Анвегорд «Векшё» һәм «Русенгорд» өсөн 14 гол менән чемпионаттың иң яҡшы һөжүмсеһе була, шулай уҡ йылдың иң әһәмиәтле уйынсыһы булып таныла[9] ә Мальмё клубы уның ярҙамы менән Дамаллсвенскандың рекордлы 11-се титулына эйә була[10].

2020 йылда швед спортсыһы 16 туп индереп, яңынан чемпионаттың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе була, ә уның клубы миҙгелде икенсе урын менән тамамлай[11]. 2020 йылдың декабрендә грузиндарҙың «Ланчхути» командаһына ике уйында өс туп индереп, УЕФА Чемпиондар лигаһында ул дебют яһай[12][13]. Бынан тыш, ул 2020 йылда донъяның 100 иң яҡшы футболсылары исемлегенә тәүге тапҡыр индерелә, унда 85-се урынды биләй[14].

Йыйылма командала карьераһы үҙгәртергә

Анвегорд төрлө йәштәге Швеция йыйылма командалары составтарына инә. Ул егерме йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатына милли команда заявкаһына эләгә: төркөм этабының икенсе матчында Папуа—Яңы Гвинеянан килгән йәштәштәре ҡапҡаһына бер туп индерә.

2018 йылдың июнендә беренсе тапҡыр швед төп йыйылма командаһына саҡырыла, һәм Хорватияға ҡаршы иптәштәрсә матчта алмашҡа сығып, милли команда өсөн дебют яһай[15]. Йыйылма өсөн беренсе голын Анвегорд 2018 йылдың 11 ноябрендә инглиздәргә ҡаршы иптәштәрсә матчта индерә[16].

2019 йылдың майында Анвегорд донъя чемпионатына ҡатнашыу өсөн Швецияның ғаризаһына индерелә[17]. Ул төркөм этабының Чилиға ҡаршы беренсе тур матчында был турнирҙа дебют яһап, үҙ командаһының 3 уйынында ҡатнаша.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Команда үҙгәртергә

«Векшё»
  • Дивизион 1 еңеүсеһе: (1) 2015
  • Элитэттан еңеүсе: (1) 2017
«Русенгорд»
  • Швеция чемпионы: (1) 2009
Швеция йыйылма командаһы
  • Донъя чемпионатының бронза призеры: (1) 2009

Шәхси үҙгәртергә

  • Дивизион 1 «Алтын бутсаһы»: (1) 2015
  • Элитэттандың «Алтын бутсаһы»: (2) 2016, 2017
  • Швеция чемпионатының «Алтын бутсаһы»: (2) 2019, 2020
  • Швед футбол союзының «Прорыв йыл» бүләге: (1) 2018
  • Швеция чемпионатының «Иң мөһим уйынсыһы»: (1) 2019
  • Донъяның топ-100 иң яҡшы футболсыһы: (1) 2020

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Anna Anvegard // FBref.com (билдәһеҙ)
  2. 2,0 2,1 Soccerdonna (нем.) — 2010.
  3. Anna Anvegård (ингл.) — 2006.
  4. Målsprutan ska skjuta kvar nykomlingen Växjö (швед.). Expressen (12 апрель 2018). Дата обращения: 3 май 2021.
  5. Jan Peter Andersson. Rosengårds drag: Värvar VM-hjälten (швед.). Expressen (12 август 2019). Дата обращения: 3 май 2021.
  6. Simon Vinnardag. Anna Anvegård prisades på Fotbollsgalan: ”Det var så nervöst” (швед.). Sveriges Radio (12 ноябрь 2018). Дата обращения: 3 май 2021.
  7. Tidig julklapp, Anna Anvegård förlänger! (швед.). Växjö DFF (22 декабрь 2018). Дата обращения: 3 май 2021. 2021 йыл 3 февраль архивланған.
  8. Jonathan Nilsson. Anna Anvegård klar för FC Rosengård: ”Otroligt glada” (швед.). Sportbladet (12 август 2019). Дата обращения: 3 май 2021.
  9. Fotbollsgalan 2019 - vinnarna (швед.). Svenska Fotbollförbundet (11 ноябрь 2019). Дата обращения: 3 май 2021.
  10. Jane Björck, Carl Sköldbäck. Anna Anvegård: ”Känns knappt som det har hänt” (швед.). SVT Sport (20 октября 2019). Дата обращения: 3 мая 2021.
  11. Emelie Fredriksson. Anvegård knäskadad: ”Tufft för henne just nu” (швед.). SVT Sport (2 марта 2021). Дата обращения: 3 мая 2021.
  12. Louise Andersson. Rosengård ostoppbara i CL-mötet (швед.). SVT Sport (9 декабря 2020). Дата обращения: 3 мая 2021.
  13. Johan Dolck Wall. Rosengård vidare i CL efter kross med 17-0 (швед.). Expressen (16 декабря 2002). Дата обращения: 3 мая 2021.
  14. 85: Anna Anvegård (англ.). The Offside Rule. Дата обращения: 3 мая 2021.
  15. Anvegård vill skjuta Sverige till VM (швед.). Svenska Fotbollförbundet (28 август 2018). Дата обращения: 3 май 2021.
  16. England Women 0-2 Sweden Women: Lionesses lose in skipper Steph Houghton's 100th cap (ингл.) (11 ноябрь 2018). Дата обращения: 3 май 2021.
  17. Gerhardssons VM-trupp presenterad (швед.). Svenska Fotbollförbundet (16 мая 2019). Дата обращения: 3 мая 2021.