Ангора йөнө (мамыҡ), дебете; Ангора сүсе , йәки Ангора — үҙенә генә хас бик йомшаҡ, нәфис өбөрөлө йөн туҡыма, уны ангора йорт ҡуянынан алынған мамыҡтан етештерәләр.

Ангора дебете
Рәсем
Исем Angorawolle
Етештерелә Ангорский кролик[d]
 Ангора дебете Викимилектә
Бәрәсле ангора кәзәһе

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Туҡыма өсөн сеймал биргән тоҡом ҡуяндарға исем дә шундай уҡ оҙон йөнлө булыуы менән танылған кәзәгә оҡшатып, уның исеменән алып бирелгән.

XIX быуат башында ангора дебете тип тап ангора кәзәһе мамығы (дебете) күҙҙә тотолған. Мәҫәлән, «ЭСБЕ»-ла ангора дебете ошолай һүрәтләнгән[1]:

  Ангорская шерсть (франц. poil de chèvre, англ. mohair) — чрезвычайно густая, мягкая, как шёлк, и блестящая шерсть ангорской козы, большею частью совершенно белого, редко чёрного или серого цвета, волос которой достигает 12—15 и даже 30 см длины; она дает превосходный материал для изготовления разных материй, как то: плюша, камлота, саржи, идет также на полушелковые материи, на шали и отчасти привозится в Европу в виде пряжи.  

Ангор кәзәһенең дебете тураһында әйткәндә хәҙерге заманда башлыса мохер күҙҙә тотола , әммә әлегә тиклем исемдәре менән буталсыҡ килепсығып тора.

Иң яҡшы ангора дебетен Франция, Италия һәм Япония етештерә; уны ҡулланып трикотаж сығаралар (башлыса, свитер һәм балаларға кейем-һалым, шулай уҡ ойоҡбаштар), үҙен генә лә, туҡыма ныҡлығын арттырыу өсөн башҡа төр йөн дә ҡушып туҡыйҙар.

Леванта һәм фарсы кәзәләре тиреһен дә «ангора» тип атаусандар — улар йыш ҡына тәбиғи төҫтәрендә (аҡ) ҡалдырып, ат япмаһы итеп тотонола, буялғандарын — келәмдәр, йәки шундай көнкүреш әйберҙәренә буяп файҙаланалар[2].

Ангора ҡуяндары үҙгәртергә

Ангора кроликтары — боронғо тоҡом йорт ҡуяны. Уларҙы үрсетеү Төркиәлә башланған, ә был хайуандарға башта Төркиә баш ҡалаһы Анкара исеме менән атағандар. Европала был хайуандар Францияла XVIII быуат уртаһында үрсетә башлайҙар, унда тиҙ арала популярлаша, ә XIX быуат башына ангора кроликтары бөтә ҡитғалар буйлап тарала. Тәүге осорҙа Европала ангора кроликтары дәрәжәле кешеләрҙә популярлыҡ ала, был тоҡомдарҙы сәнәғәти кимәлдә үрсетеү һуңғараҡ башлана.

Артабан был атама башҡа хайуандарҙың ебәк кеүек йомшаҡ, оҙон йөнөнә лә күскән [3].

Рәсәйҙә ангора кроликтары IX быуатта уҡ күренә башлай, дөрөҫ, уларҙы «аҡ төлкө ҡуяндары» тип атап йөрөтәләр, «ангора ҡуяны» исеме һуңғараҡ ҡушыла. Шулай уҡ Рәсәй ғалимдары егерменсе быуат уртаһында һыуыҡ климатта даими йылытыла торған биналарҙан башҡа йәшәргә һәләтле ангора кроликтарҙың мамыҡ тоҡомдарын сығарғандар.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Ангорская шерсть // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Ангорские шкуры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. ангорский

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ангорская порода// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Компания H&M туҡтатып йөн продукцияһы сығарыу ангор кроликтар булды.