Амитабх Баччан
Амитабх Баччан (ингл. Amitabh Bachchan, һинд अमिताभ बच्चन, 11 октябрь 1942 йыл) — Һиндостан киноактёры, сәйәсмән, продюсер һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы. Өс Милли кинопремия һәм 11 Filmfare Awards эйәһе (Һиндостандың һинд телендә фильмдар төшөрөүҙәге уңыштар өсөн йыл һайын бирелә торған кинопремияһы, әһәмиәте буйынса Американың "Оскар"ына тиң). Һиндостандың иң юғары гражданлыҡ: 1984 йылда — Падма Шри, 2001 йылда — Падма Бхушан, 2015 йылда Падма Вибхушан наградалары менән бүләкләнгән. Үҙенең актёрлыҡ карьераһында барлығы 200-ҙән ашыу фильмда уйнаған.
Амитабх Баччан | ||||||
һинд अमिताभ बच्चन | ||||||
Исеме |
Амитабх Шривастав | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө |
11 октябрь 1942[1][2][3] (82 йәш) | |||||
Тыуған урыны |
Аллаһабад, Британ Һиндостаны (хәҙерге Һиндостан) | |||||
Һөнәре |
актёр, кинопродюсер, Ҡалып:Телеведущий | |||||
Карьераһы |
1969 йылдан бөгөнгәсә | |||||
Наградалары |
| |||||
IMDb | ||||||
Амитабх Баччан Викимилектә | ||||||
Биографияһы
үҙгәртергәАмитабх Баччан 1942 йылдың 11 октябрендә Уттар-Прадеш штатының Аллаһабад ҡалаһында билдәле һинд шағиры Хариванш Рай Баччан (тахаллусы (псевдонимы), ысын фамилияһы — Шривастав) һәм уның ҡатыны Теджи Баччан ғаиләһендә донъяға килә. Амитабхтың Аджитабх исемле ҡустыһы бар.
1973 йылдың июненән Амитабх Баччан актриса Джайя Бхадуриға өйләнгән. Уларҙың никахында Швета исемле ҡыҙ һәм Абхишек исемле малай тыуа. Абхишек Баччан да билдәле актёр, 2007 йылда актриса Айшвария Рай менән ғаилә ҡора[5].
Кинолағы карьераһы
үҙгәртергә1969 йылда Амитабх Баччан «Семь индийцев» (Saat Hindustani) фильмында тәүгә киноға төшә, һәм төп ролдәрҙең береһен башҡара. Фильм коммерция йәһәтенән уңышҡа өлгәшмәһә лә, ундағы роле өсөн ул, яңы иң шәп актёр булараҡ, милли кинопермияға лайыҡ була. Икенсе «Ананд» фильмында төп ролде Раджеш Кханна башҡара, Баччанға икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн Filmfare Award тапшырыла.
Шулай ҙа уға ысын уңыш бары тик 1973 йылда, «Затянувшаяся расплата» фильмында төп ролде башҡарғандан һуң килә. Унда актёрға «асыулы йәш егет», яңғыҙы яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкән полицейский роле (Баччандың роленең рус телендәге тәржемәһен В. Спиридонов уҡый) бирелә. Фильм Болливудҡа һынылыш индерә һәм артабан романтик жанрҙағы кинолар ғына түгел, боевиктар һәм детективтар төшөрөү ҙә үҫешә башлай. Уҙған быуаттың 70-се йылдары Һиндостан кинематографында Амитабх Баччан йондоҙо аҫтында үтә.
Йәрәхәте
үҙгәртергә1982 йылда, «Носильщик» (Coolie) фильмын төшөргәндә, Баччан дублерһыҙ башҡарған ҡатмарлы трюктарҙың береһендә ауыр йәрәхәт ала. Һуғыш күренешен төшөргәндә, өҫтәл ҡырыйына ҡаты бәрелеү һөҙөмтәһендә талағы шартлай. Һөҙөмтәлә, ул бер нисә көн иҫһеҙ (комала) ята. Сценарий буйынса Баччан уйнаған герой үлергә тейеш була, әммә ваҡиғаларҙың икенсе боролош алыуы сәбәпле, фильм төшөрөүселәр уны үҙгәртә. Яңы версияла герой иҫән ҡала.
Сәйәси карьераһы
үҙгәртергә1984 йылда, популярлыҡ түбәһендә, Амитабх Баччан тыуған ҡалаһынан парламент һайлауҙарында үҙенең кандидатураһын ҡуя һәм ҙур айырма менән еңеп сыға. Әммә 1987 йылда ул сәйәсәттән китә һәм ҡабат киноға әйләнеп ҡайта.
Телевизион карьераһы
үҙгәртергә2000−2005 йылдарҙа Амитабх Баччан «Кем миллионер булырға теләй?» телеуйынының һинд версияһын алып бара. 2007 йылда уны Шахрух Хан алмаштыра. 2010 йылда Баччан ҡабат телетапшырыуҙар алып барыусыһы булып китә.
Фильмография
үҙгәртергә- Пику (2015)
- Шамитабх (2015)
- Призрак виллы Натхов 2 (2014)
- Великий Гэтсби (2013)
- Упорство в истине (2013)
- Отдел (2012)
- Бронирование (2011)
- Старик Ббудда (Bbuddah Hoga Terra Baap, 2011)
- Битва телеканалов (2010)
- Три карты (2010)
- Папочка (2009)
- Алладин (2009)
- О Боже, ты велик! (2008)
- По стопам отца 2 (2008)
- Призрак (2008)
- Yaar Meri Zindagi (2008)
- Джодха и Акбар (2008)
- Жертва тщеславия (2007)
- Месть и закон наших дней (2007)
- Танцуй, крошка, танцуй (2007)
- Свами (2007)
- Перестрелка в Локандвале (2007)
- Рецепт любви: без сахара! (2007)
- Эклавия — княжеский страж (2007)
- Папа (2006)
- Ганга (2006)
- Никогда не говори «Прощай» (2006)
- Ничего не бойся 2 (2006)
- Семья: Кровные узы (2006)
- Телохранитель (2005)
- Как сердце подскажет (2005)
- Найти справедливость (2005)
- По стопам отца (2005)
- Ангел любви (2005)
- Банти и Бабли (2005)
- Наперегонки со временем (2005)
- Последняя надежда (2005), $ 10 000
- Птицы 2: Путешествие на край света (2005)
- Преданность (2004)
- Вир и Зара (2004)
- Долгожданный (2004)
- Ну что, влюбился? (2004)
- Стена (2004)
- Цель жизни (2004)
- Наставник (2004)
- Insaaf: The Justice (2004) (рассказчик)
- Священный амулет (2004)
- Долг превыше всего (2004)
- Доверие (2004)
- Приключения во времени (2003)
- Любовь и предательство (2003)
- Радость моя (2003)
- Бум (2003)
- Надежда (2003)
- Чужой среди своих (2002)
- Огонь и дождь (2002)
- Нас не догонят (2002)
- Опасная игра (2002)
- И в печали, и в радости (2001)
- Отражение (2001)
- Узы любви (2001), $ 1 000 000
- Влюбленные (2000)
- Kohram (1999)
- Диверсант (1999)
- Солнечная династия (1999)
- Красный падишах (1999)
- Напарники (1998)
- Господин майор (1998)
- Ангел смерти (1997)
- Наши с тобой мечты (1996)
- Akka (1994)
- Человеколюбие (1994)
- Бог свидетель (1992)
- Господство тирании (1992)
- Одиночка (1991)
- Индраджит (1991)
- Черный принц Аджуба (1991)
- Добрые друзья (1991)
- Настоящий Арджун (1990)
- Огненный путь (1990)
- Я свободен (1989)
- Волшебник (1989)
- Туфан (1989)
- Раздел (1989)
- Ганга, Джамна, Сарасвати (1988)
- Soorma Bhopali (1988)
- Шахеншах (1988)
- Расплата за преступление / Aakhree Raasta (1986)
- Раджа (1985)
- Невинно осужденные (1985)
- Пьяница (1984)
- Kanoon Kya Karega (1984)
- Беспощадный (1984)
- Слепой закон (1983)
- Зов свободы (1983)
- Носильщик (1983)
- Удивительный (1983)
- Кара богов (1983)
- Преданный слуга (1982)
- Три брата (1982)
- Шакти (1982)
- Патриот (1982)
- Несравненный (1982)
- Великолепная семёрка (1982)
- Калия (1981)
- Любовная связь (1981)
- Сирота (1981)
- Судьба (1981)
- Одна дождливая ночь (1981)
- Крепкая дружба (1981)
- Рам и Балрам (1980)
- Красивая жизнь (1980)
- Верные друзья (1980)
- Дважды два — пять (1980)
- Отважный парень (1979)
- Семейное счастье (1979)
- Чёрный камень (1979)
- Прости, Аруна (1979)
- Возмездие (1979)
- Большая игра (1979)
- Наглец (1978)
- Владыка судьбы (1978)
- Трезубец бога Шивы (1978)
- Главарь мафии (1978)
- Клятвы и обещания (1978)
- Клянусь именем Ганги (1978)
- Амар, Акбар, Антони (1977)
- Воспитание (1977)
- Мелодия мечты (1977)
- Charandas (1977)
- Цена дружбы (1977)
- Честь и вера (1977)
- Правосудие (1976)
- Два незнакомца (1976)
- Сердцеед (1976)
- Любовь — это жизнь (1976)
- Втихаря (1975)
- Стена (1975)
- Мили (1975)
- Сбежавший (1975)
- Месть и закон (1975)
- Совесть (1975)
- Хлеб насущный (1974)
- Вынужденные обстоятельства (1974)
- Неженатый отец (1974)
- Звонок незнакомца (1974)
- Испытание жизнью (1974)
- Верный друг (1974)
- Связанные руки (1973)
- Торговец (1973)
- Bada Kabutar (1973)
- Неблагодарный (1973)
- Гордыня (1973)
- Большая афера (1973)
- Затянувшаяся расплата (1973)
- Bansi Birju (1972)
- Повар (1972)
- Один взгляд (1972)
- Garam Masala (1972)
- Jaban (1972)
- Всё имеет цену (1972)
- Из Бомбея в Гоа (1972)
- Дом возлюбленного (1972)
- Решма и Шера (1971)
- Случайность (1971)
- Мотылёк (1971)
- История любви (1971)
- Любовь никогда не умрёт (1971)
- Bombay Talkie (1970)
- Бхуван Шом (1969) (озвучка)
- Семь индийцев (1969)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Amitabh Bachchan was born to be famous (ингл.) // The Times of India — 2012. — ISSN 0971-8257
- ↑ Amitabh Bachchan // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Amitabh Bachchan // Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ Баччан, Амитабх // Энциклопедия кино. 2010
Һылтанмалар
үҙгәртергәАмитабх Баччан Викиөҙөмтәлә | |
Амитабх Баччан Викимилектә |