Америкалашыу — башҡа илдәрҙең поп-мәҙәниәтенә, бизнес-моделдәренә, теленә һәм сәйәсәтенә АҠШ-тың йоғонтоһо. Төшөнсә 1907 ҡулланыуға инә[1] һәм тәүҙә Канадала Америкаса тормош рәүешенең таралыуына ҡағылышлы була. АҠШ-тың үҙендә ул иммигранттарҙың ассимиляциялашыуына ҡарата ҡулланыла, ә АҠШ-тан ситтә, ғәҙәттә традицион мәҙәниәттең һәм йолаларҙың юғалыуын күҙҙә тотоп, кире мәғәнә ала.

Ашкелондағы (Израиль) кашрутлы McDonald’s.

Америка бизнесы һәм брендтары

үҙгәртергә

Донъяла киң таралыу алған һәр 10 брендтың 7-һе — Америкала (2006 йылға)[2]. Ҡайһы берҙәре Америка мәҙәниәте билдәһе булып тора, донъяға таралғас, америкалашыу символына әйләнә, мәҫәлән, Кока-Кола[3]. Фастфуд мәҙәниәтен, айырыуса McDonald’s[4] селтәрен (ҡайһы бер журналистар әйтмешләй, «ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, бөтә ерҙә Макдональдс бар»[5]), шулай уҡ IT-технологиялар өлкәһендәге төп компанияларҙы — Microsoft, Apple Inc. һәм IBM — америкалашыу билдәһе итеп һанайҙар.

Медиа һәм популяр мәҙәниәт

үҙгәртергә

Кино һәм телевидение

үҙгәртергә

Голливуд, Америка кино һәм ТВ индустрияһы АҠШ-тан ситтә йәшәгән кешеләр өсөн американ мәҙәниәте һәм йолалары тураһында мәғлүмәт алыу сығанағы булып хеҙмәт итә. 2000-се йылдарҙа Radio Times үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, «Simpsons», «Отчаянные домохозяйки» һәм «Пропавшие» донъяның 20-ләп илендә иң популяр фильм һәм сериалдар булып тора[6]. Америка фильмдары бөтә донъяла популяр, донъялағы иң күп ҡарала торған фильмдарҙың 20-һе, шул иҫәптән Аватар һәм Унесённые Ветром, АҠШ-та төшөрөлгән[7].

Америка музыкаһы АҠШ-тан ситтә бик киң таралыу таба. Элвис Пресли һәм Майкл Джексон кеүек башҡарыусылар бөтә донъяға танылған, улар мәрхүм булһа ла, башҡарған йырҙары ҙур тираждар менән ҡабат-ҡабат сығарылып тора[8]. Майкл Джексондың Thriller тигән альбомы 100 миллиондан ашыу дискта сығарылған һәм тарихта иң күп һатылыусы альбом һанала[9].

Имидж һәм йәштәр тенденциялары

үҙгәртергә

Америка йәштәр традициялары, шул иҫәптән кейем стиле йәки йәштәр субмәҙәниәттәре йоғонтоһо көслө[10]. Мәҫәлән, Японияла хип-хоп менән мауығыу гяру субмәҙәниәтен хасил итте, уға эйәреүселәр афроамерикандарға оҡшау өсөн солярийҙарҙа күп ваҡыт үткәрә һәм сәстәрен буяй[10], ә глэм-метал visual kei барлыҡҡа килеүгә этәргес бирҙе.

Азиат һүҙҙәренең америкалашыуы

үҙгәртергә

Япония йәки Ҡытай кеүек ят мәҙәниәтле илдәргә арналған сығанаҡтар инглиз телендә яҙылған, ә уларҙың үҙ телдәрендәге материалдарҙы ул телдәрҙе белмәү арҡаһында күптәр уҡый алмай. Шул сәбәпле уларҙың айырым һүҙҙәре башҡа телдәргә инглизсәнән калькаланып инә. Мәҫәлән, японсанан гейша, тсуга, ҡытайсанан кунг фу, фэншуй кеүек һүҙҙәр урыҫ теленә һәм уның аша башҡортсаға ла шул рәүешле килеп ингән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Samuel E.
  2. The Global Brands Scorecard 2006 2012 йыл 4 март архивланған..
  3. The Coca-Cola Company 2013 йыл 22 декабрь архивланған..
  4. Ritzer George.
  5. «The Lexus and the Olive Tree» 2005 йыл 11 май архивланған.. thomaslfriedman.com.
  6. CSI show 'most popular show in the world', BBC (31 июля 2006). Проверено 24 августа 2007.
  7. International All Time Box Office 2012 йыл 25 ғинуар архивланған..
  8. Frequently Asked Questions.
  9. Jackos Back 2007 йыл 16 сентябрь архивланған.(недоступная ссылка — история).
  10. 10,0 10,1 Япония и «японщина» в России и на Западе 2011 йыл 30 август архивланған.. Полит.ру (18 января 2006). Архивировано из первоисточника 14 августа 2011.
  • Abdulrahim, Masoud A., Ali A. J. Al-Kandari, and Mohammed Hasanen, "The Influence of American Television Programs on University Students in Kuwait: A Synthesis, " European Journal of American Culture 28 (no. 1, 2009), 57-74.
  • Berghahn, Volker R. "The debate on 'Americanization' among economic and cultural historians, " Cold War History, Feb 2010, Vol. 10 Issue 1, pp 107—130
  • Campbell, Neil, Jude Davies and George McKay, eds. Issues in Americanisation and Culture[1]. Edinburgh: Edinburgh University Press, 2004.
  • DeBres, Karen. «A Cultural Geography of McDonald’s UK,» Journal of Cultural Geography, 2005
  • Fehrenbach, Heide, and Uta G. Poiger. "Americanization Reconsidered, " in idem, eds., Transactions, Transgressions, Transformations: American Culture in Western Europe and Japan (2000)
  • Haines, Gerald K. The Americanization of Brazil: A Study of U.S.Cold War Diplomacy in the Third World, 1945-54, Scholarly Resources, 1993
  • Martn, Lawrence. Pledge of Allegiance: The Americanization of Canada in the Mulroney Years, Mcclelland & Stewart Ltd, 1993, ISBN 0-7710-5663-X
  • Malchow, H.L. Special Relations: The Americanization of Britain? (Stanford University Press; 2011) 400 pages explores American influence on the culture and counterculture of metropolitan London from the 1950s to the 1970s, from «Swinging London» to black, feminist, and gay liberation.
  • Moffett, Samuel E. The Americanization of Canada (1907) full text online
  • Nolan, Mary. Visions of Modernity: American Business and the Modernization of Germany (1995)
  • Nolan, Mary. "Housework Made Easy: the Taylorized Housewife in Weimar Germany’s Rationalized Economy, " Feminist Studies. Volume: 16. Issue: 3. pp 549+
  • Rydell, Robert W., Rob Kroes: Buffalo Bill in Bologna. The Americanization of the World, 1869—1922, University of Chicago Press, 2005, ISBN 0-226-73242-8
  • Willett, Ralph. The Americanization of Germany, 1945—1949 (1989)
  • Н. А. Цветкова. «Cultural Imperialism»: международная образовательная политика США в годы «холодной войны». СПб: из-во СПбГУ, 2007