"Алтын һарай" - Окрос Чардахи - груз. ოქროს ჩარდახი - Кутаисиҙағы имерети короле резиденцияһы, Риони йылғаһының һул ярында, бөгөнгө Руставели менән Аҡ күперҙәр араһында урынлашҡан.

Алтын һарай
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Алтын Һарай - Окрос Чардахи, Кутаиси, Грузия
Алтын һарай баҡсаһының бөгөнгө күренеше

Сәйәхәтселәр яҙмаларында ғына резиденция тураһында тәүге мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Италия сәйәхәтсеһе Амвроссо Контарини XV быуатта, бында империя короле Баграт II-нең һарайы урынлашҡан, тип яҙып ҡалдырған. Ике йөҙ йылдан һуң – XVII быуатта – үҙҙәренең хаттарында уны Рәсәй империяһы илселәре Толачанов һәм Ильев телгә ала. Ул сығанаҡтар буйынса шул осорҙа резиденцияла ашхана, биналар комплексы, изге Георгий ҡорамы булған [1]. Урыҫ батшаһы илселәренең һүҙҙәре буйынса, комплекстың ҡайһы бер биналарын король Георг III (1605-1638) һәм король Александр III (1639-1660) төҙөткән. Грузин батшалары яратып ял иткән был резиденция көслө нығытылған, һаҡланған. Өс яҡтан уны дошман һөжүменән ҡалын диуарҙар, дүртенсе яҡтан йылға һаҡлап торған.

Резиденция уртаһында, тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, балдахин аҫтында тәхет торған, ә диуарҙар өҫтөндә һаҡсылар өсөн манаралар, бик матур ҡыңғыраулыҡ төҙөлгән булған [2].

XVII быуатта һарай бер нисә тапҡыр һөжүмгә дусар ителә һәм Леван II Дадиани һөжүме ваҡытында емерелә, 1770-се йылдарҙа ташлап ҡуйыла. XIX быуатта бында ҙур булмаған йорт, сиркәү ишеге һәм ҡыңғырау манараһы ғына һаҡланып ҡалған.

1810 йылда Алтын һарай урыҫ ҡаҙнаһына алына.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Бында резиденциянан бары бер генә йорт һаҡланып ҡалған. XIX быуатҡа тиклем архитектура күренеше, йорт интерьеры үҙгәрешһеҙ ҡалған, ә артабан йәшәү торлағына әүерелдерелгән һәм бүлмәләр эшләнгән. Хәҙерге күренеше 1960-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Ул урындағы патриархия ҡарамағына бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә