Алтайҙың алтын тауҙары
Алтайҙың алтын тауҙары (рус. Золоты́е го́ры Алта́я) — 1998 йылда ЮНЕСКО Рәсәйҙәге Алтай тауҙарының өс участкаһын Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерә:
- Алтай ҡурсаулығы һәм Телец күленең буфер зонаһы (965 753 га);
- Катунь ҡурсаулығы һәм Белуха тауының буфер зонаһы (392 800 га);
- Укок яҫы таулығы (252 904 га)[1].
Алтайҙың алтын тауҙары* | |
---|---|
Golden Mountains of Altai** | |
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы | |
Sunset at Kucherla lake.jpg | |
Кучерлин күле | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Тибы | тәбиғәт |
Критерийҙар | x |
Һылтанма | 768 |
Төбәктәр*** | Азия һәм Океания |
Индерелгән | 1998 (22 сессияла)
|
* Название в официальном рус. списке ** Название в официальном англ. списке *** Регион по классификации ЮНЕСКО |
Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны — 16 178 км².
Был территорияларҙы һайла алыу тап уларҙың Себерҙә тулыһынса альп үҫемлектәр донъяһы зоналарын: дала, урман-дала, ҡатнаш урмандар, субальп һәм альп бүлкәттәрен сағылдырыуға ҡайтып ҡала. Бынан тыш, был райондарҙың барыс, Себер тау кәзәһе һәм Алтай аргалиһы кеүек һирәк осраусы хайуандар популяцияһын һаҡлауҙа әһәмиәте иҫәпкә алына.
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы, был өлкәләр Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүгә ҡарамаҫтан, бында браконьерлыҡ сәскә атыуын дауам итә, тип борсола. Экологтарҙы шулай уҡ Кош-Агачтан Укок аша Ҡытайға тиклем тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы һәм газ үткәргес төҙөү проекты ла борсой[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Golden Mountains of Altai 2022 йыл 24 май архивланған. — unesco.org
- ↑ Рудой, 2002, с. 52—64
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рудой А. Н. Обратная сторона Луны? // Алтайский вестник. — 2002. — № 2. — С. 52—64. Архивировано из первоисточника 20 июль 2011.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № Рәсәй рус. • англ. • фр. |