Алпамыш батыр (эпос)
Алпамыш батыр (үзб. Alpomish) — үзбәк һәм ҡаҙаҡ эпосы[1][2], Байсун үҙәнендәге Ҡуңғырат ҡәбиләһенең бәһлеүәне тураһында һөйләй.
Алпамыш батыр | |
үзб. Alpomish | |
Жанр | |
---|---|
Автор |
халыҡ ижады |
Йөкмәткеһе
үҙгәртергәЭпоста ҡуңғырат ҡәбиләһенең көнкүреше, социаль мөнәсәбәттәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, донъяға ҡарашы сағыу һүрәтләнә. Ыңғай геройҙар — Алпамыш, Гөлбарсын, Кейкубат, Каракозайым — халыҡтың иң яҡшы сифаттарын йөрөтөүселәр. «Алпамыш батыр» башҡа төрки телле халыҡтар: ҡарағалпаҡтар, татарҙар, башҡорттар, алтайҙар, ҡаҙаҡтар һәм башҡалар араһында билдәле һәм популяр. Эпостың үзбәк варианттары ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ варианттарынан айырыла. Алпамыш һәм уның һөйгәне ике туғандың балалары, йәғни үзбәк-ҡуңғыраттар яҡын һәм алыҫ туғандарына өйләнәләр. Был уларҙы Урта Азияның башҡа халыҡтары составындағы ҡуңғыраттарҙан айырып тора.
Төҙөлөшө буйынса хикәйәт ике өлөшкә бүленә:
- Алпамыштың кәләшенә барыуы, уның кейәү-көнәркәштәр менән ярышыуы, геройҙарҙың өйләнешеүе;
- Алпамыштың ҡалмыҡ хакимы Тайсаханға ҡаршы походы, баһадирҙың ете йыллыҡ зинданда булыуы һәм тыуған иленә еңеү менән ҡайтыуы. Үзбәк хикәйәте эпос өсөн ғәҙәти булған генеалогик цикллашыуға дусар була: Алпамыштың улы Йәдкәрҙең мажаралары тураһында махсус дастан барлыҡҡа килә.
Эпостың төп идеяһы — халыҡтың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәше, ғәҙел һәм тыныс тормошто, юғары кешелек идеалдарын раҫлау.
Тарихы
үҙгәртергәТәүге тапҡыр «Ҡисса-и-Әлфамыш» исеме аҫтында ҡаҙаҡ этнографы һәм шағиры Жусипбек Шәйхисламулла версияһында баҫыла (Ҡазан, 1899)[3]. Был эпостың төрлө версиялары билдәле, улар төрлө халыҡ халыҡ сәсәндәренән — Я. Бекмөхәмәтов, Е. Әхмәтбәков һәм башҡаларҙан яҙып алынған.
Алпамыш эпосының иң тулы варианты үзбәк хикәйәсеһе Фазил Юлдаш-оглынан яҙып алынған (14 мең тирәһе шиғыр).
Фән
үҙгәртергәЭпостың варианттары текстарын Ә. Диваев, А. Конратбаев, С. Сейфуллин, С. Моҡанов әҙерләй һәм баҫтырып сығара. Эпос варианттарының килеп сығышын, таралыуын, оҡшашлығын һәм айырмаһын сағыштырмаса өйрәнеү үткәрелә. «Алпамыш батыр»ҙы фәнни өйрәнеүгә ҡаҙаҡ ғалимдары М. Ғабдуллин, Х. Жумалиев, М. Ауэзов, С. Сейфуллин, А. Маргулан, Н. Смирнова, Т. Сыдыков өлөш индерә. Ҡаҙаҡ композиторы Е. Рахмадиев «Алпамыш» операһын (К. К. Кенжетаев либреттоһы) яҙа. «Алпамыш батыр»ҙы фәнни өйрәнеүгә ҡаҙаҡ ғалимдары М. Ғабдуллин, Х. Жумалиев, М. Әуәзов, С. Сейфуллин, А. Маргулан, Н. Смирнова, Т. Сыдыков өлөш индерә. Ҡаҙаҡ композиторы Е. Рахмадиев «Алпамыш» операһын (К. К. Кенжетаев либреттоһы) яҙа.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ZiyoNET › Библиотека › Алпомиш . Дата обращения: 13 март 2018. Архивировано 5 апрель 2018 года. 2018 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Узбекский эпос "Алпамыш" Filolog Russian Planet . Дата обращения: 13 март 2018. Архивировано 24 февраль 2018 года.
- ↑ Жусипбек Шайхисламулы // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Әуәзов М., Адэбиет тарихы, А., 1927;
- Сейфуллин С. Казак адэбиэти, А., 1932;
- Маргулан А. Х., О характере и исторической обусловленности казахского эпоса // Известия Казахского филиала АН СССР, серия историческая, выпуск 2, А., 1946;
- Жумалиев К., казак эпостары мэн адэбиэт тарихынц масалэлэри, А., 1958;
- Ғабдуллин М., Казак халкынын ауыз адэбиэти, А., 1964;
- Жирмунский В. М. Тюркский героический эпос, Л., 1974;
- Коцыратбаев А., Казак эпосы жане тюркология. А., 1978;
- Алпомиш. Бекмурод Журабой угли. Ёзиб олувчи Мансур Афзалов. Нашрга тайёрловчи Т.Мирзаев. Т.,1998
- Алпамыш. Узбекский народный героический эпос. Т.,1999.
- Мирзаев Т. «Алпомиш» достони, унинг версия ва вариантлари. // «Алпомиш» — узбек халк кахрамонлик эпоси. Т.,1999
- Маликов А. М. Зерафшанские варианты эпоса «Алпамыш» как историко-этнографический источник // Вестник Международного института Центральноазиатских исследовани, № 7, 2008, с.49-55
- Алпамыс-Батыр (эпос) // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БСЭ
- Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.