Алмағас ҡорто

(Алма күбәләге битенән йүнәлтелде)
Алмағас ҡорто
Алмағас ҡорто
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Бүлексә: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Тәңкәҡанатлылар
Ғаилә: Япраҡтөргөстәр
Ырыу: Cydia
Төр: Алма ҡорто
Латинса исеме
Cydia pomonella L.

Алмағас ҡорто йәки күбәләге [1] (лат. Cydia pomonella, рус. Яблонная плодожорка) — алмағасты зарарлаусы япраҡтөргөстәр ғаиләһенән булған күбәләк; алмағастың иң ҡурҡыныс ҡоротҡосо, шулай уҡ груша, слива һ.б. емеш культураларын зарарлай. Ҡанат йәйеме 15-19 мм, май-июльдә оса. Инә заттар күкәйҙәрен (180 -гә тиклем) япраҡтарға йәки өлгөрөп етмәгән емештәргә һала. Берәр аҙнанан күкәйҙәрҙән гусеницалар сыға, емеш йомшағы һәм орлоғо менән туҡланғанда туҡымаларҙы кимереп юлдар яһайҙар.

Емеш ҡорттары менән көрәшеү ысулдары

үҙгәртергә

Иртә яҙҙа ағас кәүҫәләрен ҡороған ҡайырҙан таҙартыу, емеш ағастарына фосфорорганик препараттар (метатион йәки метафос) һиптерү; слива ҡорттары − баҡсала тупраҡты йәйен йомшартыу, көҙөн эшкәртеү, химик препараттар менән бөркөү; борсаҡ ҡорттары − көҙҙән ерҙе тирән итеп һуҡалау, 2 тапҡыр трихограммалар ебәреү, сәсеүлек майҙанына метафос һиптереү.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)

• Кузнецов В. И. Сем. Tortricidae (Olethreutidae, Cochylidae) — Листовертки. /Насекомые и клещи — вредители сельскохозяйственных культур. Т. 3. Ч. 1. Чешуекрылые. СПб.: Наука, 1994. С.51-234.