Алкснэ Арнольд Эдуардович

Алкснэ Арнольд Эдуардович (10 июль 1932 йыл — 21 ноябрь 1998 йыл)— совет ғалимы, геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1981), профессор (1986).

Алкснэ Арнольд Эдуардович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 10 июль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Кривой Рог[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө геолог, университет уҡытыусыһы
Эш урыны ӨДНТУ
Кривой Рог милли университеты[d]
Уҡыу йорто Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1981)

Биографияһы

үҙгәртергә

Арнольд Эдуардович Алкснэ 1932 йылдың 10 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1951 йылда Һарытау дәүләт университетының геология факультетына уҡырға инә. Институтты 1956 йылда тамамлағандан һуң Алыҫ Көнсығышҡа юл ала, унда ул ике йыл геолог булып эшләй. 1956—1957 йылдарҙа Башҡортостан геология идаралығы партияһы начальнигы вазифаһын биләй. 1967 йылдан алып 1978 йылға тиклем Өфө нефть институтында уҡыта: башта ассистент, һуңғараҡ өлкән уҡытыусы, доцент.

1978 йылда «Союзморинжгеология» берекмәһе бюроһында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эш башлай, һуңғараҡ ошо берекмә начальнигы була.

1984—1997 йылдарҙа Кривой Рог тау рудаһы институтында эшләй: профессор; файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарының дөйөм геологияһы һәм разведкалау кафедраһы мөдире.

1998 йылда Кривой Рог калаһында вафат булып ҡала.

  • Атаһы, Алкснэ Эдуард Христофорович[1] (1903—1938) — инженер-геолог;
  • Ағаһы, Радмир Эдуардович Алкснэ.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Геология өлкәһендәге белгес. 70-тән ашыу фәнни эш авторы. Стратиграфияһы проблемаларын, ултырма комплекстарҙың формалашыу шарттары һәм генезисын өйрәнә. Уралда һәм Прибалтикала геология разведкалау эшен алып бара.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Геологическое строение северо-восточной части Башкирии / Л., 1966.

О корреляции разрезов верхнего карбона Урала и Русской платформы по фузулинидам // Изв. АН СССР. 1976. № 2.

Атлас фауны и флоры среднего и позднего карбона Башкирии / М., 1979 (авторҙаш).

Фузулиниды верхнего карбона рифа Воскресенка на Южном Урале. // Изв. Отд. Наук о Земле и экологии. АН Башкирии. № 4. — Уфа, 1999. — С. 52—58.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Альберт Иванович Олли / Геологический сборник № 3. Информационные материалы. — С. 216—223.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Алкснэ, Арнольд Эдуардович // Енциклопедія сучасної України : [укр.] : у 30 т. / НАН України, Наукове товариство ім. Шевченка, Інститут енциклопедичних досліджень НАН України. — К., 2001—…. — ISBN 944-02-3354-X.кснэ, Арнольд Эдуардович // Енциклопедія сучасної України : [укр.] : у 30 т. / НАН України, Наукове товариство ім. Шевченка, Інститут енциклопедичних досліджень НАН України. — К., 2001—…. — ISBN 944-02-3354-X.
  • Алкснэ Арнольд Эдуардович // Энциклопедия Криворожья. В 2 т. Т. 1. А—К : [укр.] / сост. В. Ф. Бухтияров. — Кривой Рог : Явва, 2005. — С. 29.
  • Алксне Арнольд Едуардович // Професори КГРІ-КТУ / Кривий Ріг: Видавничий дім КНУ, 2012. — 190 с. — С. 32. ISBN 978-966-2775-04-4(укр.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә