Алексеев Владимир Михайлович
Алексеев Владимир Михайлович (17 июнь 1932 — 1 декабрь 1980) — совет математигы.
Алексеев Владимир Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 июнь 1932 |
Тыуған урыны | Быково[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 декабрь 1980 (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | математик, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | математика |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның механика-математика факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Колмогоров Андрей Николаевич |
Аспиранттар | Малышев, Вадим Александрович[d][1], Maciej Wojtkowski[d][1], Alexey A. Brudno[d][1], Andrey Vasilévich Kochergin[d][1] һәм Michael Jakobson[d][1] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Михайлович Алексеев 1932 йылдың 17 июнендә Мәскәү өлкәһенең Быково ҡасабаһында тыуған.
Атаһы — Алексеев Михаил Владимирович, музыкант, әсәһе — Мария Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Сергеева), крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан.
1950 йылда Мәскәүҙә XV математиктар олимпиадаһында еңеүсе була, шул уҡ йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты студенты була. 1953 йылдан башлап А. Н. Колмогоров етәкселеге аҫтында эшләй башлай. 1955 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, 1959 йылда «Некоторые качественные результаты в задаче трёх и многих тел» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1969 йылда «Квазислучайные динамические системы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, унда алдағы эшенә йомғаҡ яһай.
Президенты И. М. Гельфанд булған осорҙа Мәскәү математик йәмғиәттең секретары була.
Ҡыҙы В. М. Алексеева — Елена, Бельгия математигы Пьер Делинда кейәүҙә.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп хеҙмәттәре динамик системалар теорияһына, өс есем мәсьәләһендә финаль хәрәкәттәр проблемаһына, символик динамикаға бағышлаған. Егерме йыл самаһы Я. Г. Синай менән берлектә динамик системалар теорияһы буйынса фәнни семинар менән етәкселек итә. Был семинар математиканың был өлкәһе үҫешендә бик ҙур роль уйнай. В. А. Егоров менән күк йөҙө механикаһы буйынса семинар менән етәкселек итә, М. И. Зеликин һәм В. М. Тихомиров менән экстремаль мәсьәләләр теорияһы буйынса семинар алып бара.
Шулай уҡ лектор һәм педагог булараҡ билдәле, В. М. Тихомиров һәм С. В. Фомин менән берлектә «Оптимальное управление» (М., Наука, 1979) монографияһының авторы.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Алексеев В. М., Тихомиров В. М., Фомин С. В. Оптимальное управление. Учебник для вузов. — М.:, Наука, 1979. Изд. 2-е, перераб. и доп. — М.:, Физматлит, 2005, Изд. 3-е, М.:, Физматлит, 2007
- Алексеев В. М., Галеев Э. М., Тихомиров В. М.. Сборник задач по оптимизации. Теория. Примеры. Задачи. М., Наука, 1984. Изд. 2-е, М.: Физматлит, 2005
- Алексеев В. М. Символическая динамика. XI Математическая школа. Киев, 1976
- Алексеев В. М. Лекции по небесной механике. — Ижевск: «Регулярная и хаотическая динамика», 1999
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В. М. Тихомиров и М. И. Зеликин. Владимир Михайлович Алексеев.
- Аносов в. д. һ. б. Алексеев Владимир Михайлович (некролог), УМН, 1981, шул 36, выпуск 4(220)