Алексеев Александр Семёнович
Алексеев Александр Семёнович (1851 йыл-1916 йыл) — Рәсәй империяһы юрисы, Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры һәм юридик факультеттың деканы.[4]
Алексеев Александр Семёнович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 22 июнь (4 июль) 1851 или 1851[2] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 (17) март 1916 или 1916[2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим, юрист, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | хоҡуҡ фәне[d][3] һәм конституционное право[d][3] |
Эш урыны | Мәскәү император университеты[d] |
Уҡыу йорто | юридический факультет Императорского Московского университета[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданский чин | действительный статский советник[d] |
Алексеев Александр Семёнович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБоронғо Мәскәү сауҙагәрҙәр ғаиләһенән сыҡҡан. Тәүге тәрбиәһен Изге Михаил лютеран сиркәүе ҡарамағындағы немец сиркәү мәктәбендә ала. 1868 йылда 2-се Мәскәү гимназияһында гимназия курсына экстерн имтихандар тапшырғандан һуң, 1869 йылда Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә.
1873 йылда философия докторы дәрәжәһен алғас, Алексеев профессор дәрәжәһенә әҙерләнеү өсөн дәүләт хоҡуҡ бүлегенә ҡалдырыла; сит илгә ебәрелә, унда Цёпфель, Блюнчли һәм Куно Фишерҙың Гейдельбергта һәм О. Мейерҙың Гёттингендағы лекцияларын тыңлай. 1876 йылда Мәскәүгә ҡайтҡас, магистр дәрәжәһенә имтихан тапшыра һәм ҡабаттан сит илгә ебәрелә, унда өс йыл дауамында Парижда, Мюнхенда, Гёттингенда һәм Страсбургта лекциялар тыңлай.
Мәскәүгә ҡайтҡас, 1879 йылда Мәскәү университетында сәйәси тәғлимәттәр тарихы буйынса лекциялар уҡый. 1880 йылдың мартында магистр дәрәжәһен ала һәм, диссертация яҡлап («Макиавелли сәйәси аҡыл эйәһе булараҡ»),[5] хосуси (приват)-доцент титулын ала. 1884 йылда экстраординар профессор итеп раҫлана.
1884 йылда докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләү өсөн бер йылға сит илгә ебәрелә. Женевала һәм Невшатель ҡалаһында үҙенең «Этюды о Ж. Я. Руссо» (1887) әҫәре өсөн материал йыя. Бының менән дәүләт хоҡуғының ватан әҙәбиәтенә ҡиммәтле өлөш индергән. Был тикшеренеүҙә Алексеев Руссо үҫкән һәм йәшәгән сәйәси мөхитте күрһәтә, уның донъяға ҡарашының, хис-тойғоларының һәм уй-фекерҙәренең килеп сығышын асыҡлай . 1887 йылда «Этюды о Ж. Ж. Руссо. II: Связь политической доктрины Ж. Ж. Руссо с государственным бытом Женевы» темһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[6]
Алексеев «Русский вестник» (1877) һәм «Юридический вестник» (1879—1886) журналдарында мәҡәләләр баҫтыра.
1890 йылда Мәскәү университетының дәүләт хоҡуғы кафедраһында ординар профессор итеп тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта 1896-1896 йылдарҙа Мариинско-Ермолов училищеһы кластары инспекторы була.[7] 1896—1906 йылдарҙа— Мәскәү коммерция фәндәре ғәмәли академияһы директоры (унда дәүләт хоҡуғы нигеҙҙәре буйынса курс уҡый; уның әүҙем ҡатнашыуы менән Академияның тағы бер уставы эшләнә[8]). 1894 йылдың 30 ноябренән — рус әҙәбиәтен яратыусылар йәмғиәте ағзаһы; 1896 йылдың 14 майынан ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе була.
1900-1909 йылдарҙа юридик факультет деканы була. 1905 йылда А. С. Алексеевҡа Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры исеме бирелә. 1909/1910 уҡыу йылында конституцион хоҡуҡ буйынса « Хөкүмәт власын ойоштороу» махсус курс уҡый.
1910 йылдан Мәскәү хоҡуҡ йәмғиәтен етәкләй (С. А. Муромцев үлгәндән һуң).
Үҙенең гострой буйынса тикшеренеүҙәрендә Алексеев уның хоҡуҡи яғына иғтибарын йүнәлтә, шуның менән «дәүләт ойошмаһы кешеләрҙе бер бөтөнлөккә берләштерә һәм дәүләт органдарына ла, ағзаларына ла хоҡуҡтар һәм йөкләмәләр бирә» тигән бәйләнеште аңлай.
Алексеев вәкәләттәрҙе бүлеү принцибына ҙур әһәмиәт бирә. Ул был принципты хәҙерге дәүләттең ойоштороу нигеҙе тип һанаған.[9]
Мәскәүҙә вафат була һәм Новодевичье зыяратында ерләнә.
Библиографияһы
үҙгәртергә- Задача и метода истории политической теории // Юридический вестник. — 1880. — Кн. 3.[10]
- Макиавелли, как политический мыслитель. — М.: А. Л. Васильев, 1880.
- Этюды о Ж. Ж. Руссо (в 2-х т.). — М.: А. Л. Васильев, 1887[11].
- Легенда об олигархических тенденциях Верховного тайного совета в царствование Екатерины I. — М.: Унив. тип., 1896.[12]
- Русское государственное право. Конспект лекций. — М., 1892. (2-е изд.).
- Русское государственное право. Конспект лекций. — М.: Тип. Общ-ва распространения полезных книг, 1897 (4 изд.) [1]
- К учению о юридической природе государства и государственной власти. — М.: Типолитогр. т-ва И. Н. Кушнерев и К°, 1894. — 35 с.
- Сильные персоны в Верховном тайном совете Петра II и роль князя Голицына при воцарении Анны Иоанновны / [соч.] Проф. А. С. Алексеева. — Москва: Унив. тип., 1898. — 157 с.[13]
- Спорный вопрос русского государственного права / А. С. Алексеев. — СПб. : Сенат. тип., 1904. — 22 с.[14]
- К учению о юридической природе государства и государственной власти. Политическая доктрина Ж. Ж. Руссо в её отношении к учению Монтескье о равновесии властей и в освещении одного из её новейших истолкователей. — СПб.: Сенатская тип., 1905
- Безответственность монарха и ответственность правительства. — М.: Тип. Т-ва И. Д. Сытина, 1907 [2]
- К вопросу о юридической природе власти монарха в конституционном государстве. — Ярославль, 1910.[15]
- Георг Еллинек и его научное наследие. — М., 1912[16]
- Происхождение чрезвычайноуказного права и его политическое значение / А. С. Алексеев // Юридический вестник. — 1913. — Кн. 1. — М., 1913. — 19 с. — Отд. отт.[17]
- Возникновение конституций в монархических государствах континентальной Европы XIX ст. — Ч. 1. Французская конституционная хартия 1814 г. — М.: тип. Г. Лисснера и Д. Собко, 1914—112 с.[18]
- Доктрина монархического принципа во Франции в эпоху реставрации. — М.: тип. Г. Лисснера и Д. Собко, 1916
- Указатель книг и статей по русскому конституционному праву за первое десятилетие по издании Манифеста 17 октября 1905 г. — М.: тип. Г. Лисснера и Д. Собко, 1916
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Изге Станислав ордены (1889)
- II дәрәжә Изге Анна ордены (1894)
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены (1899)
- III дәрәжә Изге Владимир ордены (1902)
- I дәрәжә Изге Станислав ордены (1905)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Летопись Московского университета
- ↑ Г. Г. Кричевский. Диссертации университетов России 1805—1919 гг.: Библиографический указатель / Институт истории естествознания и науки АН СССР. — М: Наука, 1984. — С. 142.
- ↑ Г. Г. Кричевский. Диссертации университетов России 1805—1919 гг.: Библиографический указатель / Институт истории естествознания и науки АН СССР. — М.: Наука, 1984. — С. 146.
- ↑ Андрей Абрикосов. Московская практическая академия коммерческих наук . ООО «Товарищество А. И. Абрикосова и Сыновей» (сентябрь 2009).
- ↑ Московская практическая академия коммерческих наук .
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 19
- ↑ Алексеев А. С. Задача и метода истории политических теорий // Юридический вестник: издание Московского юридического общества : журнал. — 1880. — № 3. — С. 465—485.
- ↑ Примечательно, что в 1890 году особый отдел Ученого комитета Министерства народного просвещения указал, в частности библиотеке-читальне имени И. С. Тургенева, изъять её из библиотечных фондов.
- ↑ Алексеев, Александр Семёнович. Легенда об олигархических тенденциях Верховного тайного совета в царствование Екатерины I. — Москва: Унив. тип., 1896. — 127 с.
- ↑ Проф. А. С. Алексеев. Сильные персоны в Верховном тайном совете Петра II и роль князя Голицына при воцарении Анны Иоанновны. — Москва: Унив. тип., 1898. — 157 с.
- ↑ Алексеев, А. С. Спорный вопрос русского государственного права. — СПб: Сенатская тип, 1904. — 25 с.
- ↑ Алексеев, А. С. К вопросу о юридической природе власти монарха в конституционном государстве. — Ярославль: тип. Губерн. правления, 1910. — 125 с.
- ↑ Ранее А. С. Алексеев написал вступительную статью к переводу книги Г. Еллинека: Борьба старого права с новым. — М.: Заратустра, 1908.
- ↑ Алексеев, А. С. Происхождение чрезвычайноуказного права и его политическое значение // журнал «Юридический вестник». Кн.1. — 1913.
- ↑ А. С. Алексеев, заслуженный профессор Университета. Возникновение конституций в монархических государствах континентальной Европы XIX века. Часть первая. Французская конституционная хартия 1814 г.. — М.: тип. Г. Лисснера и Д. Собко, 1814. — 112 с.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Томсинов В. А. АЛЕКСЕЕВ Александр Семёнович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 19—20. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биографик белешмә
- Алексеев Александр Семёнович (неопра.). Мәскәү университеты йылъяҙмалар. Мөрәжәғәт датаһы: 21 март 2017.