Александр зыяраты (Дондағы Ростов)
зыярат
Александр зыяраты
|
Александр зыяраты — Дондағы Ростов ҡалаһындағы зыярат[1].
Тарихы
үҙгәртергәТышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Вход на Александровское кладбище | |
Храм во имя Сретения Господня |
Александр зыяраты Дондағы Ростов ҡалаһының Александровка биҫтәһендә урынлашҡан, ҡәберлегенең дөйөм майҙаны 3 гектар тәшкил итә[2]. Барлыҡҡа килеү датаһы билдәһеҙ. 1970-се йылдарға тиклем зыярат эшләй. Дондағы Ростовта Төньяҡ зыяратына нигеҙ һалынғас, Александр зыяратында ерләүҙе тыялар. Ләкин Төньяҡ зыяратында урындар етмәү менән бәйле бик ауыр хәл килеп тыуғанлыҡтан, Дондағы Ростов администрацияһы туғандарының ҡәберенә ерләү өсөн Александр зыяратын асырға ҡарар итә. Зыярат менән йәнәш Раббы Сретениеһы хөрмәтенә ғибәҙәтхана урынлашҡан, уның тураһында беренсе тапҡыр 1778 йылда — Александровская станицаһын төҙөгәндең икенсе йылына (1777 йыл) телгә алына. Тәүҙә ағастан төҙөлә, аҙаҡ уны таштан яңынан һалалар.
Зыяратта ерләнгән билдәле кешеләр
үҙгәртергәТышҡы рәсемдәр | |
---|---|
А. П. Берест һәйкәле |
- Берест Алексей Прокопьевич (1919—1970) — совет офицеры, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы; Украина Геройы. Зыярат территорияһында уға һәйкәл ҡуйылған.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЭш ваҡыты: көн һайын — 09:00 — 19:00 (майҙан сентябргә тиклем) һәм 09:00 — 18:00 (октябрҙән апрелгә тиклем).