Чудаков Александр Павлович
Чудаков Александр Павлович (2 февраль 1938 йыл — 3 октябрь 2005 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-филологы, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, педагог, А. П. Чехов ижады буйынса белгес.
Чудаков Александр Павлович | |
рус. Александр Павлович Чудаков | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 февраль 1938[1] |
Тыуған урыны | Щучинск[d], Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 3 октябрь 2005[1] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Чудакова Мариэтта Омаровна |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | филолог, учёный-литературовед, прозаик |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Павлович Чудаков 1938 йылдың 2 февралендә хәҙерге Ҡазағстандың Щучинск ҡалаһында тыуған. 1960 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1964 йылдан алып Бөтә донъя әҙәбиәте институтында эшләй, Мәскәү дәүләт университетында, Әҙәбиәт институтында уҡыта. Филология фәндәре докторы (1983)[2]. 1987 йылдан һуң АҠШ һәм Европа университеттарында рус әҙәбиәте курсын уҡыта. Халыҡ-ара Чехов йәмғиәте ағзаһы.
Александр Чудаковтың әҙәбиәт ғилеме буйынса «Поэтика Чехова» (1971, инглиз теленә тәржемә — 1983), «Мир Чехова: Возникновение и утверждение» (1986), «Слово — вещь — мир: от Пушкина до Толстого» (1992)хеҙмәттәре билдәле. Бынан тыш, ул рус әҙәбиәте тарихы буйынса ике йөҙҙән ашыу мәҡәлә баҫтырған, В. Б Шкловский, Ю Н. Тынянов әҫәрҙәре йыйынтыҡтарына аңлатмалар яҙған.
2000 йылда «Знамя» журналында ғалим-яҙыусының «Ложится мгла на старые ступеньки» романы баҫылып, 2001 йылда Букер премияһына тәҡдим ителә. 2011 йылда әҫәр «Русский Букер десятилетия» премияһына лайыҡ була[3]. «Знамя» фонды премияһы 2000.
Билдәһеҙ шарттарҙа алынған баш мейеһе йәрәхәте эҙемтәләренән 2005 йылдың октябрендә 68 йәшендә вафат була[4]. Мәскәүҙең Востряковский зыяратында ерләнгән[5].
Тол ҡатыны — әҙәбиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Чудакова Мариэтта Омаровна.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Поэтика Чехова. — М., 1971;
- Мир Чехова: возникновение и утверждение. М., 1986;
- Антон Павлович Чехов: книга для учащихся; [рец.: В. И. Коровин, Л. И. Соболев]]; ред. Л. А. Белова; худ. Б. Л. Рытман]. — М.: издательство «Просвещение», 1987. — 172 с. — (Биография писателя). — Доп. тираж 200 000 экз.
- Слово — вещь — мир: от Пушкина до Толстого. — М., 1992;
- Ложится мгла на старые ступени: роман-идиллия. — М., издательство «Время», 2012. — 638 с. — (Самое время!) — 13 000 экз. — ISBN 978-5-9691-0801-1.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France Aleksandr Pavlovič Čudakov // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Александр Павлович Чудаков
- ↑ Русский Букер десятилетия присуждён посмертно . Дата обращения: 2 декабрь 2011. Архивировано 2 декабрь 2011 года.
- ↑ Скончался известный литературовед и писатель Александр Чудаков
- ↑ Могила А. П. Чудакова
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Александр Павлович Чудаков: Сборник (к 75-летию со дня рождения) / Сост.: С. Г. Бочаров, И. З. Сурат, М. О. Чудакова. — М.: Знак, 2013. — 454 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9551-0664-9.
- Бочаров С. Г. Синяя птица Александра Чудакова // Новое литературное обозрение : журнал. — 2005. — № 75.
- Долинин А. А. Памяти А. П. Чудакова // Новое литературное обозрение : журнал. — 2005. — № 75.
- Рейфилд Д. «Он к величаньям ещё не привык…» // Новое литературное обозрение : журнал. — 2006. — № 77.
- Соловьёва Т. Незаинтересованность собой. Александр Чудаков // Вопросы литературы : журнал. — 2015. — № 2.