Аринин Александр Николаевич
Аринин Александр Николаевич (29 ноябрь 1955 йыл) — юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-политолог. 2000 йылдан Федерализм һәм граждандар йәмғиәте институты (Мәскәү) директоры. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1983), сәйәси фәндәр докторы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986)[1].
Аринин Александр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1955 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Эшмәкәрлек төрө | тарих һәм политология |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты Рәсәй дәүләт туризм һәм сервис университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] һәм сәйәсәт фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации I созыва[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Аринин Александр Николаевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Николаевич Аринин 1955 йылдың 29 ноябрендә Киев ҡалаһында тыуған[1]. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һәм Ленинград дәүләт университеты аспирантураһын тамамлаған.
1979—1983 йылдарҙа — стажер-тикшеренеүсе, ЛДУ аспиранты;
1983 йылда «Туғыҙынсы биш йыллыҡта (1971—1975 йылдар) Башҡортостандың сәнәғәт эшселәре» темаһы буйынса «тарих фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай (07.00.02 — СССР тарихы һөнәре буйынса)[2]
1983—1989 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, СССР-ҙың совет осорондағы тарихы кафедраһы мөдире (1987 йылдан)[1].
1991—1993 йылдарҙа — Мәскәү технология институты Өфө филиалының Ватан тарихы һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире.
1999 йылда «Рәсәй федерализмы: торошо, проблемалары һәм үҫеш перспективалары» темаһы буйынса «сәйәси фәндәр докторы» дәрәжеһенә диссертация яҡлай (22.00.05 — сәйәси социология һөнәре буйынса)[3]
2000 йылдан Федерализм һәм граждандар йәмғиәте институты директоры (Мәскәү)[1].
150-нән ашыу фәнни хеҙмәте[1]. баҫтырылған, шул иҫәптән Рәсәй дәүләтселегенең үҫеш мәсьәләләре, ХХ быуатта Рәсәйҙә геосәйәси, этносәйәси, иҡтисади, социаль һәм фәлсәфәүи проблемалары буйынса 7 монография авторы.
Сәйәси эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1989—1990 йылдарҙа — РСФСР Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитетының милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр бәйләнештәр секторы мөдире. 1990 йылдан идеология бүлеге мөдире урынбаҫары[1].
90-сы йылдар башында А. Аринин «Русь» республика йәмәғәт берекмәһенең ойоштороусыһы һәм лидеры була, берекмә үҙ алдына федерализмды нығытыу һәм Башҡортостанда йәшәүсе урыҫ халҡы мәнфәғәттәрен яҡлау бурысын ҡуя. Президент М. Ғ. Рәхимов үткәргән республика дәүләт власы һәм халыҡ хужалығына идара итеү органдары структураларының «башҡортлаштырыу» сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай.
1993 һәм 1995 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы бер мандатлы округ буйынса Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана; беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһында — ПРЕС фракцияһы ағзаһы, Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса Комитет ағзаһы, икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһында — «Беҙҙең йорт — Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһы Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса Комитетының Рәсәй Федерацияһында дәүләт власы системаһын ойоштороу буйынса подкомитет рәйесе була.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәМонографиялар
үҙгәртергә- Аринин А. Н., Михеев В. М. Прошлое. Настоящее. Будущее: (Историко-философская мысль России XIX—XX вв.) / Рос. акад. гос. службы при Президенте Рос. Федерации. — М. : ТОО «Интелтех», 1995. — 208 с. (Мыслители России) ISBN 5-86371-052-7
- Аринин А. Н., Михеев В. М. Самобытные идеи Н. Я. Данилевского / Рос. акад. гос. службы при Президенте Рос. Федерации, О-во «Знание» России. — М.: Изд-во ТОО «ИнтелТех», 1996. — 479 с. ISBN 5-86371-055-1
- Аринин А. Н., Марченко Г. В. Уроки и проблемы становления российского федерализма. — М.: Интелтех, 1999. — 233 с. ISBN 5-86371-068-4
- Аринин А. Н. Российский федерализм: истоки, проблемы и перспективы развития. — М., 1999. — 335 с. ISBN 5-244-00846-3
- Аринин А. Н. К новой стратегии развития России. Федерализм и гражданское общество: Идейно-теоретические, политические и правовые аспекты / Ин-т федерализма и гражд. о-ва. — М.: Соверо-Принт, 2000. — 283 с. ISBN 5-900939-24-3
- Аринин А. Н. Новый курс развития Республики Башкортостан: Человек. Общество. Власть. — М.: РОССПЭН, 2003. — 95 с. с. ISBN 5-8243-0465-3 : 5000
- Аринин А. Н., Коваль Б. И., Коваль Т. Б. Личность и общество: Духовно-нравственный потенциал / Науч. совет по исслед. соврем. цивилизац. процессов (РАН). Ин-т федерализма и гражд. о-ва. — М.: Соверо-Принт, 2003. — 367 с. ISBN 5-900939-37-5
Брошюралар
үҙгәртергә- Аринин А. Н. Российская государственность и проблемы федерализма. — М.: Ин-т этнологии и антропологии, 1997. — 46 с. (Исследования по прикладной и неотложной этнологии / Рос. акад. наук, Ин-т этнологии и антропологии; № 105).
- Аринин А. Н. Российский федерализм и гражданское общество : К парламентским слушаниям. — М.: Государственная Дума, 1999. — 56 с.
Ғилми редакцияһы
үҙгәртергә- Федерализм власти и власть федерализма: Сборник статей / Гос. Дума Рос. Федерации, Федер. Собр. Рос. Федерации, Ком. Гос. Думы по делам Федерации и регион. политике и др.; Авт. и сост. А. И. Аринин и др.; Отв. ред. М. Н. Губогло. — М.: ТОО «ИнтелТех», 1997. — 878 с. ISBN 5-86371-064-0
- Права и свободы человека в программных документах основных политических партий и объединений России. XX век / Ин-т федерализма и гражд. о-ва; Под ред. А. Н. Аринина (отв. ред.) и др. — М.: РОССПЭН, 2002. — 495 с. ISBN 5-8243-0314-2
- Государственная Дума России, 1906-2006: энциклопедия: в 2 т / Гос. Дума Федер. собр. Рос. Федерации, Ин-т обществ. мысли, Ин-т федерализма и гражд. о-ва, Рос. гос. ист. архив, Фонд изучения наследия П. А. Столыпина; науч. ред.: Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховска. — М.: РОССПЭН, 2006. — Т. Т. 2: Государственная Дума Российской Федерации, 1993 — 2006 / редкол.: А. Н. Аринин, А. С. Косопкин (отв. редакторы) и др.. — 1015 с. — ISBN 5-8243-0739-3.
Публицистикаһы
үҙгәртергә- Аринин А. Н. Вера в Россию: Статьи. Выступления. Интервью. — М. : ТОО «ИнтелТех» : Ин-т регион. проблем, 1997. — 346 с. ISBN 5-86371-062-4
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Аринин Александр Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Аринин, Александр Николаевич. Промышленные рабочие Башкирии в годы девятой пятилетки, 1971—1975 гг.: диссертация… кандидата исторических наук : 07.00.02. — Ленинград, 1983. — 282 с.
- ↑ Аринин, Александр Николаевич. Российский федерализм: состояние, проблемы и перспективы развития: автореферат дис… доктора политических наук : 22.00.05. — Москва, 1999. — 43 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аринин Александр Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2021)
- Профиль РФ дәүләт думаһы сайтында