Александровская Ольга Андреевна

Александровская Ольга Андреевна (27 июль 1933 йыл) — Рәсәй тарихсыһы һәм географы, география фәндәре докторы, XVIII быуат Рәсәй географияһы тарихы буйынса белгес.

Александровская Ольга Андреевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (91 йәш)
Һөнәр төрө географ
Эшмәкәрлек төрө география тарихы[d]
Эш урыны Институт истории естествознания и техники имени С. И. Вавилова РАН[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның география факультеты[d]
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Рәсми сайт ihst.ru

Биографияһы

үҙгәртергә

1956 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетын тамамлай, ҡоро ер гидрологияһы кафедраһында уҡый[1].

1968 йылда СССР Фәндәр академияһының С. И. Вавилов исемендәге Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институты аспирантураһын тамамлай. Шул уҡ йылда «XIX быуат аҙағы — XX быуат башында француз география мәктәбе» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2003 йылда «Рус географик традицияһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1966 йылдан Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтында эшләй, 2003 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр.

Ольга Андреевна күп йылдар Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтында һәм Ставрополь университеты геофагында Д002.051.01 докторлыҡ диссертацион советы, Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтының ғилми советы ағзаһы, Тарихсыларҙың һәм философтарҙың милли берекмәһенең Геология-география фәндәре тарихы секцияһы рәйесе урынбаҫары булып тора.

Уның фәнни эшмәкәрлегендә ҙур урынды фәндең билдәһеҙ һәм аҙ билдәле һәйкәлдәрен табыу, анализлау, фекер белдереү һәм мәҡәлә баҫтырып сығарыу алып тора. Декабристарҙың ике томлыҡ Тәбиғи мираҫын туплаусы булараҡ ҡатнаша. «Научное наследство» серияһы редколлегияһының ғилми секретары сифатында урта быуат ғәрәп ғалимдары мираҫының (Сабит ибн Корра, әл-Хазини, әл-Бируни, әл-Хорезми хеҙмәттәренең рус теленә тәржемәһе) 20 томлығын, XV быуат әрмән тәбиғәтте өйрәнеүсеһе Амирдовлат Амасиаци; В. Н. Татищев яҙмалары һәм хаттарын; К. Бэрҙың Каспий экспедицияһы материалдарын, Н. И. Лобачевский биографияһының яңы материалдарын; П А. Кропоткиндың, И. И. Спрыгиндың нәшер ителмәгән хеҙмәттрен; Л.Эйлерҙың Зегнер һәм башҡа ғалимдар, С. В. Ковалевскаяның, Леффлер Миттаг менән, П. Н. Лебедевтың, Е. С. Федоровтың, Н. И. Вавилов һәм башҡа ватан фән эшмәкәрҙәренең хатлашыуын; Л. Н. Федорова хәтирәләрен баҫтырыуҙа ҡатнаша.

Библиография

үҙгәртергә

О. А. Александровская 25 китап, шул иҫәптән 3 монография, туплаусы булараҡ 2 том «Научное наследство» серияһын, шул уҡ серияның 16 томын — редколлегияның ғилми секретары сифатында, «250 лет АН СССР» юбилей изданиеһын, шулай уҡ йөҙҙән ашыу мәҡәлә баҫтыра.

  • Александровская О. А. Становление географической науки в России в XVIII веке / Отв. ред. В.А. Есаков; Ин-т истории естествознания и техники АН СССР. — М.: Наука, 1989. — 232 с. — ISBN 5-02-003276-X.
  • Александровская О. А. Русская географическая традиция : Диссертация в виде научного доклада на соискание учёной степени доктора географических наук.: Спец. 07.00.10 — история науки и техники; Ин-т истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова РАН. — М.: [б. и.], 2003. — 65 с. — Библиогр.: с. 60-65 (83 назв.). — 200 экз.
  • Александровская О. А. и др. Ломоносов и академические экспедиции XVIII века / Авт.-сост.: О. А. Александровская, В. А. Широкова, О. С. Романова, Н. А. Озерова. — М.: РТСофт, 2011. — 272 с. — ISBN 978-5-903545-32-2. [1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Список выпускников Кафедры гидрологии суши 2018 йыл 8 ноябрь архивланған. Географического факультета МГУ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Страница на сайте Института истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова РАН