Ковалевская Софья Васильевна
Софья Васильевна Ковалевская (ҡыҙ фамилияһы Корвин-Круковская, 1858 йылға тиклем — Круковская; 3(15) ғинуар Мәскәү — 29 ғинуар (10 февраль) 1981 йыл, Стокгольм — рәсәй математигы һәм механигы, 1889 йылдан — Петербург фәндәре академияһының сит ил мөхбир ағзаһы. Рәсәй империяһында һәм Төньяҡ Европала беренсе ҡатын-ҡыҙ профессор һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан донъяла тәүге — математика профессоры (элек был исемде алған Аньезти Мария бер ҡасан да уҡытмаған). «Нигилистка» (1884) повесының һәм «Бала саҡ хәтирәләре» китабының (1889, тәүге тапҡыр рус телендә 1890 йылда баҫылып сыға) авторы.
Софья Васильевна Ковалевская | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми етәксеһе | |
Награда һәм премиялары |
премия Бордена (1888), Ҡалып:Офицер ордена Академических пальм |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергә
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Софья Ковалевская 1850 йылдың 3 (15) ғинуарында Мәскәүҙә, Стрельцов Алексейҙың ҡала усадьбаһында тыуған: Артиллерияның генерал - лейтенанты В. В. Корвин-Круковский һәм Елизавета Федоровнаның (ҡыҙ фамилияһы — Шуберт) ҡыҙы. Ковалевскаяның олатаһы, инфантериянан генерал Ф. Ф. Шуберт, күренекле математик, ә олатаһының атаһы Ф. И. Шуберт билдәле астроном булған
Иртә бала сағында Рәсәйҙең төрлө урындарында йәшәй, сөнки уның атаһы йыш ҡына эштәре буйынса ғаиләһе менән бергә урындан урынға күсә[5].
Ковалевская хәтерләгәнсә, ул «ҡырағай» бала булып үҫә — ҡунаҡтарҙан да, сит бала-сағанан да ситләшә, ваҡыт ваҡыты менән бошоноу тойғоһо кисерә. Иртә бала сағында уҡ уның ғаиләлә өлкән апаһы Анна һәм кесе туғаны Федянан айырмалы рәүештә үҙен яратмаған бала тигән «ҡараш үҫешә». Шундай фекерҙәр уның күп осраҡта бала ҡараусының Фекла тигән ҡыҙ менән һөйләшеүенән ишетеп ҡалғандан һуң барлыҡҡа килә. Няня уға Софьяны «ваҡытында» тыумаған тип әйтә: уның тыуыуы алдынан ғына Софьяның атаһы уйында шул тиклем оттора, хатта «байбисәнең аҫыл таштарын һалырға тура килә». Шулай уҡ ата-әсәһе малай тыуыр тип өмөтләнә — ә ҡыҙы тыуғандан һуң «байбисә шул тиклем ҡайғыра һәм хатта уға ҡарағыһы ла килмәй». Ә бала ҡараусы үҙе өс баланың араһынан тап Софьяны «үҙенең тәрбиәләнеүсеһе» тип иҫәпләй, уны башҡаларынан нығыраҡ ярата һәм үҙе үҫтергән тип һөйләй, сөнки башҡаларҙың унда эше лә булманы» тип әйтә. Ковалевская үҙе лә няняһы уға ҡара үлем, әүернә бүре һәм ун ике башлы йылан тураһында ҡурҡыныс әкиәттәр һөйләһә лә, уның эргәһендә үҙен бәхетле хис иткәнен яҙа, был әкиәттәр бәләкәй ҡыҙҙа ҡурҡыу тойғоһо уята —«хатта тыны ҡыҫыла...»[6]
Атаһы 1858 йылда отставкаға сыҡҡандан һуң, ғаилә Витебск губернаһы Невель өйәҙендә урынлашҡан Полибино поместьеһына күсеп китә (хәҙер — Псков өлкәһе Великолукский районы Полибино ауылы). Бында Софья бала сағын үткәрә[7].
Полибинола Софьяны тәрбиәләү буйынса инглиз гувернанткаһы Маргарита Францевна Смит шөғөлләнә (1826-1914)[8], ул Софьяның хәтирәләре буйынса, «текә, ғәйрәтле һәм ҡарышмал» натура була. Ковалевская гувернантканың уны яратыуын, әммә был яратыу «ауыр, көнсөл, бер ниндәй наҙһыҙ» булыуын таный. Софьяның белеме менән Иосиф Игнатьевич Малевич шөғөлләнә (1813-1898), ул ғүмере буйына йорт уҡытыусыһы булып эшләгән һәм балаларға киң программа буйынса ярайһы уҡ ныҡлы белем биргән ваҡ биләмә хужаһының улы була "[8] (1890 йылдың декабрендә «Русская старина» китабында үҙенең уҡыусыһы тураһында хәтирәләр баҫтыра).
Ковалевская үҙенең хәтирәләрендә яһыуынса, математикаға ҡыҙыҡһыныу унда ике сәбәп буйынса уяна: беренсенән, был фәнгә һөйөүҙе уға яратҡан бабайы Петр Васильевич Корвин-Круковский, атаһының өлкән ағаһы уята, унан тәүге тапҡыр түңәрәктең квадраты һәм асимптот тураһында ишетә. Икенсе сәбәп итеп Ковалевская мәрәкә хәлде атай: Полибиноға күскәндә балаларҙың бер бүлмәһенә обойҙар етмәй — һәм стенаны академик М.В. Остроградскийҙың дифференциаль һәм интеграль иҫәпләмәләре буйынса лекцияларҙың баҫылған баҫмаларының биттәрен стенаға йәбештерәләр.
Шул рәүешле бүлмә күп йылдар тора - һәм, Софья, үҙе хәтерләгәнсә, ошо серле бүлмәлә ул күп сәғәттәрен үткәрә, һөҙөмтәлә күп формулалар һәм фразалар уның хәтерендә тороп ҡала, ә һуңыраҡ 15 йәшендә дифференциаль иҫәпләүҙәр буйынса дәрестәр ала, ҡайһы бер математик аңлатмалар уға иҫ китерлек еңел бирелә, әйтерһең, уларҙы ул «алдан белгән».
1886 йылда Ковалевская тәүге тапҡыр сит илгә сыға, ә һуңынан Санкт-Петербургта йәшәй, унда А.Н. Страннолюбскийҙан математик анализдар дәресе ала.
Юғары белеме, кейәүгә сығыуы
үҙгәртергәРәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тыйыла. Шуға күрә Ковалевская уҡыуын тик сит илдә генә дауам итә ала, әммә сит ил паспортын ире йәки ата-әсәнең рөхсәте менән генә алырға мөмкин була. Атаһы рөхсәт бирергә йыйынмай, сөнки ҡыҙының артабан уҡыуын теләмәй. Шуға күрә Софья йәш ғалми В.О.Ковалевский менән фиктив никах ойоштора. Дөрөҫ, Ковалевский һөҙөмтәлә үҙенең фиктив ҡатынына ғашиҡ булырын уйламай.
1868 йылда яңы өйләнешеүселәр сит илгә юллана. 1869 йылда Ковалевская Кенигсбергта Гейдельберг университетында, ә 1870 йылдан алып 1874 йылға тиклем — Берлин университетында К. Т. В. Вейерштрасста уҡый. Университет ҡағиҙәләре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар лекция тыңлай алмай. Әммә Софьяның математик һәләтен асыуҙа ҡыҙыҡһынған Вейерштрасс, уның дәрестәре менән етәкселек итә. Софья өс эш яҙа: : «К теории уравнений в частных производных», «О приведении одного класса абелевских интегралов третьего ранга к эллиптическим интегралам» һәм «Дополнения и замечания к исследованию Лапласа о форме кольца Сатурна».
Ковалевская революция көрәшен һәм утопик социализм идеяһын уртаҡлаша, шуға күрә 1871 йылдың апрелендә ире В.О.Ковалевский менән бергә ҡамалған Парижға килә, яраланған коммунарҙарҙы тәрбиәләй. Һуңыраҡ Париж коммунаһы эшмәкәре В. Жакларҙы, үҙенең апаһының - революционер Аннаның ирен төрмәнән ҡотҡарыуҙа ҡатнаша.
Яҡын әхирәттәре Софьяның фиктив ире менән яҡынлығын хупламай. Улар төрлө фатирҙарҙа һәм төрлө ҡалаларҙа йәшәргә мәжбүр була. Был хәл икеһенә лә оҡшамай. 1874 йылда улар бергә йәшәй башлай, ә дүрт йылдан һуң ҡыҙҙары тыуа.
1874 йылда Гёттинген университетында “К теории дифференциальных уравнений в частных производных” темаһына диссертация яҡлап, Ковалевская философия фәндәре докторы дәрәжәһен ала.
1879 йылда Ковалевская тәбиғәт фәндәре белгестәренең һәм табиптарҙың Санкт-Петербургта VI съезында «О приведении абелевских интегралов 3-го ранга к эллиптическим» темаһы буйынса сығыш яһай, 1883 йылда — Одесса ҡалаһында VII съезда. 1881 йылда Мәскәү математик йәмғиәтенә (приват-доцент) ағза итеп һайлана.
Швеция
үҙгәртергәКоммерция эштәрендә буталып, ире үҙенә ҡул һалғандан һуң (1883, Ковалевская биш йәшлек ҡыҙы менән аҡсаһыҙ тороп ҡалғас, ул Берлинға килә һәм Вейерштрасста туҡтала. Абруйын һәм бәйләнештәрен файҙаланып, күп тырышлыҡ менән Вейерштрассе һәм Геста Миттаг-Леффлерға Ковалевская өсөн Стокгольм университетында урын йүнләй (1884). Соня Ковалевски исеме аҫтында (Kovalevsky Sonya) Стокгольм юғары мәктәбендә математика кафедраһы профессоры була, аҙаҡ был юғары мәктәп беренсе йылында лекцияларҙы немец телендә, ә икенсе йылында швед телендә уҡытыу бурысы менән Стокгольм университеты була
1884 йылдың көҙөнән 1889 йылдың көҙөнә тиклем Ковалевская университетта «Теория уравнений в частных производных»; «Теория алгебраических функций по Вейерштрассу»; «Элементарная алгебра»; «Теория абелевых функций по Вейерштрассу»; «Теория потенциальных функций»; «Теория движения твёрдого тела»; «О кривых, определяемых дифференциальными уравнениями, по Пуанкаре»; «Теория тета-функций по Вейерштрассу»; «Приложения теории эллиптических функций»; «Теория эллиптических функций по Вейерштрассу»; «Приложение анализа к теории целых чисел» курстарын уҡый.
Тиҙҙән Ковалевская швед телен өйрәнә һәм был телдә үҙенең математик эштәрен һәм әҙәби әҫәрҙәрен баҫтырып сығара
1880 йылдар аҙағында иренең фамилиялашы социолог Максим Ковалевский Софьяның дуҫы була. Ул Рәсәйҙән хөкүмәт эҙәрлекләүе арҡаһында сығып китә[9]. Софья уны Стокгольм университетыа лекциялар уҡыу өсөн саҡыра һәм эш хаҡы тәьмин итә[10]Максим Онуфриевич Ковалевский уға тәҡдим яһай, әммә Софья кире ҡаға, сөнки үҙен яңы никах ептәре бәйләргә теләмәй. 1890 йылда Ривьера буйлап берлектәге сәфәрҙән һуң улар айырылыша.
1888 йылда Ковалевская хәрәкәтһеҙ нөктә тирәләй ауыр есемдең әйләнеүе тураһында мәсьәләнең сиселә алырлығының өсөнсө классик осрағын асҡаны өсөн Париж фәндәре академияһының Борден премияһы лауреаты була. Шул уҡ темаға икенсе эше 1889 йылда Швеция фәндәре академияһының премияһы менән билдәләнә һәм Ковалевская Рәсәй фәндәре академияһының физика-математика бүлегендә мөхбир ағза итеп һайлана
1891 йылда Берлиндан Стокгольмға ҡарай юлда Софья Данияла сәсәк эпидемияһының башланыуын ишетә һәм ҡурҡышынан маршрутты үҙгәртә. Әммә асыҡ экипаждан башҡа юлды дауам итеү мөмкин булмай. Юлда Ковалевская һалҡын тейҙерә. Һалҡын тейҙереүе үпкә шешеүенә килтерә
Софья Ковалевская 1891 йылдың 29 ғинуарында 41 йәшендә вафат була[11]. Стокгольмда Төньяҡ зыяратта ерләнә[12].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәИң мөһим тикшеренеүҙәре ҡаты есемдәрҙең әйләнеү теорияһына ҡарай. Ковалевская ҡаты есемдең хәрәкәтһеҙ нөктә тирәләй әйләнеүе тураһында мәсьәләнең сиселешенең өсөнсө классик осрағын аса. Бының менән Леонард Эйлер һәм Ж. Лангранж башлаған мәсьәләнең сығарылышын алға этәрә.
1889 йылда ауыр симметриялы булмаған өйрөлсәктең әйләнеүен тикшереү буйынса Париж академияһының ҙур премияһын ала.
Математик эштәрҙән Ковалевскаяның иң билдәлеләре:
- «Zur Theorie der partiellen Differentialgleichungen» (1874);
- «Zusätze und Bemerkungen zu Laplace’s Untersuchung über die Gestalt der Saturnsringe» (1885, «Astronomische Nachrichten», volume 111, p. 37—46);
- «Über die Reduction einer bestimmten Klasse Abel’scher Integrale 3ten Ranges auf elliptische Integrale» («Acta mathematica». Volume 4 , 1884. — S. 393—414)
- «Üeber die Brechung des Lichtes in cristallinischen Medien» («Acta mathematica» 6,3);
- «Sur le problème de la rotation d’un corps solide autour d’un point fixe» (1889, «Acta mathematica», 12,2);
- «Sur une propriété du système d’equations differentielles qui definit la rotation d’un corps solide autour d’un point fixe» (1890, «Acta mathematica», 14,1);
- о математических трудах написаны рефераты А. Г. Столетовым, Н. Е. Жуковским и П. А. Некрасовым в «Математическом Сборнике», т. XVI вышедших и отдельно (М., 1891).
Әҙәби эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСофья Ковалевская бик күп әҙәби әҫәрҙәр, шул иҫәптән, бер нисә эре әҫәр яҙа.
Ковалевскаяның урыҫ телендә әҙәби әҫәрҙәре: «Воспоминания о Джордже Эллиоте» («Русская Мысль», 1886, № 6); «Воспоминания детства» ғаилә хроникаһы («Вестник Европы», 1890, № 7 и 8); «Три дня в крестьянском университете в Швеции» («Северный Вестник», 1890, № 12); үлемдән һуң шиғыры («Вестник Европы», 1892, № 2); (швед теленән тәржемә ителгән «Vae victis» повесы, Ривьереҙа романдан өҙөк) был әҫәрҙәр айырым йыйынтыҡ булып «Литературные сочинения С. В. К.» исеме аҫтында баҫылып сыға (СПб., 1893).
Швед телендә поляк ихтилалы тураһында хәтирәләр һәм «Воронцовтар ғаиләһе» романын яҙа, уның сюжеты XIX быуаттың 60-сы йылдарында рус йәштәре араһындағы сыуалыш осорона ҡарай.
Баҫмалары
үҙгәртергә- Борьба за счастье: две параллельных драмы 2020 йыл 21 март архивланған. / Ковалевская С. В. , Леффлер Алиса Карлотта / Соч. быв. проф. Стокгольмского университета Софьи Ковалевской совместно с Алисою Карлоттого Леффлеръ; пер. с швед. М. Лучицкой. — Киев: Издание книжного магазина Ф. А. Иогансона, 1882. — 2, 258 с.
- Vera Vorontzoff: Fortaelling fra Rusland / Sonja Kovalevsky; Overs. af Otto Borchsenius. — Kjøbenhavn: Gyldendal, 1893. — 178 с.
- Научные работы 2019 йыл 21 сентябрь архивланған. / С. В. Ковалевская; ред. и коммент. П. Я. Полубариновой-Кочиной. — [М.]: Изд-во АН СССР, 1948. — 368 с., 2 л. портр. — (АН СССР. Классики науки)
- Ковалевская С. В. «Воспоминания и письма» — М.: Издательство АН СССР, 1951.
- Ковалевская С. В. Воспоминания. Повести : К 125-летию со дня рождения / АН СССР. — М. : Наука, 1974. — 559 с. — (Литературные памятники).
- Ковалевская С. В. «Воспоминания. Повести» — М.: Издательство «Правда», 1986.
- Ковалевская С. В. «Воспоминания» — М.: АСТ-ПРЕСС, 2005. — (Знак судьбы) — ISBN 5-7805-1114-4
Ғаиләһе (билдәле вәкилдәре)
үҙгәртергә- Олатаһы — Ф. И. Шуберт, астроном.
- Олатаһы — Ф. Ф. Шуберт, геодезист, математик.
- Атаһы — В В. Корвин-Круковский , генерал.
- Ире — В О. Ковалевский, палеонтолог һәм геолог.
- Һеңлеһе — Анна Жаклар, революционер һәм яҙыусы.
- Ағаһы — Федор Васильевич Корвин-Круковский (1855-1920), чиновник, атаһының мөлкәтен туҙҙыра. Уның ҡыҙы Людмила Федоровна хәтирәләре буйынса, «1917 йылда революцияны шатланып ҡаршылай, большевиктарҙың ойоштороу йыйылышы өсөн тауыш бирә», әммә аҡсаһыҙ ҡала, асыға һәм 1920 йылдың ғинуарында Петроградта вафат була[13] Уның Софья Ковалевская тураһында хәтирәләр һаҡланған[14].
- Софья һәм В.О. Ковалевскийҙың ҡыҙҙары (05.10.1878[15]-1952) Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙ медицина институтын тамамлай, табип булып эшләй, швед теленән В. Ковалевскаяның күп эштәрен тәржемә итә, Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнә.
Хәтер
үҙгәртергә- Ковалевская (лат. Kovalevskaya) — ай кратеры; исеме Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан раҫлана, 1970 йыл.
- С. Ковалевская иҫтәлегенә Ковалевская астероиды (1859) Людмила Журавлеваның Ҡырым астрофизик обсерваторияһы тарафынан 1972 йылдың 4 сентябрендә асыла[16].
- С. В. Ковалевская исемендәге премия — РФА математика фәндәре академияһы бүлеге тарафынан 1992 йылдан математика өлкәһендә ҙур һөҙөмтәләр өсөн бирелә.
- С. Ковалевская исемендәге гимназия — 1958 йылда Великие Луки ҡалаһында нигеҙ һалына.
- Вильнюс ҡалаһында София Ковалевская исемендәге гимназия һәм прогимназия. (лит. Vilniaus Sofijos Kovalevskajos progimnazija)
- Софья Ковалевская мәктәбе (швед. Sonja Kovalevsky-skolan) — Стокгольмда 1996 йылда нигеҙ һалына.
- Элекке СССР-ҙың күп ҡалаларында урамдар Софья Ковалевская исемен йөрөтә.
- Самолет авиакомпанияһы «Аэрофлот-Рәсәй Авиалиниялары» авиакомпанияһының A320 Airbus Софья Ковалевская исемен йөрөтә[17]
- С.Ковалевская иҫтәлегенә Рәсәйҙә берҙән-бер музей . Псков өлкәһенең Полибино ауылында урынлашҡан[7]
Әҙәбиәттә
үҙгәртергә- Манро, Элис. Слишком много счастья // Слишком много счастья / Пер. А. Степанов. — СПб.: Азбука, 2014. — С. 273—336. — (Азбука Premium). — 5000 экз. — ISBN 978-5-389-07504-7.
- Великие Россияне. Биографическая библиотека Ф. Павленкова.
- Яновская Ж. И. Сестры: [Повесть о С. В. Ковалевской и А. В. Жаклар]: [Для старш. возраста] / [Ил.: Л. Рубинштейн]. — Ленинград: Детгиз. [Ленингр. отд-ние], 1962. — 215 с.
Кинола
үҙгәртергә- 1956 — «Софья Ковалевская» (совет фильм-спектакле, реж. Иосиф Шапиро),Софья Ковалевская ролендә — Елена Юнгер
- 1983 — «Berget på månens baksida» / «Гора на темной стороне Луны» (швед фильм-драмаһы, реж. Леннарт Юльстрём), Софья Ковалевская ролендә — Гунилла Нироос
- 1985 — «Софья Ковалевская» (совет 3-сериялы телефильм, реж. Аян Шахмалиева]]), Софья Ковалевская ролендә — Елена Сафонова
- 2011 — «Достоевский» (Рәсәй 7-сериялы телефильм, реж. Владимир Хотиненко), Софья Ковалевская ролендә — Елизавета Арзамасова
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Теорема Ковалевской
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ КОВАЛЕВСКАЯ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Ковалевская, Софья Васильевна (урыҫ) // Русский биографический словарь — СПб.: 1903. — Т. 9. — С. 20—21.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118565826 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ Ковалевская, 1974, «Воспоминания детства», с. 10
- ↑ Ковалевская, 1974, «Воспоминания детства», с. 12—15
- ↑ 7,0 7,1 Валентина Румянцева. Легенды и были Полибинской усадьбы // «Наука и жизнь» : журнал. — 2015. — № 11. — С. 134—143.
- ↑ 8,0 8,1 Ковалевская, 1974, Примечания / П. Я. Кочина, А. Р. Шкирич (сост.), с. 511
- ↑ Л. А. Воронцова. Софья Ковалевская: Жизнь замечательных людей. Молодая гвардия, 1959. Стр. 266.
- ↑ Выдающиеся имена: Максим Максимович Ковалевский Архивная копия от 13 декабрь 2011 на Wayback Machine
- ↑ Метрическая запись Преображенской церкви при Императорской Российской миссии в Стокгольме
- ↑ Сорокина М. Ю. Ковалевская (ур. Корвин-Круковская) Софья Васильевна .
- ↑ Румянцева В. П. Родословная Корвин-Круковских // Невельский сб. — СПб., 1997. — Вып.2. — С.146—157.
- ↑ Корвин-Круковский Ф. В. Воспоминания о сестре. [С коммент.]. // В кн.: Ковалевская С. В. Воспоминания и письма. — Изд. 2-е, испр. — М., 1961. — С. 367—372.
- ↑ Метрическая запись о крещении в Петропавловской церкви при Императорском Университете
- ↑ Ҡалып:IAU
- ↑ Аэрофлот ввел в эксплуатацию самолёт А320 «С.КОВАЛЕВСКАЯ»; aeroflot.;(25 апреля 2011).Дата обращения 9 июня 2015.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ковалевская Софья Васильевна // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
- Ковалевская Софья Васильевна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Воронцова Л. А. Софья Ковалевская. — М.: Молодая гвардия, 1957. — 344 с.
- Кочина П. Я. Софья Васильевна Ковалевская. — М.: Наука, 1981. — 312 с. — 117 000 экз.
- Лавров, Петр Лаврович. Русская развитая женщина: В память Софьи Васильевны Ковалевской: (Прочит. на собр. 6 апр. 1891 г. в Париже) / [П. Лавров]. — Женева: Вольная рус. тип., [1891]. — 19 с.
- Леффлер Анн Шарлотт. Софья Ковалевская: Воспоминания А. К. Леффлер, герцогини ди-Кайянелло / Пер. со швед. М. Лучицкой; С прил. биогр. А. К. Леффлер, сост. Эллен Кей и с 2 портр. — Санкт-Петербург: ред. журн. «Сев. вестн.», 1893. — [2], IV, 315 с.
- Литвинова Е. Ф. С. В. Ковалевская: (Женщина-математик): Ее жизнь и ученая деятельность: Биогр. очерк / С портр. С. В. Ковалевской, грав. в Лейпциге Геданом. — Санкт-Петербург: Ф. Павленков, 1894. — 92 с., — (Жизнь замечательных людей. Биографическая библиотека Ф. Павленкова; [Вып. 83])
- Малинин В. В. Софья Ковалевская — женщина-математик. Её жизнь и учёная деятельность. — ЦИТ СГГА, 2004.
- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- «Математики, механики» — биографический справочник. М., 1983.
- Полубаринова-Кочина П. Я. Жизнь и деятельность С. В. Ковалевской: (К 100-летию со дня рождения) / П. Я. Полубаринова-Кочина; АН СССР. — М.: Изд-во АН СССР, 1950. — 51 с. — (Научно-популярная серия)
- Полубаринова-Кочина П. Я. Софья Васильевна Ковалевская. 1850—1891: Её жизнь и деятельность. — М.: Гостехиздат, 1955. — 100 с. — («Люди русской науки»).
- Халамайзер А. Я. Софья Ковалевская. — М., 1989. — 112 с. — 10 000 экз.
- Штрайх С. Я. С. Ковалевская: документально-художественная / С. Я. Штрайх ; ред. М. Горький, М. Е. Кольцов, А. Тихонов. — Москва: Журнально-газетное об-ние, 1935. — 252 с. — (Жизнь замечательных людей. Выпуск 15 (63)). –
- Cooke R. The Mathematics of Sonya Kovalevskaya. Springer-Verlag, Berlin — Heidelberg — New York — Tokyo 1984. — XIII, 234 S.
- Spicci J. Beyond the Limit: The Dream of Sofya Kovalevskaya. — New York: Tom Doherty Associates, LLC, 2002.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ковалевская С. В. — Подготовил А. Круковский по материалам интернет-сайтов.
- Ковалевская Софья Васильевна — Математика on-line. В помощь студенту. Учёные.
- Ковалевская Софья Васильевна (1850—1891) — Математика для всех: Учёные.
- Царица математики // Челябинская областная библиотека для молодежи : [официальный сайт]
- Ковалевская Софья Васильевна — сайт «ХРОНОС».
- Софья Васильевна Ковалевская — сайт «Эрудит».
- Ковалевская Софья Васильевна(недоступная ссылка) — историческая энциклопедия.
- София Ковалевская (неопр.). Радио Швеция (16 февраля 2015). Дата обращения 12 сентября 2015. Архивировано 12 сентября 2015 года.
- Софья Ковалевская на сайте «Женщины в Европе»
- Полибино — Усадьба Корвин-Круковских
- Полибинский мемориальный музей-усадьба С. В. Ковалевской
- Биография и публикации Софьи Васильевны Ковалевской 2020 йыл 28 сентябрь архивланған. в Электронной Библиотеке «Научное Наследие России»
- П. Я. Полубояринова-Кочина. «Софья Ковалевская. Её жизнь и деятельность».