Александрина Прасковья Фёдоровна
Прасковья Фёдоровна Александрина (27.09.1917, Рәсәй империяһы Дон Ғәскәре өлкәһе, Икенсе Дон округы, Трухин утары — 19.12.1976) — өҫкө ш/у 22-4 бис комплексының тау мастеры, Украин ССР-ы,Красный Луч ҡалаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Кпсс-тың XXII съезы делегаты (1961).
Александрина Прасковья Фёдоровна | |
рус. Прасковья Фёдоровна Александрина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1917 |
Тыуған урыны | Трухин[d], Второй Донской округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй республикаһы |
Вафат булған көнө | 19 декабрь 1976 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | Красный Луч[d], Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1917 йылда Рәсәй империяһы Дон Ғәскәре өлкәһе Икенсе Дон округы Трухин утарында тыуған.
5 класс тамамлай. 15 йәшенән фермала эшләй. Хисапсылар курсын тамамлап, колхозда эшләй. Комсомол путёвкаһы буйынса Белокрытва ҡалаһына шахтаға китә. Һуғыш ваҡытында әсәһе янына Һарытау ҡалаһында йәшәй. Март 1943 йылдың мартында Һарытауҙан Белокрытваға ҡайта. Колхозда эшләй. Һуңынан шахтаға китә. Өс йыл навальщица, бутчица булып эшләй. Красный Лучта 22-се шахтала 1947 йылда уны Коммунистар партияһы сафына ҡабул итәләр. Тау мастерҙары курстарын тамамлай һәм тау мастеры булып эшләй башлай.
1959 й. ер аҫтында эшләгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла өҫкә күсереү тураһында ҡарар сыға. П. Ф. Александрина 22/4-бис шахтаһының өҫкө комплексында тау мастеры булып эшләй.
Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Кпсс-тың XXII съезы делегаты (1961). Украина Компартияһының Краснолучский ҡала комитеты ағзаһы (1960, 1961).1966 йылдан хаҡлы ялда. Ҡала ҡатын-ҡыҙҙары почёт китабына индерелгән (3.12.1967).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Александрина Прасковья Фёдоровна . «Герои страны» сайты.
- Николай Романов. Геройы — гвардия хеҙмәте.