Алеева Татьяна Александровна

Алеева Татьяна Александровна (ҡыҙ фамилияһы Дуденкова), 1 март 1991 йыл — Рәсәй ауыр атлеты, Европа һәм Рәсәй чемпионаттары призёры, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Алеева Татьяна Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 1 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (33 йәш)
Тыуған урыны Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тяжелоатлет
Спорт төрө Ауыр атлетика[2]
Ҡатнашыусы Чемпионат Европы по тяжёлой атлетике 2017[d], Чемпионат Европы по тяжёлой атлетике 2019[d] һәм 2018 World Weightlifting Championships – women's 64 kg[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Татьяна Андреевна Алеева 1991 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Кедровка ауылында тыуған. Тренер Ирина Чирюкина балаларҙы секцияға йыйыу өсөн Дуденкова уҡыған класҡа килә. Бөтә класс тиерлек күнекмәләр башлай. Әммә бер айҙан секцияла тик Дуденкова ҡала. Ата-әсәһе уның күнекмәләренә ҡаршы була, сөнки бәләкәй һеңлеһе Аняны ҡарашырға кәрәк була. Татьяна һеңлеһен секцияға үҙе менән бергә алып йөрөй. Һуңыраҡ Таня ауыр атлетика буйынса спорт мастерына кандидат нормативын үтәй.

Тиҙҙән Дуденкова Кемерово ҡалаһы, ә һуңынан Кемерово өлкәһе чемпионы була. 2005 йылда ауыр атлетика буйынса Магнитогорск ҡалаһында үткән II Йәйге спартакиаданың көмөш призеры була. 2006 йылда Рәсәй беренселегенең икенсе призеры була һәм Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәй. 2007 йылда Рәсәй уҡыусыларының III Йәйге спартакиадаһы еңеүсеһе була һәм Ленинск-Кузнецкий ҡалаһында олимпия резервы училищеһына уҡырға инә. Училищела буласаҡ ире, ауыр атлет Евгений Алеев менән осраша. 2008 йылда уларҙың ҡыҙҙары тыуа.

2019 йылда Европа чемпионатында континенталь беренселектә Татьяна йәнә юғары ҡаҙанышын ҡабатлай һәм суммала 214 кг күрһәтеп, көмөш миҙал яулай. Этәреү күнегеүендә ул кесе көмөш миҙал яулай (120 кг).

Спорт һөҙөмтәләре үҙгәртергә

  • 2009 йылда юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге —  ;
  • 2010 йылда юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса рәсәй беренселеге —  ;
  • 2011 йылда юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге —  ;
  • 2011 йылда юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Европа беренселегендә —  ;
  • 2011 йылда ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты —  ;
  • 2012 йылда Баҡыла гран-при—  ;
  • 2014 йылда ауыр атлетика буйынса Рәсәй кубогы —  ;
  • 2016 йылда ауыр атлетика буйынса Рәсәй кубогы —  ;
  • 2016 йылда ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты —  ;
  • 2017 йылда ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты —  ;

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. https://iwf.sport/weightlifting_/athletes-bios/?athlete&id=7663
  2. (unspecified title)Международная федерация тяжёлой атлетики.