Албан аш-һыуы

(Албан кухняһы битенән йүнәлтелде)

Албан аш-һыуы (алб. Kuzhina shqiptare) — албандарҙың милли аштары. Урта диңгеҙ буйы аш-һыуы төркөмөнә ҡарай, төрлө халыҡтарҙың, шул иҫәптән итальян һәм төрөк аш-һыуы йоғонтоһонда формалаша. Албан аш-һыуына ит һәм балыҡ аштары бешергәндә ҡара борос һәм мәтрүшкә, бөтнөк, базилик, розмарин кеүек Урта диңгеҙ буйы үләндәрен ҡулланыу хас. Чили боросо менән һарымһаҡ та  тотонола. 

Йәшелсә табындан һис ҡасан  өҙөлмәй. Йәшелсәне башлыса илдең Урта диңгеҙ буйы төбәктәрендә үҫтерәләр һәм урындағы баҙарҙарҙа һаталар, ерле халыҡ яңы йыйып килтерелгән йәшелсәне иртән сығып ала, әммә баҙарҙар көнө буйы эшләй.  Албандарҙың төп ризығы —  ланч, ланчта төп ашамлыҡ булып gjellë (быҡтырылған ит) тора һәм ул төрлө йәшелсә менән әҙерләнә, табынға йәнә  яңы өҙөлгән томат, ҡыяр, йәшел боростан турама һәм зәйтүн бирелә. Турамаға тоҙ, зәйтүн майы, һеркә һәм/йәки лимон һуты һибелә.  

Бешеренгәндә ит киң ҡулланыла, һуғымдың эсәк-ҡарыны менән башы  деликатес һанала. Һөт ризыҡтары аш-һыуҙың мөһим өлөшө булып тора, уларҙы икмәккә ҡушып ашайҙар йә иҫерткес эсемлектәр, атап әйткәндә, раки менән ҡулланалар. Диңгеҙ ризыҡтары башлыса һыу буйы төбәктәрендә һәм ҡалаларында  (Дуррес, Влёра, Шкодер, Лежа һәм  Саранда) таралған.

Ҡабымлыҡтар

үҙгәртергә
  • Аҡ икмәк (алб. Bukë gruri) йәки кукуруз икмәге  (алб. Bukë misri) албан өҫтәлендә һәр саҡ була.

Албан мәҙәниәтендә икмәк мөһим урын алып тора, атап әйткәндә, албан теленән "ашай-ашай йөрөү" тигән фраза "икмәк ашай-ашай йөрөү" (për të ngrënë bukë) рәүешендә яңғырай.

  • Тауыҡ эсәк-ҡарыны (mëlci pule).
  • Баклажандан  әҙерләнгән ҡабымлыҡтар