Албания Республикаһы — рәсми дине булмаған донъяуи дәүләт. Илдең конституцияһы дин тотоу азатлығын һәм дини общиналарҙың тиңлеген гарантиялай, "выждан һәм дин мәсьәләләрен"дә дәүләт тарафынан нейтраллек һаҡлауҙы иғлан иткән. Дәүләт һәм дини общиналар араһындағы мөнәсәбәттәр Мәҙәниәт, туризм, спорт һәм йәштәр эше буйынса министрлыҡ ҡарамағындағы Дәүләт комитеты тарафынан көйләнә.

Бератта «Ҡурғаш мәсет», Албанияның мәҙәни һәйкәле (XVI быуат)

2002 йылда Албания хөкүмәте сиркәү һәм дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн Рим-католик сиркәүе менән ике яҡлы килешеү төҙөй. 2008 йылда бындай килешеү православие сиркәүе, мосолман һәм бекташтар общиналары менән төҙөлә. 2010 йыл Албания Инжил туғанлыҡ — албан протестанттарының сатырлылар ойошмаһы.

Албания, Косово Республикаһы тарафынан өлөшләтә танылыу менән бер рәттән, Европала мосолман халҡы өҫтөнлөк иткән берҙән-бер ил һанала. Албания халҡының яҡынса 63—64 % — мосолман; христиан динен[1] 31—32 % халыҡ тота[2]; 5—6 % әле динһеҙ. Дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, түбәндәге осраҡтарҙа дин албандар: мосолман — 58 %; христиан — 17 %[3]. Әммә ысынбарлыҡты сағылдырған мәғлүмәт аҙағына тиклем иҫәпле түгел, сөнки тикшерелеүгә эләгеүселәрҙең 20 % дини сығышы тураһында һорауҙарға яуап биреүҙән баш тарта. Шулай уҡ ҡайһы бер дин әһелдәре халыҡ иҫәбен алыуға бойкот иғлан итергә саҡыра, йә булмаһа, уның һөҙөмтәләрен бәхәсле тип таба[4].

Тарихи күҙәтеү

үҙгәртергә
 
Либоховала православие сиркәүе (XII быуат)

Тәүге насраниҙар общинаһы б. э. 58-се йылында хәҙерге Албания ерҙәрендәге Дурреста барлыҡҡа килгән. 1054 йылда христиан сиркәүенең бүленеүе һөҙөмтәһендә көньяҡ Албания Константинополь менән бәйләнеште һаҡлай, илдең төньяҡ өлөшө Рим юрисдикцияһы бойһона.

XV быуат уртаһында Албанияны Ғосман империяһы баҫып ала; европа халыҡтары араһынан албандар, беренсе булып, исламды ҡабул итә. Уның сәбәптәре бер нисә — төрөк прозелитизмы, православие тәьҫирендәге күрше илдәрҙең албандарға ҡаршы эшмәкәрлегенә яуап һәм исламды ҡабул итеүселәргә ҡарата иҡтисади преференциялар. XVIII быуатта Албанияла суфыйҙарҙың бекташи хәрәкәте киң тарала.

XIX быуаттың икенсе яртыһынан Албанияла протестанттарҙың Албания Инжил сиркәүе эшләй. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында албан православие вәкилдәренең милли сиркәү өсөн башлаған эшмәкәрлеге Албан православие сиркәүен төҙөтөү менән тамамлана.1900 йылда православиенан католиктарға күсеүсе священник Георг Германос грек католик общинаһын булдыра һәм был община һуңынан Албан грек католик сиркәүенәсә үҫешә.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан Албания хөкүмәтенә коммунистар килгәндән һуң, дингә ҡаршы эҙәрлекләүҙәр башлана. 1967 йылда Әнүәр Ходжа тарафынан ниндәй ҙә булһа дини эшмәкәрлек тыйыла һәм Албания беренсе атеистик дәүләт тип иғлан ителә. Илдә йөҙләгән ғибәҙәтханалар ябыла; төрлө конфессияларҙан йөҙәрләгән дин әһелдәре атыуға хөкөм ителә һәм төрмәләргә ебәрелә.

1980 йылдар аҙағында илде демократлаштырыу һөҙөмтәһендә, Албанияла ҡорамдар тергеҙелеп, дини өлкәлә яңы хәрәкәт башлана. 1990-сы йылдарҙа төрлө илдәрҙән килгән протестант миссионерҙары, бахай, Йәхвә Шаһиттары һәм мормон тәғлимәттәрен таратыусылар күбәйә.

 
Бекташтар үҙәге, Влера

2010 йылда албан мосолмандары халыҡтың 63 — 64 % тәшкил итә. Pew Research Center тикшеренеүҙәр үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был һан 82,1 % күрһәтә[5]. Ислам динен албандар, шулай уҡ, илдә йәшәүсе ғәрәптәр һәм мысыр халҡы тота. Мосолмандар бөтә ил буйынса таралған, әммә уларҙың күберәге илдең төньяғында һәм үҙәгендә ойошоп йәшәй.

Мосолмандарҙың күпселеген хәнәфит мәҙһәбендәге сөнниләр тәшкил итә. Албан халҡының 20 % — суфыйҙарҙың бекташ хәрәкәтен һайлаусылар; Албания донъя буйынса ошо конфессияны тотоусыларҙың үҙәге булып тора. 1934 йылдан алып, Албанияның эре ҡалаларында Әхмәҙиә мосолман общинаһы тәғлимәтен таратыусылар эшмәкәрлеге киң йәйелә[6]. Был община Албанияның иң ҙур мәсеттәренең береһе — Тирандағы «Бәйтүл Әүүәл» мәсетенә хужа[7].

Албания Европала Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына инеүсе берҙән-бер ил булып һанала.

Насраниҙар

үҙгәртергә

2010 йылдағы күрһәткес буйынса, Албания насраниҙары халыҡтың 31—32 % тәшкил итә. (Pew Research Center мәғлүмәттәре буйынса — 18 %[8]). Был динде албандарҙың бер өлөшө, шулай уҡ македондар, арумындар, итальяндар, черногорҙар, гректар һәм сербтар тота.

«Диндәр энциклопедияһы» баһаһы буйынса, католиктарҙың өлөшөнә Албания халҡының 15,1 % тап килә (Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә — 10 %). Уларҙың күпселеге — латин йолаларын үтәүселәр, яҡынса 3850 албан гректары Албан грек католик сиркәүенә[9]тупланған. Католиктар башлыса илдең төньяғында (Шкодер районы) йәшәй.

Православие диндарҙарының өлөшө 14,6 % тип баһалана (Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 6,75 %). Улар күберәк илдең Греция менән сиктәш көньяғында тупланған. Православие динендәгеләрҙең күпселеге Албан православие сиркәүенә ҡарай. Илдә шулай уҡ Македония православие сиркәүе һәм грек-старостильниктар мәхәлләләре лә бар.

Диндарҙар һанының 20 меңе — протестант динен тотоусылар.[10][11]. Уларҙың яртыһынан ашыуы — пятидесятниктар (нигеҙҙә, «Ғүмер һүҙе» һәм Илаһтың Ассамблеяһы общинаһыныҡылар). Шулай уҡ илдә баптистар, адвентист, плимут туғандар һ. б. төркөмдәр эшмәкәрлеге тарала бара.

1922 йылдан башлап Албанияла Йәхвә шаһиттары (6 мең), 1991 йыл — һуңғы изге көндәрҙә ҡотҡарыусы Ғайса сиркәүе (2,3 мең).

 
Албан синагогаһында ғибәҙәт

Башҡа төркөмдәр

үҙгәртергә

Албаниялағы йәһүдтәр тураһындағы тәүге мәғлүмәт VII быуатҡа ҡарай. XVI быуатта Албанияға Испания һәм Италиянан йәһүд ҡасҡынсылары күсеп килә. 2010 йылда илдә 300-ләп йәһүд ҡала; әлеге көндә йәһүд синагогалары Тиранда һәм Сарандта эшләй.

Албанияла бахайҙар (7 мең[12]) ярайһы ғына ҙур ойошмаға тупланған.

«Диндәр энциклопедияһыһы» баһаһы буйынса, атеистар һәм агностиктар рәтендә — Албанияның 5 % халҡы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. J. Gordon Melton. Albania // Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices / J. Gordon Melton, Martin Baumann. — Oxford, England: ABC CLIO, 2010. — С. 61-65. — 3200 с. — ISBN 1-57607-223-1.
  2. Albania - Religious Adherents, 2010 (ингл.). The Association of Religion Data Archives. Дата обращения: 21 март 2014. 2014 йыл 28 апрель архивланған.
  3. Resident population by religious affiliation (ингл.). POPULATION AND HOUSING CENSUS 2011. Instituti i Statistikave - Tiranë. Дата обращения: 21 март 2014. 2017 йыл 30 июнь архивланған.
  4. International Religious Freedom Report for 2012 Albania (ингл.). Bureau of Democracy, Human Rights and Labor. Дата обращения: 21 март 2014.
  5. The Future of the Global Muslim Population (ингл.). Pew Research Center (ғинуар 2011). Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 11 февраль архивланған.
  6. Ahmadiyya Mosques Around the World: A Pictorial Presentation. — Khilafat Centenary Edition; The Ahmadiyya Muslim Community, 2008. — P. 14. — ISBN 978-1-882494-51-4.
  7. "Ahmadiyya Muslim Mosques Around the World, pg. 33
  8. Christian Population as Percentages of Total Population by Country (ингл.). Pew Research Center (ғинуар 2011). Дата обращения: 21 март 2014. 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.(инг.). Pew Research Center (January 2011). 21 март 2014 тикшерелгән.
  9. Shawn Tribe. On Littleness and Liturgy (A Meditation on Anglicanorum Coetibus and Related Matters by Author Claudio Salvucci) (ингл.). New Liturgical Movement (22 ноябрь 2010). Дата обращения: 21 март 2014.(инг.). New Liturgical Movement (2010-11-22). 21 март 2014 тикшерелгән.
  10. Albania // Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices / J. Gordon Melton, Martin Baumann. — Oxford, England: ABC CLIO, 2002. — P. 16-17. — 875 p. — ISBN 1-57607-223-1.
  11. David B. Barrett, George T. Kurian, Todd M. Johnson. Albania // World Christian Encyclopedia. — 2-е изд.. — New York: Oxford University Press, Inc., 2001. — Vol. I. — P. 51. — 876 p. — ISBN 9780195079630.
  12. Most Baha'i Nations (2005) (ингл.). The Association of Religion Data Archives. Дата обращения: 7 март 2014. 2010 йыл 14 апрель архивланған.(инг.). The Association of Religion Data Archives. 7 март 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә