Алатауайыры (йылға, Оло Шешәнәк ҡушылдығы)

Оло Шешәнәк ҡушылдығы, Еҙем бассейнында, Ишембай районы, Башҡортостан

Алатауайыры-Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә аға. Еҙем йылғаһы бассейнына ҡараған йылға, Оло Шешәнәк йылғаһы ҡушылдығы. Йылға буйында йүкә, имән, йыла һәм саған үҫә, тауҙың текә битләүҙәрендә ҡарағай осрай. Уның буйында 1930 йылдарға тиклем Ишембай районы Алатауайыры ауылы булған.

Алатауайыры
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 457 метр
Карта

Атамаһы «Алатау+ айыры» һүҙҙәренән алынған, Алатау- урындағы тау һырты, айыры- армыт, ҡушылдыҡ тигәнде аңлата.

Һылтанмалар

үҙгәртергә