Алабаш ҡурҙай
Алабаш ҡурҙай (Acrocephalus paludicola)
Алабаш ҡурҙай (Acrocephalus paludicola)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Һылыуҡастар
Ырыу: Хәҙерге ҡамыш турғайҙары
Төр: Алабаш ҡурҙай
Латинса исеме
Acrocephalus paludicola
(Vieillot, 1817)
ITIS 558423
NCBI 68471

Алабаш ҡурҙай (рус. вертлявая камышовка, лат. Acrocephalus paludicola)— ҡамыш, япраҡ араларында осоп йөрөй торған теремек ҡош.

Acrocephalus paludicola
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : / 148383

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөтә. Һырты ҡара һәм ерән таплы һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу аҡ. Түбәһе уртаһынан һары һыҙыҡ үтә, уның ике яғында киң генә ҡара таптар бар. Күҙҙәре өҫтөндәге ҡаштары ап-аҡ. Сыбар турғайҙан сыбар һырты һәм түбәһенән үткән һары һыҙыҡ менән айырыла.

Тауышы киҫкен генә:"ткк-ткк" йәки"тррр-тррр" Һайрауы тоноҡ ҡына тырылдауҙан тора.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Һыу буйҙарындағы ҡамыштарҙа, шырлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ҡамыш йәки үлән һабаҡтарына оя яһай. Ҡыҙғылт һәм һоро таптар менән сыбарланған 5-6 аҡ йомортҡаһы була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
Төр тураһында мәғлүмәт
Алабаш ҡурҙай

ИПЭЭ РАН сайтында
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9