Алабакүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Димтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Алабакүл
татар. Алабакүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Ютазы

Ауыл биләмәһе

Димтамаҡ

Координаталар

54°34′04″ с. ш. 53°25′10″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Алабуғакүл

Халҡы

423 кеше (2000)

Милли состав

татарҙар, урыҫтар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423955 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 548 120 03 

Код ОКТМО

92 654 412 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Алабакүл (Рәсәй)
Алабакүл
Алабакүл
Алабакүл (Татарстан)
Алабакүл

География

үҙгәртергә

Ауыл Димескәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Алабакүл (Алабуғакүл) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Байлар улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].

1816 йылда ауылда ир затлы 12 йән башҡорт; 1834 йылда — 30 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591886189719261938194919581970197919892000
221322365461377429457510258389423

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; кирбес цехы эшләй. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 580. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.