Аксаков халыҡ йорто
Аксаков халыҡ йорто (1909—1914, архитекторы П. П. Рудавский, 1928—1935 йылдарҙа һалынып бөтә) — Уралда иң ҙур булған, Өфө ҡалаһындағы халыҡ йорто. 1938 йылдан башлап унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры урынлаша.
Иҫтәлекле урын | |||
Аксаков халыҡ йорто
| |||
Ил | Российская Империя | ||
Город | Рәсәй Федерацияһы, Өфө | ||
Координаталар | 54/43/20.5/N/55/56/42/E | ||
Архитектура стиле | Классицизм | ||
Проект авторы | П.П. Рудавский | ||
Төҙөүсе | Гуськов, Константин Александрович | ||
Статус |
| ||
Аксаков халыҡ йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБина
үҙгәртергәАксаков халыҡ йорто урынлашҡан бинаны төҙөү тураһында ҡарар 1909 йылда ҡабул ителә: яҙыусы С. Т. Аксаковтың вафат булыуының 50-йыллығына, уның хөрмәтенә уның исемен йөрөткән халыҡ йорто төҙөргә ҡарар ҡабул ителә[1].
Аҡса йыйыу
үҙгәртергәБыл йортто төҙөүгә аҡса йыйыу бөтә Өфө губернаһы, ә һуңғараҡ — Рәсәй буйынса үткәрелә. Ул саҡтағы Өфө губернаторы А. С. Ключарев аҡса йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, Аксаков халыҡ йортон төҙөү өсөн Өфө губернаһының хәлле кешеләренән шәхсән үҙе аҡса йыйыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Шулай бай А. В. Кузнецов, губернатор үҙе уға бер нисә тапҡыр килеүен, артабан полицмейстерҙы, приставты ебәреүен, һөҙөмтәлә 30 тапҡыр аҡса түләүен әйтеп зарлана.
Конкурсҡа 24 проект тәҡдим ителә. Петербургта жюри иң яҡшы проект тип Өфө архитекторы П. П. Рудавскийҙың проектын һайлап ала[2]. Архитектор Бондаренко бинаның интерьерын планлаштыра.
Төҙөү
үҙгәртергә1909 йылдың 14 сентябрендә Аксаков халыҡ йортона нигеҙ һалыу тантанаһы була. 1914 йылда уның бер өлөшө төҙөлә һәм унда китапхана урынлаштырыла.
1909 йылда нигеҙ һалынған бина оҙаҡ төҙөлә. 1914 йылда кирбес һалыу тамамлана, һәм төҙөүселәр биҙәү эшенә тотона. 1920 йылда бина төҙөлөп бөтә.
Конструкция
үҙгәртергәБинаның ике төп фасады бар, унда ике стиль ҡушылған — Ленин урамы яғынан урыҫ классицизмы, ә Пушкин урамы яғынан мосолман, көнсығыш стиле (оҙонса тәҙрә уйымдары үҙенсәлекле күренеш бирә) өҫтөнлөк итә.
Революциянан һуң
үҙгәртергә1917 йылғы революциянан һуң был йортта бер ни тиклем ваҡыт госпиталь, аҙаҡ подвалда драма театры һәм ҡурсаҡ театры, йәш тамашасы театры, 1928 йылдан Хеҙмәт Һарайы урынлаша. 1938 йылда ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тапшырыла.
30-сы йылдарҙа бина һалынып бөтә. Һуғыш йылдарында бинала «Башнефть» берекмәһе, ә һуғыштан һуң, — республика профсоюздары советы һәм китапхана урынлаша.
1987 йылда бинаға реконструкция үткәрелә. В. И. Ленин һәйкәленә урын бушатыу өсөн мәрмәр баҫҡыс һүтелә (һуңыраҡ тергеҙелә). Стеналағы һәйкәл урынына В. И. Лениндың барельефы урынлаштырыла. Хәҙер был урында — көҙгө. Эске бүлмәләрҙе Нестеров эскиздары буйынса эшләнгән ҙур люстралар биҙәй.
Бинала «Грек» исеме аҫтында булған ҙур зал бар. Уны революцияға тиклем антик скульптуралар биҙәгән. 1993 йылда опера һәм балет театры бинаһында баҡырҙан сүкеп яһалған ике ҡатын-ҡыҙ, Евтерпа, нәзәкәтлек һәм лирик шиғриәт ҡурсалаусыһы һәм Терпсихора, бейеүҙәрҙе ҡурсалаусы, фигураһы ҡуйыла. Эш авторы — скульптор Басиров Зилфәт Рәүеф улы (1927—2000), БАССР-ҙың халыҡ рәссамы.
1998 йылдың 17 мартында Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында Рудольф Нуриев барельефы асыла[3]. Тап бында Рудольф Нуриев 16 йәшендә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыға. Барельефтың авторы — В. Лобанов.
Театр бинаһына Пушкин аллеяһы килеп тоташа. 1949 йылда аллея башланған ерҙә А. С. Пушкиндың (хәҙер күсерелгән) бюсы тора. Аллея сөгөн рәшәткәләр менән уратылған була, ә аллеяға йорт хайуандары үтеп инмәһен өсөн, ингән ерҙә металл өйрөлмә тора.
Реконструкция
үҙгәртергә2013 йылдың июнендә театрҙың тарихи бинаһы реконструкцияға ябыла, ә 2014 йылдың 29 декабрендә байрам концерты менән асыла, был концертта Башҡорт опера һәм балет театрының опера һәм балет труппаһы баш солистары, Илдар Абдразаков һәм итальян йырсыһы Барбара Фриттоли[en] ҡатнашалар[4].
Статусы
үҙгәртергәБашҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы XX (20) быуат тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
Галерея
үҙгәртергәБинаға инеү урыны | Пушкин урамы яғынан бинаның фасады. Рудольф Нуриев барельефы | Пушкин урамы яғынан бинаның фасады фрагменты | 1923 йылда бинала М. И. Калинин Советтарҙың 5 Бөтә Башҡорт съезында сығыш яһауы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡта |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Общественный центр
- Дом культуры
- Изба-читальня
- Народный дом
- Барнаульский народный дом
- Бийский народный дом
- Введенский народный дом
- Народный дом (Воронеж)
- Народный дом Николая II
- Челябинский народный дом