Ключарёв Александр Степанович
Ключарёв Александр Степанович (23 июнь 1853 йыл — ?) — XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1905—1911 йылдарҙа Өфө, 1911—1916 йылдарҙа Сембер губернаторы.
Ключарёв Александр Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 23 июнь 1853 |
Тыуған урыны | Тбилиси, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | билдәһеҙ |
Һөнәр төрө | губернатор |
Биләгән вазифаһы | Q110876499? |
Уҡыу йорто | юридический факультет Императорского Московского университета[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Степанович Ключарев 1853 йылдың 23 июнендә тыуған. Мәскәү университетын тамамлағандан һуң, хоҡуҡ кандидаты дәрәжәһенә эйә булып, дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлаша, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен уға арнай: Ставрополдә (вице-губернатор, 1893—1902), Витебск, Өфөлә (губернаторы, 1905—1911), Семберҙә (губернатор, 1911—1916) эшләй.
Өфө губернаторы булып, «Уфимский край» гәзитен мөхәррирләй һәм Аксаков исемендәге халыҡ йортон төҙөү өсөн аҡса йыйыу менән етәкселек итә, һуңынан был йорт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры итеп үҙгәртелә. 1910 йылда Ключарев тарафынан йыйылған 20 мең һумлыҡ хәйриә иғәнәһенә Йоматау станцияһы янындағы утарҙа « А. С. Ключарев исемендәге баҡсасылыҡ һәм ҡортсолоҡ ғәмәли мәктәбе» асыла, һуңынан ул Йоматау аграр техникумы итеп үҙгәртелә.
Уҡыу корпусын төҙөүгә сығымдарҙан тыш, губернатор станция янында 47 дисәтинә майҙанда урман участкаларын һатып алыу өсөн тағы ла 4600 һум тотона. Төҙөлөшкә һәм ер һатып алыуға булған аҡсалар махсус Крәҫтиән ер банкы иҫәбенә индерелә. Аҡса йыйыу менн туранан-тура губернатор етәкселек итә. Илмир Мазитовҡа ярашлы, Ключарев иҫәпкә иғәнәгә урындағы байҙарҙы мәжбүр итә[1]. Ключарев исемендәге баҡсасылыҡ һәм ҡортсолоҡ мәктәбен асыу тантанаһы 1910 йылдың яҙында үтә. Замандашы, яҙыусы һәм Өфө губернаһының бер земство начальнигы Р. С. Минцлов үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: «губернатор мине ниндәйҙер станцияға үҙенең исемендәге бер мәктәпте асыу тантанаһына саҡырҙы, әммә мин уға рәхмәт әйттем һәм баш тарттым».
Ключарев идаралығы осоронда крайҙа мәғариф учреждениелары ҡыҙыу үҫешә, был уның ярҙамын һәм земство һәм башҡа структуралар менән ярашыуын талап итә. 1905 йылда Өфө губернаһында төрлө ведомстволағы һәм типтағы 1201 уҡыу йорттары иҫәпләнә, шул иҫәптән 10 урта, уларҙың 5 — ирҙәр мәктәбе, 5 ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе була. 1909 йылда төбәктә уҡыу йорттары һаны 1427-гә тиклем арта, шул иҫәптән 18 урта мәктәп, уларҙың 10 — ирҙәр мәктәбе, 8 ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе була. Өфөлә ике ирҙәр һәм ике ҡатын-ҡыҙ гимназияһы эшләй, реаль һәм ер үлсәү эштәре училищелары, епархиаль ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы, дини семинария була. Благовещен заводы ҡасабаһында уҡытыусылар семинарияһы була, Златоуст ҡалаһында — техник училище, Бөрө һәм Бәләбәйҙә — реаль училищелар һәм бөтә өйәҙ ҡалаларында ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була.
Өфө ҡалаһының белешмәләр китабында 1908 йыл өсөн губернатор Ключаревтың йәшәү урынының адресы бар, Воскресенская, 21.[2]
1910 йылдың июлендә Ключарев баш ҡала ҡунағын — Өфө ҡалаһының бер нисә төҫлө һүрәтен эшләгән «батша фотографы» Сергей М. Прокудин-Горскийҙы ҡабул итә. Шул уҡ йылдың авгусында Аксаково станцияһында губернатор яңы ҡунаҡты — Петр Аркадьевич Столыпинды, Министрҙар советы рәйесен ҡаршы ала.
1911 йылдың апрелендә Ключаревты Сембер губернаһы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Тағы биш йылдан һуң Ключарев үҙенең Петроградҡа күсеүенә ирешә. Ключарёв Эске эштәр министрының иптәше (урынбаҫары) булып китә. Революциянан һуң А. С. Ключаревтың тормош юлы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Деятельность Уфимского губернатора А. С. Ключарёва (1905—1911 гг.) 2011 йыл 14 ғинуар архивланған., Эльмир Мазитов, диссертация на соискание учёной степени кандидата исторических наук, БГУ, Уфа, 2008
- ↑ Копия Справочной Книги Уфы за 1908-й год, стр. 188, составлена Чинами Уфимской Городской Полиции. Веб-сайт «Генеалогия и архивы», 23 октября 2007 г., bulych. Полноразмерная копия страницы(недоступная ссылка).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Пример Уфы заслуживает всякой похвалы». О строительстве Аксаковского народного дома. Юрий Ерофеев, журнал «Бельские просторы», № 9, 2002.
- «Драма из уфимской жизни», Анатолий Черкалихин, журнал «Уфа», тт. 54-55, 2006, [1], [2].
- «Кто правил нашим краем», сайт средней школы 37 г. Ульяновска.
- Статья «Губерния» (недоступная ссылка) башкирской энциклопедии, по материалам Адрес-календаря Уфимской губернии на 1905, 1912 гг. и др. источников.