Академия театры
Академия театры — СССР-ҙа иң ҙур һәм боронғо театрҙарға[1] бирелгән юғары исем.
Был юғары исем 1919 йылда индерелә. Академик театр статусын илдең иң боронғо алты театры ала: Ҙур театр, Кесе театр, Художество театры, Александрин театры, Мариин театры, Михайлов театры[1].
1920 йылда статус алған театрҙар, академик театрҙар ассоциацияһына берләштерелә, ул бер йыл ғына йәшәй[1].
1920-се һәм 1930-сы йылдар сиктәрендә академия театрҙар һаны байтаҡҡа арта. Е. Б. Вахтангов исемендәге театр, Шевченко исемендәге Украина опера һәм балет театры (1926), Одесса милли академия опера һәм балет театры (1926), Иван Франко исемендәге украин театры (1940), Ғәлиәсҡәр Камал исемендәге Татар театры (1926)[2], Хәмзә исемендәге Үзбәк театры (1933), Башҡорт дәүләт драма театры (1935)[3], Лахути исемендәге Таджик театры (1939), Лысенко исемендәге Украина опера һәм балет театры (1934)[4], 1967 йылда М. Горький исемендәге Ташкент рус драма театры маҡтаулы исем алды.
СССР тарҡалғандан һуң
үҙгәртергәРәсәйҙә
үҙгәртергә1996 йылда Краснодар академия драма театрына, В. И. Качалов исемендәге Ҡазан драма театрына академия исеме бирелә.
1998 йылда Якутск дәүләт рус драма театрына һәм Ю. П. Киселев исемендәге Һарытау йәш тамашасы театрына бирелә.
Башҡа илдәрҙә
үҙгәртергә2004 йылда Бабур исемендәге исемендәге Ош дәүләт музыкаль-драма театры академия исемен яулай. 2006 йылда Харьков музыкаль комедия театры һәм Михаил Водяный исемендәге Одесса музыкаль комедия театры был маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Театральная энциклопедия. Гл. ред. С. С. Мокульский. Т. 1 — М.: Советская энциклопедия, А — «Глобус», 1961, 1214 стб. с илл., 12 л. илл.
- ↑ История театр имени Галиаскара Камала 2014 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Башкирский академический театр драмы имени Мажита Гафури 2013 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 5. Симон — Хейлер. 1056 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1981