Айя Суфия

(Айя София битенән йүнәлтелде)

Айя Суфия мәсете (грек. Ἁγία Σοφία, полностью: Ναός τῆς Ἁγίας τοῦ Θεοῦ Σοφίας; төр. Ayasofya) — Истанбулдағы мәсет. 1935 йылда музей статусы ала. Хәҙерге көндә лә музей (төр. Ayasofya Müzesi). ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Элекке христиан храмы.

Иҫтәлекле урын
Айя Суфия
грек. Αγία Σοφία, төр. Ayasofya
Айя Суфия
Айя Суфия
Ил Төркиә
Урыны Истанбул
Конфессия Православие, ислам
Бина тибы собор, мәсет, артабан — музей
Проект авторы Исидор Милетский һәм Анфимий Тралльский (башланғыс проект), Трдат
Архитектор Исидор Милетский, Анфимий Тралльский, Трдат
Нигеҙләүсе Константин I
Нигеҙләнгән 324
Төҙөлөшө 532—537 йылдар
Дата упразднения 1935 йыл
Статус
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 356
рус.англ.фр.
Бөгөнгө хәле музей
Феодосия базиликаһы фрагменттары

Тәүге ҡоролмалар

үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр был урында христиан сиркәүе император Константин I осоронда 324 -337 йылдарҙа төҙөлгән[1]. Сократ Схоластик София тип аталған тәүге ҡорамды император Констанций II осорона ҡайтарып ҡалдыра[2]. Тарихсы Кондаков Никодим Павлович фекеренсә иһә, Констанций Константин төҙөткән бинаны киңәйткән генә[3].

Был ҡорам 404 йылда халыҡ баш күтәргәндә яна[4]. Яңынан төҙөлгән сиркәү 415 йылда йәнә яна. Император Феодосий II шул уҡ урында яңы базилика төҙөргә бойора. Уныһы 532 йылдағы «Ника» фетнәһендә яндырыла. Харабалары 1936 йылда ғына, собор янындағы майҙанды ҡаҙғанда килеп сыға.

Константин һәм Феодосий ҡорамдары биш нефлы базилик булған[5]. Табылдыҡтар буйынса тик ҡорамдың бик ҙур булғанын һәм мәрмәр менән бик бай итеп биҙәлгәнен генә күҙаллап була[5].

Янғындан һуң ҡырҡ көн үтеүгә император Юстиниан I шул уҡ урында, тирә-яғындағы ерҙәрҙе һатып алып, кешеләрен күсертеп, мөһабәт сиркәү эшләтергә тотона, ул баш ҡаланың биҙәге һәм императорҙың ҡөҙрәте һынланышы булырға тейеш була[6].

Соборҙы төҙөү Византия империяһының өс йыллыҡ килемен "йота". «Сөләймән, мин һине уҙҙым!» — тигән ти Юстиниан, был легендар ҡорамға ингәндә[7]. Тантаналы асыу ғибәҙәтен 537 йылдың 27 декабрендә Константинополь патриархы Мина үткәрә.

Византия империяһы осоронда собор Константинополдең уртаһында император һарайы алдында торған.Мең йылдан ашыу Константинополдәге София соборы христиан донъяһыныңның иң ҙур ҡорамы булып ҡала, беренселектән ул Римдә Изге Петр соборы төҙөлгәс кенә төшөп ҡала. София соборының бейеклеге — 55,6 м, көмбәҙенең диаметры — 31 м.

Византия империяһы осоро

үҙгәртергә
 
Собор түшәменең эске күренеше

Собор төҙөлөп бөткәндән һуң бер нисә йыл үткәс, ер тетрәү ваҡытында уның ҡайһы бер ерҙәре, шул иҫәптән йәлпәгерәк итеп төҙөлгән көмбәҙе лә емерелә:

… Изге Софияның изге миһрабы аҫтындағы Көнсығыш өлөшө емерелде, киворий (япманы) һәм изге трапеза һәм амвонды емерҙе. Механиктар ғәйептәрен таный, улар артыҡ аҡса сыҡмаһын тип, аҫтан терәү ҡуймай, бағаналар араһында көмбәҙҙе тотоп торған тороҡтар ҡуйған, шуға күрә бағаналар ауырлыҡты тотоп тора алмаған.Быны күреп,изге күңелле батша көмбәҙҙе тотоп торорлоҡ итеп өҫтәп бағаналар ҡуйырға ҡуша; шулай итеп, элекке бинаныҡынан 20 ҡарышҡа бейегерәк көмбәҙ ҡуйыла .

Хронография Феофана, год 6051 / 551

Шулай итеп, элекке йәлпәк көмбәҙ урынына яңы, ҡабарынҡырағы барлыҡҡа килә[8]. Собор 989 йылғы ер тетрәүҙә лә зыян күрә, бигерәк тә уның көмбәҙе ныҡ емерелә. Бинаны контрфорстар менән нығыталар, шул арала уның тышҡы йөҙө үҙгәрә. Емерек көмбәҙҙе әрмән архитекторы Трдат яңынан тергеҙә (Аниҙағы соборҙы төҙөгөн архитектор), ул был юлы көмбәҙҙе тағы ла бейегерәк итә.

1054 йылдың 16 июлендә София соборында ғибәҙәт ҡылған саҡта Рим папаһы легаты кардинал Гумберт Константинополь патриархы Михаил Керулларийға сиркәүҙән ситләтелеүе тураһында грамота тапшыра. Быға яуап итеп, 20 июлдә патриарх папа легаттарына ләғнәт уҡый (анафема) . Был ваҡиға христиан сиркәүенең православие һәм католик сиркәүенә бүленеүенә килтерә.

1204 йылда Дүртенсе тәре походы ваҡытында тәре йөрөтөүселәр Константинополде ныҡ итеп талай, емерә, Изге София соборы ла талана, мыҫҡыл ителә. Константинополдән православие сиркәүе патриархы ҡыуыла һәм уның урынына латин (католик) етәксе ҡуйыла. Изге София католик соборына әйләнә, унда 1204 йылдың 16 майында Фландрия графы Балдуин Латин империяһының тәүге императоры тип иғлан ителә[9]. Соборҙағы бөтә ҡиммәтле әйберҙәрҙе көнбайышҡа алып китәләр (мәҫәлән,Турин япмаһы (плащаница), уға үлгәндән һуң Христостың кәүҙәһен төргәндәр тигән риүәйәт йәшәй). Шул арҡала уларҙың күбеһе XV быуатта мосолмандар тарафынан юҡ ителмәй, беҙҙең заманға тиклем иҫән ҡала[8].

1261 йылда Латин империяһы ҡолағандан һуң собор яңынан православие сиркәүенә әйләнә[9]. XIV быуатта сираттағы ер тетрәүҙән һуң көмбәҙ тағы емерелә һәм әлегеһе төҙөлә[8]. Ул осорҙа собор лампадарийы булып сиркәү композиторы Иоанн Кладас хеҙмәт итә.

Османлылар осоро

үҙгәртергә

1453 йылда һуң османлылар Константинополде баҫып алғандан һуң София соборы Айя Суфия тип аталған мәсеткә әйләндерелә, диуарҙарҙағы христиан «изге»ләре рәсемдәре балсыҡ менән һылана, улар урынына ғәрәп каллиграфияһы яҙыуҙары төшөрөлә.

Ул Төркиә баш ҡалаһы Истанбулда урынлашҡан донъя күләмендәге мәшһүр архитектура ҡомартҡыһы булып, Византия архитектураһының киң танылған үрнәктәренең береһе, империяның “алтын осоро” иҫтәлеге булып тора. Хәҙерге ваҡытта ул урынлашҡан урын Истанбулдың тарихи үҙәгендә, Солтанәхмәт биҫтәһендә тороп ҡалған.

XX быуат башында Осман империяһы тарҡалғандан соң яңы милли дәүләт - Төркиә йөмһүриәте барлыҡҡа килә. Уға нигеҙ һалыусы Мостафа Кәмал Ататөрк дәүләтте донъяуи йүнәлешле тип иғлан итә һәм төрле яҡлап динде ҡыҫырыҡлау башлана. Шул арҡала Айя Суфия ла үҙгәрешкә дусар була – 1935 йылда Кәмал-паша ҡарары менән мәсет музейға әйләндерелә.

Дини статусын юғалтҡас, диуарҙарҙағы христиан һүрәттәре яңынан асылып, күп һанлы Европа туристарын йәлеп итәләр.Шул көндән бирле ул илгә ҙур күләмдә табыш килтерә башлай – бер үк ваҡытта ике мәҙәниәт һәм ике дингә бәйле булған бина донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән мосолман, христиан һәм башҡа диндәге туристарҙы йәлеп итә. Унда йылына 3 миллион кеше булып китә.

1985 йылда Истанбулдың башҡа тарихи ҡомартҡылар иҫәбендә София соборы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы составына индерелгән[10].

Архитектураһында һәм биҙәлешендә ислам элементтары

үҙгәртергә

Изге София соборы мәсет итеп үҙгәртеп ҡоролғандан һуң уның бинаһы аҡрынлап үҙгәртелә башлай. Айя-Суфияның манаралары төрлө ваҡытта эшләп ҡуйыла: көньяҡ-көнбайышындағы беренсе кирбес манара - солтан Мәхмәт II осоронда, төньяҡ-көнсығыштағыһы - Баязит II идара иткәндә, көнбайыш өлөшөндәге ике манараны танылған архитектор Синан Сәлим II һәм Морат III солтандар осоронда төҙөй[11]:58.

Айя Суфияны мәсеткә әйләндереү эштәрендә ҡатнашҡан даһи архитектор Синан мәсет мәңгелек йорт булып һаҡланһын өсөн ундағы мосолман элементтарын бина эстән сыҡмаҫлыҡ итеп эшләй: Аллаһ, Мөхәммәт, хәлифәләр исемдәре яҙылған һәм диуарҙарға эленгән ҙур таҡталар бинаның эсендә яһала. Шул рәүешле уларҙы һүтмәй тороп мәсеттән алып сығып булмай. Шул мөһабәт таҡталар бөгөн дә Айя Суфияның диуарҙарын биҙәп тора.

Һырлы мәрмәр мөнбәр XVI быуат аҙағында Морат III идара иткәндә төҙөтөлә [11]:59. Солтан Мәхмүт I хакимлығы осоронда 1739—1742 йылдарҙа соборҙы үҙгәртеп төҙөйҙәр, бынан һуң мөнбәр өлөшөндә михраб барлыҡҡа килә[12]:28. Хәҙерге михраб XIX быуатҡа ҡарай һәм 1847—1849 йылдарҙа архитектор Густав Фоссати тарафынан реставрацияланған[11]:58. Михрабтың ике яғынан да 1526 йылда солтан Сөләймән Буданан алып ҡайтҡан бронза шәмдәлдәр ҡуйылған[12]:29.

Ислам элементтары
     
Михраб, бер туған Фоссатиҙар биҙәгән Солтан ултырған урын Мөнбәр, бынан имам вәғәздәр һөйләгән



Ҡорамға боронғо статусын ҡайтарыу кампанияһы

үҙгәртергә

2007 йылда ҡайһы бер йоғонтоло америка сәйәсмәндәре һәм эшҡыуарҙары Изге Софияға тәүге статусын ҡайтарыу юллаған хәрәкәт башлай[13] — « Изге Софияны азат итеү буйынса совет» тип атала ул (ингл. Free Agia Sophia Council)[14].

2007 йылдың 20 июнендә АҠШ конгресының кеше хоҡуҡтары буйынса комитетының йәмәғәт тыңлауҙарында (ингл. Congressional Human Rights Caucus), Нью-Гэмпшир штатының Демократик партияһы президенты Реймонд Бакли (ингл. Raymond Buckley), мәҫәлән, былай тип әйткән:

«Кешеләрҙе Сиркәү-Әсәлә ғибәҙәт ҡылыу хоҡуғынан мәхрүм итеү килешерлек түгел <...> Көн дә был изге урынды сауҙа, йәрминкәләр һәм концерттар өсөн ҡулланып мыҫҡыл итеү килешерлек түгел. Асыҡтан-асыҡ православиеға, ғөмүмән, христианлыҡҡа ихтирамһыҙлыҡты артабан да дауам иттереп ҡуйыу менән килешерлек түгел»

Халыҡ-ара «Изге Софияны азат итеү буйынса совет» хәрәкәте президенты Крис Спиру[15] 2009 йылдың апрелендә Рәсәйҙең «Завтра» гәзитенә биргән интервьюһында былай тигән [16]

Мы стремимся, чтобы собор Святой Софии Премудрости Божией снова занял подобающее ему место как храм, священный для всего христианства, как мать всех церквей, как царственный храм православия — чем он и был до захвата турками-османами в 1453 году. Всё дело в том, что Святая София никогда не была мечетью и никогда не была музеем. Она всегда была христианским храмом, переделанным в мечеть султана-завоевателя, а затем и в музей. Считаю обязательным возвращение этого храма к своему первоначальному предназначению.

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хронография Феофана, год 5816 / 316.
  2. Сократ Схоластик. «Церковная история». Кн. II, гл. 16.
  3. Кондаков Н. П. Византийские церкви и памятники Константинополя. — М.: Индрик, 2006. — С. 116.
  4. Карташёв А. В. Вселенские соборы. — Клин, 2004. — С. 460.
  5. 5,0 5,1 Колпакова Г. С. Искусство Византии. Ранний и средний периоды. — М.: Азбука, 2010. — С. 77. — 528 с. — (Новая история искусства). — ISBN 978-5-9985-0447-1.
  6. Успенский Ф. И. История Византийской империи VI—IX веков. — М.: Мысль, 1996. — С. 331. — ISBN ISBN 5-244-00838-2.
  7. Карев А. В., Сомов К. В. История христианства. Дата обращения: 14 февраль 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  8. 8,0 8,1 8,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; echo төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  9. 9,0 9,1 Andrew Holt. The World of the Crusades: A Daily Life Encyclopedia.ABC-CLIO, 2019. — P. 24.
  10. Historic Areas of Istanbul (ингл.). unesco.org. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  11. 11,0 11,1 11,2 Али Кылычка. Айя-София и Карие. — 2014. — ISBN 978-605-6729-16-8.
  12. 12,0 12,1 Hakan Alan. Churches in Turkey. — 2007. — ISBN 978-975-01147-0-X.
  13. Международная группа активистов продолжает возвращения Церкви константинопольского собора Святой Софии Православие.Ru 26 июля 2007.
  14. Free Agia Sophia Council of America . Сайт «Совета по освобождению Святой Софии».
  15. Константинопольская София — мать всех церквей (см. справку в примечании). Православие.Ru. 29 октября 2007.
  16. [1] Крис Спиру ВОЗВРАЩЕНИЕ СВЯТОЙ СОФИИ