Айыусы ауылы мәсете

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы мәсете

Айыусы мәсетеБашҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы Айыусы ауылында урынлашҡан мәсет. 1791 йылда документтарҙа тәүге тапҡыр иҫкә алына.

Айыусы ауылы мәсете
Нигеҙләү датаһы 1791
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Айыусы ауылына Нуғай даруғаһы Юрматы олоҫо башҡорттары нигеҙ һалған. Ауыл 1765 йылдан билдәле. 1795 йылда 41 йортта бында 235 кеше, 1865 йылда 56 йортта— 298 кеше йәшәгән. Айыусы һәм Мырҙаш ауылы кешеләре юрматы ырыуының Ағиҙелдең һул яҡ ярында ятҡан ауылдар менән генә түгел, уң яҡ ярындағы ауылдар менән дә яҡын туған. Айыусы- Ҡаһым түрә һәм тарихсы-ғалим Рим Йәнғужиндың тыуған ауылы[1][2] .

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Айыусы ауылында мәсет 1844 йылда төҙөлгән тиелә. Башҡа сығанаҡтарҙа күрһәтелеүенсә, 1791 йылда ауылда мәсет булған. 1791 йылдың 19 декабрендә Өфө наместниклығы идаралағы указы менән Айыусы мәсетенә мулла итеп Үтәғол Абдрахманов (1759—1846) исемле башҡорт кешеһе тәғәйенләнә. 1792 йылдың июнендә аҙансы итеп Ирали (Ирғәле) Әбдейәлилов билдәләнә. 1791—1792 йылдарҙа мәсет йәмиғ мәсете тип атала. Был мәсет мәхәлләһенә Мәҡсүт һәм Мырҙаш ауылдары мосолмандары ла ингән.

Мәсеттең имам-хатиптары булып XIX башында Ибраһим Рәхимҡолов (1784—1844), Мөхәмәтғәли Йәноҙаҡ улы Аҙнаев (1811—1871) хеҙмәт иткән. 1837 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, мәсеттә Үтәғол Аҙнаев имам, Ибраһим Аҙнаев аҙансы булып торған.

1859 йылда мәсеткә мөәзин итеп Ғәлиәхмәт Ҡотломөхәмәт улы Һатлыҡов килә (Һатлыҡов Ҡотломөхәмәт Ҡунаҡбай улының атаһы Ҡунаҡбай ауылына нигеҙ һалған Ҡалҡаш ауылы кешеһе)[3].

1869 йылда документтарҙа ауыл мәҙрәсәһе күрһәтелгән. Унда 32 шәкерт уҡый.

1875 йылдың 16 июнендә Мәхәмәтғәли Аҙнаев вафат булғас, Аҙнай мәсете имам-хатибы һәм мөғәллим итеп Нурғәли Сәфәрғәли улы Яңыбаев (1867 йылда тыуған) тәғәйенләнә.

1898 йылда имам һәм мөғәллим итеп Сәхиулла Аралбай улы Ғәйетов тәғәйенләнә.

1901 йылда мәсеттә Вәлиәхмәт Ғәлиәхмәт улы Ҡотломөхәмәтов (Һатлыҡов) (1878—1938) мулла вазифаларын үтәгән. XX быуат башында Мырҙашта яңы йәмиғ мәсете төҙөлгән. Бында Шәмсетдин Йәнғужа улы Буранбаев (1878—1938) имам һәм мөғәллим, Хәйрулла Хәйбулла улы Ҡасимов мөәзин һәм мөғәллим була.

1906 йылда Мәҡсүт ауылы мәсете итеп Ғабдулла Мостафа улы Ғәйетов тәғәйенләнә. 1908 йылда Сәхиулла Ғәйетов Мәҡсүт мәсете имам-хатибы булып китә. 1909 йылда яңы мөәзин итеп Әбделшәкүр Әбделғафар улы Иралин тәғәйенләнә. «Адрес-календарь Уфимской губернии на 1912 год» тигән сығанаҡта Мырҙаш имамы тип Шәмсетдин Буранбаев атала.

1913 йылда В.Ғ.Ҡотломөхәмәтов, менән С. А.Ғәйетов хатиптар, Ш.Буранбаев имам тип күрһәтелгән.

Мәҡсүт мәсете 1929 йылда ябылған. 1933 йылдан башлап мәсет бинаһында мәктәп асыла. 1929 йылдан башлап Айыусы һәм Мырҙаш мәсеттәре эшләмәгән, 1932 йылда улар рәсми рәүештә ябыла.

1929—1930 йылдарҙа дин әһелдәре төрлө эҙәрлекләүҙәргә дусар була, кулак мөһөрө тағылып сит яҡтарға ебәрелә.

Вәлиәхмәт Ҡотломөхмәтов менән Шәмсетдин Буранбаев 1938 йылда ҡулға алына һәм атыл үлтерелә.

1999 йылда Айыусы ауылында Рәхимйән мәсете асылды. Яңы мәсеттең тәүге имамы- Хәйернас Харисов, унан һуң Айҙар Ринат улы Сәғитов тәғәйенләнә.

Мәҡсүт ауылында 2008 йылда Вахит Хәбибуллин ғаиләһе тырышлығы менән мәсет асыла. Мәсеттең тәүге имамы- Тимерйән Ишембаев, ул вафат булғандан һуң Урал Әлимбаев имам вазифаларын башҡара.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Айыусы

Башҡортостанда ислам

-Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Кн. 1: Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы. — Уфа: Китап, 1991. — 222 с. ISBN 5-295-02027-4

-100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан: история и современность\\Стерлитамакский район.- Уфа:Китап, 2018.- 432с.илл., с.377, ISBN 978-5-295-07003-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

История башкирских родов. Юрматы. Сборник документов и материалов 2021 йыл 20 ғинуар архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә