Айырылышыуҙар музейы
Айырылышыуҙар музейы, Мөнәсәбәттәрҙе өҙөү музейы (хорв. Muzej Prekinutih Veza) — Загреб ҡалаһындағы махсуслашҡан үҙенсәлекле музей, унда юғалтылған мөхәббәт һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙе өҙөү таныҡлыҡтары йыйылған. 2011 йылда музей «Европала йыл музейы» махсус премияһы менән билдәләнә.
Айырылышыуҙар музейы | |
хорв. Muzej Prekinutih Veza | |
Нигеҙләү датаһы | 2010 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Muzej prekinutih veza һәм Museum of Broken Relationships |
Атамаһы | Muzej Prekinutih Veza |
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Загреб |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми асылыу датаһы | 2010 |
Адрес | 2 Sv. Ćirila i Metoda |
Рәсми сайт | brokenships.com |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 3934 |
Айырылышыуҙар музейы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМузей Загреб ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе ике рәссам Олинка Виштицы (Olinka Vištica) һәм уның ул ваҡыттағы уҙаҡташы, һөйгәне Дражен Грубишичтың (Dražen Grubišić) айырылышыу драмаһынан һуң барлыҡҡа килә. Был пар айырылышҡандан һуң да үҙҙәренең бәхетле йәшәгән ваҡыттары тураһындағы иҫтәлектәрҙе һаҡларға ҡарар итә[1]. Ваҡыт үтеү менән башҡа айырылышҡан парҙарҙың яңы экспонаттары иҫәбенә коллекция тулылана бара.
Бөтә донъяла был музей киң билдәлелек ала, Донъяның төрлө төбәктәренән үҙҙәренең бәхетле мәлдәрен хәтерләтеүсе экспонаттарҙы Загребҡа ебәрә башлайҙар. Музейҙағы һәр экспонеттың үҙ тарихы бар. Был турала инглиз һәм хорват телендәге яҙыуҙарҙы уҡып белергә була.
2007 йылдың авгусынан коллекция күсмә күргәҙмә булараҡ түбәндәге илдәрҙә була: Сербия, Македония, Босния һәм Герцеговина, Германия, АҠШ, ЮАР[2][3][4][5]. 2010 йылдың ноябренән музей Загреб ҡалаһында төпләнә[6].
2011 йылдың 21 майында Айырылышыуҙар музейы «Европалағы йыл музейы» махсус премияһы менән билдәләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Museum der zerbrochenen Beziehungen — Was von der Liebe bleibt; Frankfurter Rundschau Online, — онлайн, 15 лютого 2011
- ↑ BBC NEWS | Europe | Balkan heartbreak a hit in Berlin
- ↑ The Museum of Broken Relationships on Oddity Central
- ↑ Museum of failed love offers balm for heartbreak | Reuters 2013 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Blaffer Art Museum — at the University of Houston(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ MDC | Muzej prekinutih veza | Info 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1] 2012 йыл 24 июль архивланған.[./Музей_разводов#cite_note-6 [6]][2][3][4][5][6]Официальная страница музея
- Фото из музея на сайте Rheinische Post Online
- Sad stories from the Museum of Broken Relationships; BBC News Europe, 13. Dezember 2010
- Fragments du dépit amoureux; Le Monde, 21. 2011 йыл 23 май архивланған. Februar 2011 2011 йыл 23 май архивланған. (фр., PDF, 234 KiB)
- A Poignant Trail of Broken Hearts, All on Display; New York Times Online, 14 февраля 2010
- ↑ MDC | Muzej prekinutih veza | Info
- ↑ BBC NEWS | Europe | Balkan heartbreak a hit in Berlin
- ↑ The Museum of Broken Relationships on Oddity Central
- ↑ Museum of failed love offers balm for heartbreak | Reuters 2013 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Blaffer Art Museum — at the University of Houston(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ Museum der zerbrochenen Beziehungen — Was von der Liebe bleibt; Frankfurter Rundschau Online, — онлайн, 15 лютого 2011