Айтыуар (Ырымбур өлкәһе)
Айтыуар (рус. Айтуар) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Айтыуар | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 47 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462216 |
Географияһы
үҙгәртергәАйтыуар ауылы Яйыҡ йылғаһының һул ҡушылдығы Айтыуар йылғаһы буйында, Маяҡлы ҡасабаһынан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәҠайһы бер мәғлүмәттәр буйынса XIX быуат аҙағында уҡ, 1880-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән булған[3].
Климаты
үҙгәртергәАуылдың климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атама Айтыуар тигән ҡаҙаҡ андронимынан килеп сыҡҡан тигән аңлатма бирә[5].
Шул уҡ ваҡытта Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» белешмәһендә лә Айтыуар исеме бар: Айтыуар — ай+тыуар, ай тыуғанда тыуған, тип аңлатыла был исем[6]
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[7] |
47 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях . Издательство С.М. Стрельникова (1994).
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Находится на речке Айтуар (Айтуарка) — левом притоке Урала, от которой и получил название. В основе — казахское мужское личное имя Айтуар, которое в переводе значит «Луна взойдет» — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 64-се бит
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 64-се бит
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.