Төп менюны асырға

Айвазян Артур Суренович

спортсы

Артур Айвазян (әрм. Արթուր Այվազյան; 14 ғинуар, 1973 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы) — спортсы, бәләкәй калибрлы һәм пневматик спорт винтовкаһынан атыу буйынса сығыш яһай. Атҡаҙанған спорт мастеры. Буйы 176 см, ауырлығы 82 кг.

Айвазян Артур Суренович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Ukraine.svg Украина
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны СССР, Армянская Советская Социалистическая Республика[d], Ереван
Һөнәр төрө атыусы спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Львовский государственный университет физической культуры[d]
Спорт төрө атыу спорты[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 2008[d], Олимпиада уйындары 2012, Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Йәйге Олимпия уйындары 2000[d] һәм Стрельба на летних Олимпийских играх 2008 — винтовка лёжа, 50 метров (мужчины)[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

1985 йылда еңел атлектиканан киткәндән һуң, Ереван ҡала спорт-атыу клубында Әрмәнстандың атҡаҙанған тренеры Роберт Акопян етәкселегендә пуля менән атыу буйынса шөғөлләнә башлай. Әрмән ССР-ы йыйылма командаһы ағзаһы була.

1990 йылда Львов дәүләт физик культура институтына уҡырға инә, тиҙҙән УССР, СССР йыйылма командаһы ағзаһы булып китә. 1995 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Украина армияһына (спорт ротаһы) хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм һаман да шунда хеҙмәт итә (2008 йылда —Украина сик буйы ғәскәрҙәре өлкән лейтенанты). 1997 йылда Симферополгә күсенә, Вадим Клименко етәкселегендә күнекмәләр башлай, Ҡырымдың «Динамо» спорт йәмғиәте федерацияһы ағзаһы була. Хәҙерге тренеры — Богдан Клименко.

Спорт ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • 1993 йыл — Европа чемпионаты (Брно) — 3-сө урын.
  • 1994 йыл — Донъя чемпионаты (Милан) — команда сығышында 1-се һәм 2-се урындар.
  • 1998 йыл — Донъя чемпионаты (Барселона) — команда сығышында 1-се урын.
  • 1998 йыл — Донъя кубогы этабы (Буэнос-Айрес) — 1-се урын.
  • 1999 йыл — Европа чемпионаты (Арнем) — команда күнегеүҙәрендә 1-се урын.
  • 1999 йыл — Европа чемпионаты (Бордо) — команда күнегеүҙәрендә 1-се урын, шәхси зачетта 3-сө урын.
  • 2000 йыл — Донъя кубогы этабы (Милан) — шәхси зачетта МВ-6 күнегеүендә 1-се урын .
  • 2000 йыл — Донъя кубогы этабы (Мюнхен) — шәхси зачетта МВ-6 күнегеүендә 2-се урын.
  • 2000 йыл — XXVII Йәйге Олимпия уйындары (Сидней) — МВ-6 күнегеүендә 5-се урын.
  • 2004 йыл — XXVIII Йәйге Олимпия уйындары (Афины) — 7-се урын.
  • 2007 йыл — Европа чемпионаты — индивидуаль ярышта 3-сө урын.
  • 2008 йыл — XXIX Йәйге Олимпия уйындары (Пекин) — 50 метрҙан ятып шәхси атыуҙа 1-се урын. Квалификацияла уҡ Артур Айвазян беренсе һөҙөмтәне күрһәтә — 600 мөмкинлектән 599 мәрәй йыя, ә финал серияһында 103,7 мәрәй йыя (дөйөм — 702,7).

НаградаларыҮҙгәртергә

  • Өсөнсө дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (4 сентябрь, 2008 йыл) — Пекинда (Ҡытай) үткән XXIX Йәйге Олимпия уйындарындағы юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкән, күрһәткән батырлығы, фиҙакәрлеге һәм еңеүгә ихтыяры, Украинаның халыҡ-ара кимәлдә абруйын күтәргәне өсөн[1].
  • Симферополь ҡалаһының почетлы гражданы (2008) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне, спорт оҫталығы, юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкәне өсөн[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә