Айвазов Борис Викторович

Айвазов Борис Викторович (30 март 1911 йыл15 июль 2004 йыл) — ғалим-физик-химик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1958—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан — ғилми эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1962—1967 йылдарҙа физик һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).

Борис Викторович Айвазов
Тыуған көнө

30 март 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Вафат көнө

15 июль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (93 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

химия, физика

Эшләгән урыны

Гидрология институты
СССР ФА‑ның Химик физика институты
Горький университеты
СССР ФА БФ‑ның Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр
БДУ

Ғилми дәрәжәһе

химия фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Награда һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Викторович Айвазов 1911 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта тыуған.

1931 йылда Ленинградта Гидрология институтында эшләй башлай. 1934 йылда Мәскәүгә СССР Фәндәр академияһы Химик физика институтына күсә.

1949 йылдан Горький университетында лаборатория мөдире булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда химия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1951 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләй[1].

1954 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

19581982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1962 йылдан ғилми эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1962—1967 йылдарҙа физик һәм аналитик химия кафедраһы мөдире.

1967 йылда ғалимға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә, 1975 йылда ул «СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы» билдәһен ала[2].

Борис Викторович Айвазов 2004 йылдың 15 июлендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Борис Айвазовтың ғилми тикшеренеүҙәре углеводородтарҙың түбән температураларҙа окисланыу механизмын һәм ҡаты ракета яғыулыҡтары ҡатнашмаһын анализлауға, химик процестарҙы өйрәнеүҙә инәүле атомдар ҡулланыуға, нефть дистилляттары һәм һауа составына ингән көкөртлө органик берләшмәләрҙе аныҡлау өсөн хроматографик анализ юлдарын ҡулайлаштырыуға арналған. Фәнни эҙләнеү мәғлүмәттәре ғалимдың 100-гә яҡын ғилми хеҙмәтендә һүрәтләнгән.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Физико-химические константы сераорганических соединений. Мәскәү, 1964 (авторҙ.)
  • Основы газовой хроматографии. Мәскәү, 1977
  • Введение в хроматографию. Мәскәү, 1983

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954)
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967)
  • СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә