Азых мәмерйәһе
Азы́х[1] (Азо́х[2]) мәмерйәһе (әзерб. Azıx mağarası, әрм. Ազոխի քարանձավ) — Азох|Азых/Азох ауылы янындағы алты мәмерйәнән торған комплекс[3][4] Таулы Ҡарабахта[5], Куручай (Ҡоросай) йылғаһының һул ярында, диңгеҙ кимәленән 1400 м бейеклектә урынлашҡан. Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында мустьер мәҙәниәтенә ҡараған — ике, (неандерталь кешеләренә оҡшаш) һәм ашёль мәҙәниәтенә ҡараған ике ҡатлам табылған. Өҫкө ашёль ҡатламында таш балта, тупаҫ эшләнгән ирәк, осло башаҡтар табылған, аҫҡы ҡатлам боронғораҡ. Унда тупаҫ эшләнгән балта, таш бысаҡтар һәм суйырташ ҡоралдар асыҡланған[6]. Төньяҡтан һәм көньяҡтан мәмерйәне ҡуйы урман уратып алған. Ете ерҙән сығып була, уларҙың бишәүһе өйрәнелгән.
Азых мәмерйәһе | |
Донъя ҡитғаһы | Евразия |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Ходжавендский район[d] |
Урын | Азых[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1400 метр |
Эра | Палеолит һәм Мезолит |
Асыу датаһы | 1960 |
Оҙонлоҡ | 600 метр |
Майҙан | 8000 квадрат метр |
Класс | карстовая пещера[d] |
Азых мәмерйәһе Викимилектә |
Асылыу тарихы
үҙгәртергәАзых мәмерйәһендәге палеонтологик тораҡ 1960 йылда әзербайжан археологы Мәмәдали Һөсәйенов тарафынан табылған[7]. Азых мәмерйәһендә ҡаҙыныу эштәре ваҡытында преднеандерталь кешенең аҫҡы яңағы табылған — уға азыхантроп тип исем биргәндәр. Был күренекле асыш булған, сөнки донъя археологияһында ул бишенсе генә булып сыҡҡан. Ул бик ныҡ Францияның көньяҡ-көнсығышындағы Тотавель торағындағы палеоантропологик табыштарға оҡшаған. (en:Tautavel Man) Был хәл антропологтарға пренеандерталдәр Европа ерҙәрендә киң таралып йәшәгәнен тип һығымта яһарға мөмкинлек бирә. 1960 йылда урындағы һунарсылар Азох һәм Салакоты ауылдары янындағы төрлө гроттарға инә торған ике юлды күрһәтәләр. Һуңынан уларҙың икеһе лә 8000 кв.м.-ҙан да кәм булмаған дөйөм коридор менән бәйле икәнлеге асыҡланған. Мәмерйәлә айыу һөйәктәре табылған. Уларҙың баш һөйәктәре айырым урындарға йәшерелгән булған. Күрәһең был тәүтормош кешеләренең ниндәйҙер инаныстары менән бәйле булғандыр. Боҙлоҡ осоро башланҡас, кешеләр бынан күсенеп китергә мәжбүр булған.
Мәмерйәлә 300 мең йыл самаһы элек яһалған усаҡ урындары, бик ябай ғына торлаҡ рәүешле таш урамалар табылған. 1968 йылда боронғо кешенең (ҡыҙҙың) яңаҡ һөйәге киҫәге табылған, тик экспедиция кимәле арҡаһында аныҡ дата ҡуя алмайҙар, сөнки әзербайжан археологтары үҙҙәре таныуынса, яҙмаларҙа буталсыҡтар бар. Шул арҡала ниндәй ҡатламда табылғанын асыҡлап булмай, йылдар айырмаһы хатта йөҙәр мең йылдарға айырыла[8]. Хәҙер ғәҙәттә яңаҡ һөйәге 250 мең йылдар элекке тип һанайҙар, был миндель боҙлоҡтар араһындағы осорға тура килә. Азых мәмерйәһендә шулай уҡ тарихҡа тиклемге хайуандар һөйәктәре лә табылған (мәмерйә айыуы, ҡылыс тешле арыҫлан һ.б.)
-
Азыхантроп яңағы
-
Кремний эш ҡоралы (IV ҡатлам)
-
Кремний эш ҡоралы
-
Кремний һәм йылға ташынан эш ҡоралы (III ҡатлам)
-
Кремний һәм йылға ташынан эш ҡоралы
-
Йылға ташынан эш ҡоралы (Ҡоросай мәҙәниәте)
Мәмерйәләге һуңғы табылдыҡтар
үҙгәртергәАзых мәмерйәһендә 7 мең йыл элекке кеше теше табыла. Уның ДНК-һы Дания Копенгаген университетының Генетика кафедраһы тарафынан тикшерелә. [9].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Азыхантроп
- Ашёльская культура
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Азых мәмерйәһе 2021 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Обитатели пещеры Азох
- ↑ j-38-022
- ↑ Maps, Weather, Videos, and Airports for Azix, Azerbaijan
- ↑ ARCHEOLOGY viii. NORTHERN AZERBAIJAN (REPUBLIC OF AZERBAIJAN, July 20, 2004) 2010 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Лазуков Г. И., Гвоздовер М. Д., Рогинский Я. Я., «Природа и древний человек» Издательство «Мысль», 1981 стр 71-72
- ↑ Пещера Азых — The Azykh cave / [М. М. Гусейнов], [34] с. ил., 5 л. ил. 21 см, Баку Б. и. 1981.
- ↑ Возвращение неандертальки — Азербайджанские известия 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ В Азохской пещере археологи нашли 7000-летний человеческий зуб, ДНК которого совпадает с генетикой современных армян 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Алекперов Ф. А. Возвращение неандертальки // Азербайджанские известия. — 2004. — № 172. — С. 3.
- Портал «Археология России» 2009 йыл 3 май архивланған.
- Dr. Arif Mustafayev. Jawbones and Dragon Legends. Azerbaijan's Prehistoric Azikh Cave (инг.) // Azerbaijan International. — Summer 1996. — № 4.2. — С. 24, 28-29.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пещера Азых — The Azykh cave / [М. М. Гусейнов], [34] с. ил., 5 л. ил. 21 см, Баку Б. и. 1981